ТУПАҪЛЫҠ
1. Әҙәпһеҙ, тәрбиәһеҙ итеп. □ Грубо, невежливо. Тупаҫ һөйләшеу. Тупаҫ өндәшеу. Тупаҫ ҡыланыу. Тупаҫ шаяртыу. М Директор уҡыусының һуҙен тупаҫ рәуештә булдерҙе. Ф. Чанышева. Кемдер Тәйникамал әбейҙең кукрәгенә тупаҫ рәуештә терһәге менән төрткәндәй булды. Ш. Янбаев. Ҡарлыҡҡан тауышлы кеше ни тиклем генә ирҙәрсә ҡаты һәм тупаҫ һөйләргә тырышһа ла, оҡшата алманы, уның уҫмер булыуына һис кенә лә шик юҡ ине. Ә. Бикчәнтәев.
2. Йәмһеҙ, килбәтһеҙ итеп. □ Грубо, неаккуратно. Тупаҫ юнылған. Тупаҫ эшләнгән. Тупаҫ һуғылған балаҫ. М Ғәҙәттә, артыҡ тулы аяҡтар тупаҫ тойола һәм куп ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙың матурлығын кәметә. Ә. Вәли.
ТУПАҪЛАНДЫРЫУ (тупаҫландыр-) (Р.: затупить; И.: make blunt; T.: kütleştirmek) ҡ.
1. Үтмәҫкә әйләндереү; үтмәҫ итеү. □ Затупить. Балтаны тупаҫландырыу. Салғыны тупаҫландырыу. Тупаҫландырып бөтөу.
2. кусм. Ҡырыҫҡа әйләндереү. □ Делать грубым, огрублять. ■ Көндәр буйы бер кем менән дә аралашмайынса яңғыҙ килеш ултырыу малайҙың куңел шишмәһен ҡоротто, тойғоларын тупаҫландырҙы. И. Ғиззәтуллин. Куп ваҡытта уларҙың [ҡатындарҙың] нескә хистәре ваҡ-төйәк нәмәләр, тағы ла тупаҫландырып әйткәндә, кейем-һалым кеуек тышҡы нәмәләр менән зәһәрләнгән була. М. Ғафури. Һуғыш уларҙың [малайҙарҙың] ҡулдарын, холоҡтарын тупаҫландырҙы, ләкин йөрәктәрен мукләндерә алманы. И. Абдуллин.
ТУПАҪЛАНЫУ (тупаҫлан-) (Р.: затупиться; И.: go blunt; T.: kütleşmek) ҡ.
1. Үтмәҫкә әйләнеү, үтмәҫ булыу; үтмәҫләнеү. □ Затупиться. Бәке тупаҫланған. Балта тупаҫланып бөткән. М Салғылар тупаҫланып бөткән, артыҡ ыратыр хәл ҡалмаған. Әкиәттән.
2. Йәмһеҙләнеү, шыҡһыҙға әйләнеү (йөҙ-ҡиәфәткә ҡарата). □ Делаться грубым, некрасивым, невзрачным; огрубеть (о внешности). ■ Бер aş тупаҫлана төшкән көслө һәм ҙур ҡулдары ғына Райхананың ыҡсым
һынына бик ук килешеп бөтмәйҙәр ине. Д. Исламов. Көҙгөнән ҡараған ҡатын Зарифа уйлағандан купкә ҡайтышыраҡ булып сыҡты: куҙ төптәрендә тәрән соҡорҙар, ҡабаҡтары шешенгән, ирендәре лә кугәргән, тупаҫланған. Т. Ғарипова. Мирхәйҙәр бабай тупаҫланып бөткән баш бармағын юғары кутәрҙе. И. Ғиззәтуллин.
3. кусм. Йомшаҡ ҡылыҡ, тойғоно юғалтыу, ҡырыҫҡа әйләнеү. □ Делаться грубым, огрубевать. Куңел тупаҫланыу. М Нескә тойғолар ҙа аҡрынлап тупаҫланыр. Ә. Байрамов. Куңелдәр тупаҫланып ҡатты, кешеләрҙе ҡыҙғаныу, башҡаларҙың йөрәк-тэрендәге һыҙланыуҙарға ҡатнашыу кеуек сифаттарҙың һәр береһе юғалдылар. М. Ғафури. Тупаҫланған куңел ҡапыл ҡыҙыу тимергә һалған боҙ кеуек ирене, куңел йомшаны. Д. Юлтый.
4. Ярһыу төҫ алыу, ныҡ көсәйеү, йәйләнеү. □ Накаляться, разгораться. Бара-тора һуҙҙәр тупаҫлана бара. М һөйләшеуҙең һаман ҡыҙа, тупаҫлана барыуына һағая төшкән Хәҙисә Ғәзизовна ҡапыл ҡалҡынып, Фазлетдинға ярҙамға килмәксе булды. Р. Байымов. Куҙәш Рахманғолдоң тауышы тупаҫланып китте. Б. Рафиҡов.
5. кусм. Асыҡ, аныҡ эш итеү һәләтен юғалтыу. □ Притупляться, затуманиваться. М Хәбибулла тертләне. Канһырап ятҡан Тимерғәле улын куҙ алдына килтереуҙән зиһене тупаҫланды, тын юлы ҡыҫылды. Я. Хамматов. Уның [Юламандың], донъя менән алышып, тупаҫлана, ҡурыша башлаған аңын ҡапыл сағыу нур яҡтыртып ебәргәндәй булды. Ә. Хәкимов.
ТУПАҪЛАУ (тупаҫла-) (Р: затуплять; И.: make blunt; T.: köreltmek) ҡ.
Тупарлау, үтмәҫләү. □ Затуплять, делать тупым. Бысаҡты тупаҫлау. М Унда [урамда ] ике ҡарт оҫта бурәнә баштарын тупаҫлайҙар. А. Таһиров.
ТУПАҪЛЫҠ (тупаҫлығы) (Р.: грубость; И.: rudeness; T: kabalık) и.
Тупаҫ мөғәмәлә, тупаҫ ҡылыҡ. □ Грубость, невежливость, дерзость. Тупаҫлыҡ курһәтеу. Тупаҫлыҡты кутәрә алмау. Ml Табыныу дәрәжәһенә етеп һоҡланған был ке
589