Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 591 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУПЛАУ
эшләнгән алдынғы идеялар тупланмаһы, йәғни милли идеология кәрәк беҙгә. «Ағиҙел», № 11, 2010. Зәки Вәлиди .. шиғри тупланмаларҙан фарсы, ғәрәп телдәрендә шиғырҙар уҡыны, төрки тарихынан фәһемле ваҡиғаларға төшөп китте. Р. Байымов.
2. Тупланған аҡса. □ Накопление. Сәнә-ғәт предприятиеһының тупланмаһы. Финанс тупланма. Тупланманы тотоноу. Тупланма менән түләү.
ТУПЛАНЫУ (туплан-) (Р.: накапливаться; И.: accumulate; T.: toplanmak) ҡ.
1. Әҙләп, әкренләп йыйылыу, теге йәки был миҡдарҙа йыйылыу. □ Накапливаться. // Накопление. Тәжрибә тупланыу. Тупланған белем. ■ Көндөҙ унан-бынан йолҡҡолап тупланған наҡыҫ ҡына дөйөм улъяны бүлешкәндә янъял килеп сыҡты. Ә. Хәкимов. Бер лесхоз директорының яҙмалары улар. Унда фәнни бер нәмә лә юҡ кеүек, әммә бик бай фактик материал тупланған. Н. Мусин. Туҡылғандар хистәр, ышаныстар, тупланғандар аҡыл-белемдәр. Б. Бикбай.
2. Күмәкләп бер урынға йыйылыу. □ Собираться, скапливаться (в кучу, группу). // Скопление. Бер ергә тупланыу. Ҡоштарҙың тупланыуы. Халыҡ мәҙәниәт йорто алдында тупланған. ■ Улар [драгундар], ауылға килеп етәрәк, таллы йырмаҡ буйындағы туғайлыҡта туҡтап, бер тирәгә туплана башланы. Ғ. Ибраһимов. Аттар, ауылға ҡайтыр ваҡыт яҡынлашыуын тойоп, ҡыуалағанды көтмәйенсә, бер тирәгә туплана. Ә. Хәкимов. Ҡотлоярҙың йорт-ҡаралтылары, өйҙәре тирәһенә колхоздың бүленмәй торған нәмәләре тупланған. һ. Дәүләтшина. Аҡһаҡ ҡола аяғы менән ерҙе сапсып, кешәнләп ебәреүгә бөтә өйөр уның эргәһенә туплана. «Аҡһаҡ ҡола».
3. Күмәкләп берләшеү. □ Сплачиваться, объединяться; организовываться (в коллектив). // Сплочение, объединение. Көслө төркөм тупланыу. ■ Быраулаусылар күптән ойошҡан, бөтәһе лә юлға һалынған, .. ә Азаматтар яңы тупланып йөрөй. Р. Солтангәрәев. Һеңрән ырыуы таралды. Арыу ғына ил булып тупланып килгән ырыу күҙ алдында иреп бөттө. К. Мәргән.
ТУПЛАНЫШ (Р: скопление; И.: сопге-gation; T.: toplanış) и.
Нимәнеңдер күпләп йыйылған урыны.
□ Скопление (людей, животных). Халыҡ тупланышы. ■ Бындай күп халыҡ тупланышын был оло майҙандың бығаса күргәне юҡ, ахырыһы. F. Хөсәйенов. Башҡорттарҙың артабанғы этник тупланышын тәьмин итеүҙең зарурлығын иң тәүге маҡсаттарҙың береһе, тип иҫәпләйем. М. Хужин.
ТУПЛАНЫШЫУ (тупланыш-) ҡ. урт. ҡар. тупланыу 2. взаимн. от тупланыу 2. ■ Ана — туп-туп тупланышып, сыйырсыҡтар бала осора! Ш. Бикҡол. Ғәҙәттә, кәзәләр өйөргә тупланышып үҙ аллы йөрөргә яраталар, сөнки ирек һөйөүсе, баш бирмәҫ ҡылыҡтары өйөр ҡанундары менән һыйышмай. М. Ямалетдинов.
ТУПЛАТЫУ (туплат-) ҡ. йөкм. ҡар. туплау I. понуд. от туплау I. ■ [Туҡтамыш:] Сингә барып яу асып, яман тауҙан юл асып, иленә ырыуын туплатҡан, һөңгө осонда дошманды күбәләктәй уйнатҡан Тамъян батыр, һиңә әйтәм! «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Атаһы менән әсәһе лә, ҡайны менән ҡәйнәһе лә «яуға бар» тип димләгәс, Юлай ҡарыулашмаған. Йылҡы өйөрөн туплатып, яҡшы атын һайлаған. «Юлай менән Салауат». Ул [Гөлйөҙөм] төш ваҡытында ла илтеп еткерә алмағас, көтөүсе малдарын туплатҡан да үҙе ашарға алыр өсөн ауылға ҡайтып киткән. С. Ҡудаш.
ТУПЛАУ I (тупла-) (Р: собирать; И.: gather, concentrate; T.: toplamak) ҡ.
1. Төркөм итеп йыйыу, төркөмгә йыйыу.
□ Собирать, соединять, сосредотачивать (в одном месте). Һарыҡты бер урынға туплау. ■ [Котлояр:] Әлекәй, Байдәүләт бай саҡырта, тигәс, ни йомошо бар икән, барып әйләнәйем тип, малды һыулауға туплап ҡына килдем. М. Буранғолов. Алға һонолоп ҡатҡан Саҙрый, кәмә һыйырҙар араһына барып инеү менән, аяғүрә баҫып, уларҙы һөрәнләп саҡыра һәм бер ергә туплай башланы. А. Абдуллин.
2. Йыйып берләштереү. □ Объединять, сплачивать. // Объединение, сплочение. Халыҡты туплау. Ғәскәр туплау. М Урал
591