ТУПАРЛАНЫУ
ТУПАРЛАНЫУ (тупарлан-) (Р.: затупляться; И.: become blunt; T.: küt olmak) ҡ.
Тупарға (I, 1) әйләнеү, тупар булыу. □ Затупляться, становиться тупым. Тупарланған бысаҡ. Балта тупарланған. ■ Беҙ ҡайраған алмас ил ҡылысы тупарланып тышта ятмаймы? Беҙ «әсәй!» тип йәндәр биргән өндө тәнәйҙәрҙең теле һаҡлаймы? Й. Солтанов.
ТУПАРЛАУ (тупарла-) (Р.: тупить; И.: make blunt; T.: kütleştirmek) ҡ.
Тупарға (I, 1) әйләндереү, тупар итеү; үтмәҫләү. □ Тупить, затуплять, сделать тупым. Бысаҡты тупарлау. Бысҡыны тупарлау. Ит сабып, балтаны тупарлау.
ТУПАРЫУ (тупар-) (Р: затупляться; И.: get blunt; T: körleşmek) ҡ.
Тупарланыу, үтмәҫләнеү. □ Затупляться, становиться тупым. Балта тупарыу. ■ [Һомай:] Донъялағы бар илгә йөҙө тейеп тупармаҫ, етмеш батман ауырлыҡ күтәреп күккә сөймәгән, шундай батыр булмаһа, миңә юлдаш булалмаҫ. «Урал батыр». Яуҙа ҡылысың тупарһа, ҡайрарға таш бирермен; арғымағың йығылһа, уға алмаш бирермен. Р. Ниғмәти. [Егет] олатаһының балтаһын тапатырға килгән, тупарланып китте, ти. Й. Солтанов.
ТУПАҪ I (Р: тупой; И.: blunt; T: kör) с.
1. Тупар, үтмәҫ. □ Тупой, ненаточенный. Тупаҫ балта. Тупаҫ бысаҡ. ■ Егеттәр араһынан Йәйекҡол исемлеһе тупаҫ уҡ менән бер атыуҙа йомрандың башына тейҙергән. Риүәйәттән.
2. Ямаҡ төҫ, һынлы; күркәм түгел, килбәтһеҙ. □ Грубый, некрасивый. ■ һөнәрсене иң бошондорған нәмә Өйрәнсектең теге тупаҫ балсыҡ көршәктәре булған. 3. Биишева. Бер һүҙ менән меңләгән кешене үлемгә оҙатып күнеккән әмирҙең тупаҫ һыҙатлы йәмһеҙ сырайында йылмайыу ишараланды. Ә. Хәкимов. Һул яҡта, тупаҫ эскәмйәлә, башына ҡалын шәл бәйләгән түңәрәк йөҙлө бер ҡатын ултыра, уң яҡта — төрмә начальнигы. А. Таһиров.
3. Эре итеп эшләнгән; түбән сифатлы. □ Грубый; жёсткий. Тупаҫ туҡыма. Тупаҫ йөн. Тупаҫ күн. ■ Ул [Гөлбәҙәр] өҫтөнә ябай ғына сәскәле ситса күлдәк, тупаҫ йөндән
бәйләнгән, буяуы уңа башлаған ҡыҙыл кофта кейгәйне. Ф. Әсәнов. Тупаҫ сукнонан тегелгән шинель кейгән һыбайлыларҙы, пулемёт тачанкаларын күргәс, ул [Сәғит] уйҙары менән граждандар һуғышы мәленә ҡайтты. И. Ғиззәтуллин.
4. күсм. Килешһеҙ, ҡаты ҡылыҡ, мөнәсәбәтле; ҡырыҫ. □ Грубый, невежливый, бесцеремонный. Тупаҫ яуап. Тупаҫ телле.
■ Тупаҫ тауыш залдағыларҙың үҙҙәрен дә һиҫкәндереп ебәрҙе шикелле. Р. Байымов. Нина төпсөнә башлаһа, [Суминов] тупаҫ һүҙ менән уның ауыҙын яптыра. Ә. Хәкимов. Илмырҙа, губернаторға ҡарата тупаҫ мөнәсәбәттә булыуы өсөн үкенеп бөтә алмайынса, үтә ярамһаҡланып, алға ынтылды. Я. Хамматов. Егеттең был тупаҫ ҡылығы һәм шуны ғәҙәти хәл итеп ҡарауы ҡарттың кәйефен бер аҙ ҡыра бирҙе. 3. Ураҡсин. Исмәғил үҙенең иптәше Сәлимдең әсәһенә тупаҫ мөғәмәлә итеүе хаҡында газетаға яҙғайны. Яр. Вәлиев.
5. Ғәфү ителмәҫлек. □ Грубый; непростительный. Тупаҫ хата. ■ Тарихи осорҙо һүрәтләгәндә, сәхнәгә арты иҙеүле, ҡат-ҡат ҡатмарлы күлдәк кейеп сығыу — бик тупаҫ хата. М. Бураҡаева. Тупаҫ хата кисекмәҫтән төҙәтелергә тейеш. «Башҡортостан», 28 февраль 2013. [Кобозев] Баймаҡ төбәгендәге ҡанлы ваҡиғаны ҡыҫҡаса һөйләп, ҡыҙыл гвардия ойоштороу эшендә тупаҫ хата ебә-релеүен әйткәс, иҫе китмәй генә хехелдәп ҡуйҙы. Й. Солтанов.
6. Тәрбиәһеҙ, әҙәпһеҙ. □ Грубый; дерзкий. Тупаҫ кеше. ■ Таштимергә был вайымһыҙ, тупаҫ, ялағай егет элек бер-ике рәт кенә осрағайны шикелле участкала. Д. Бүләков. Был [Гөбәйдулла] бик тупаҫ, шуның менән бергә уҡытыуға дәртһеҙ кеше булып күренде. М. Ғафури.
7. Шыҡһыҙ, йәмһеҙ, ҡаты (тауыш тураһында). □ Грубый, неприятный (о звуках).
■ Тышаулы эш аттарының муйындарына аҫылынған ҡаты, тупаҫ телле ҡыңғырауҙары ауыл өҫтөндә өҙлөкһөҙ яңғырай. Ғ. Хәйри.
ТУПАҪ II (Р: грубо, невежливо; И.: roughly, impolitely; T.: kaba, kabaca, dürüst) р.
588