Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 590 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУПИК
шенән ҡыҙ шундай тупаҫлыҡты ла, ғәҙелһеҙлекте лә көтмәгәйне, курәһең, ҡаты йәберһенде. 3. Биишева. [Кендек:] Ошондай мәғәнәһеҙ ҡырҡыу хәлдәрҙә оятһыҙ тупаҫлыҡ алдында ҡойолоп төшөу ғәҙәтем ғумер буйына барҙы. М. Кәрим. Әле теге, әле был кешенең яуапһыҙлығы, тупаҫлығы арҡаһында ауылдарҙа тиһеңме, ҡалаларҙа ти-һецме, тиҫтәләгән, йөҙләгән, меңләгән ғаиләләр емерелә, балалар етем тороп ҡала. X. Зарипов.
ТУПИК (тупигы) [рус.] (Р.: тупик; И.: siding; T.: kör hat) и.
1. Бер осо дауамһыҙ барып бөткән тимер юл тармағы. □ Тупик. Вагондарҙы тупикҡа ҡуйыу. Тупиктан сығарыу. ■ Маршал уҙ вагонын тупикҡа индереп ултырта ла урындағы полкты инспекторларға тотона. Р. Өмөтбаев. Ташландыҡ, емерек вагондар станция тупиктарын да тултырған. Р. Байымов. Сажидә иһә вагонда тороп ҡала, уны йыйыштыра, керле постелдәрҙе тапшыра, шунан поезды тупикҡа оҙата ла уҙен һис кем һағынып көтмәгән ятағына юл тота. Н. Мусин.
2. Бер осо ябыҡ тыҡрыҡ, тоҡон юл. □ Тупик. Тупикҡа килеп сығыу. ■ Ялтала тау яғындағы бер урам тупигына килеп туҡталыу булды, автобустан халыҡ шыбырлап ҡойола ла башланы. М. Кәрим. [Ғәлиә — Аҡсәскәгә:] Урамды ҡаплап, яңы йорт һалып яталар. Бығаса беҙҙә Гоголь тупигы берәу генә ине, хәҙер икәу булды. Б. Бикбай.
3. кусм. Ауыр хәлгә эләгеү, көрсөк. □ Тупик. Тупикҡа инеу. Тупиктан сығыу. Тупикта булыу. ■ Тәлмәрйен менән сыйырсыҡтың ҡырылыу ы арҡаһында планеталағы тәбиғәттең уҫеше бөтөугә табан, тупикка табан йунәлгән. Н. Ғәйетбаев. Өмөттәре өҙөлөугә, хыялдары эшкә ашмауға, маҡсатына ирешә алмауына, ҡартлыҡ килгәндә, тормош юлы тупикка килеп терәлеугә ошо сәғәт ғәйепле куренде уға [Фәтхелисламға]. А. Мағазов.
ТУП ИТЕП (Р: нежданно-негаданно; И.: out of a sudden; T: birdenbire) р.
Көтмәгәндә, иҫкәрмәҫтән. □ Нежданнонегаданно, совсем неожиданно. Туп итеп килеп тә етеу. Туп итеп барып та етте.
■ Ул арала ишектән туп итеп бер ҡыҙ килеп инде. Н. Ҡотдосов. Баҫыуға уның [Батырҙың] янына ғына туп итеп Хәлит килеп төштө. Н. Ғәйетбаев. Гөлназ атаһы алдына туп итеп килеп баҫты. Н. Мусин.
ТУП КЕШЕ (Р: молчун; И.: taciturn person; T: suskun) и. диал.
Өндәшмәҫ кеше. □ Молчун. Бигерәк туп кеше булды был.
ТУПҠА ТОТОУ (тупҡа тот-) (Р: обстреливать из пушки; И.: bombard; T: topa tutmak) ҡ.
Ниндәйҙер бер урынды туп уты аҫтында ҡалдырыу, туптарҙан атыу. □ Обстреливать из пушки. ■ Яҡшы ҡоралланған регуляр ғәскәр, ҡаласыҡты арыу уҡ тупҡа тотҡандан һуң, фетнәселәрҙе Нуғайбәкте ташлап ҡасырға мәжбурләне. М. Ғиләжев. Тәуҙә [аҡтар ] ярты сәғәт самаһы тупҡа тоттолар, унан атакаға ташландылар. Ә. Хәкимов.
ТУПҠЫТЫУ (тупҡыт-) (Р: ловить подряд; И.: catch one after another; T: arka arkaya çekmek) ҡ. диал.
Бер-бер артлы тотоу. □ Ловить подряд. Балыҡ тупҡытыу. Я Ҡармаҡ менән балыҡты тупҡытабыҙ ғына. Экспедиция материалдарынан.
ТУПЛАМА и. ҡар. тупланма 1. Тематик туплама. ■ Дини яҙмалар, хәҙистәрҙән тыш атаһы уға [Нурисламға] ҡаланан боронғо шәреҡ шағирҙарының дастандарын, шиғыр тупламаларын да алып ҡайта. Ә. Хәкимов.
ТУПЛАН (Р: эскадрон; И.: squadron; Т.: bölük) и. диал.
Кавалерияның ротаға тап килгән берәмеге. □ Эскадрон. Тупландарға булеу. Туплан командиры. ■ Башҡорттарҙың Алдар батыр башлығындағы тупланы ебәрелде. Экспедиция материалдарынан.
ТУПЛАНМА (Р: свод; И.: collection; T.: toplantı) и.
1. Бер урынға күп итеп йыйылған, тупланған әйберҙәр төркөмө. □ Свод, собрание, сборник; коллекция. Шартлы билдәләр тупланмаһы, һуҙлектәр тупланмаһы. Һуҙҙәр тупланмаһы. Минералдар тупланмаһы.
■ [Фәнил Кузбәков:] Бөгөнгө ысынбарлыҡтан сығып, перспективаларҙы тоҫмаллап
590