Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 592 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУПЛАУ
халыҡты туплаған, дейеүҙәрҙән һаҡлаған. «Урал батыр». [Тора бей:] Ил күңеленә үтерҙәй, ҡыртым менән ил туплап, илде шаршы итерҙәй, ҡыраң яһап, ҡалғытып, данлы бейҙе ҡолатыр берәй ҡашҡа бар микән? «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Күп хандар ана шулай батыр йыйып дан алған; ғәскәр туплап, илдәр баҫып, хисапһыҙ байлыҡ йыйған. «Ҡараһаҡал». [Ҡыҙ — һәүбәнгә:] һыу йәненең барыһын үҙ ҡулында туплаған Шүлгән күле батшаға кем булаһың уҡталған? «Аҡбуҙат».
3. Бер эш, маҡсатҡа берләштереү. □ Объединять, сплачивать. // Объединение, сплочение. Кәңәш туплау. Бер фирҡәгә туплау. М Әйләр хан үҙенең бөтә ғәскәрен, олоһон-кесеһен — бөтә кешеһен туплап, үс алайым тип, тағы килеп сыҡҡан, ти. «Алпамыша». Мәргән быға [Нуғайҙың баҫып инеүенә] түҙмәгән, бар батырын туплаған, Нуғай хандың өҫтөнә яуы менән ыҡлаған. «Мәргән менән Маянһылыу». Заводсыға дуҫ булған күп тархандар берләшеп, Салауатҡа ҡаршы кәңәш туплай башлаған. «Юлай менән Салауат».
4. Бер йүнәлешкә килтереү. □ Копить, накапливать, скапливать. // Накопление. Көс туплау. Тәжрибә туплау. Көс-ғәйрәт туплау. Фекер туплау. ■ [Иҙеүкәй] туплап ятҡан уйҙарҙы, батырҙарҙың күбеһе хан ҡушҡанса эшләүсе .. икәнлеген барының һорашып, күреп белгән, ти. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Уйым тағы таралышып китә — туплай алмайымсы бер күскә. Ф. Туғыҙбаева. Михельсон, йәш булыуына ҡарамаҫтан, һуғыштарҙа тәжрибә тупларға өлгөргән. М. Ғиләжев. Ҙур аудитория алдына беренсе сыҡҡан һәм фекер туплап өлгөрмәгән Кәбир .. ирендәрен ҡымтып баҫып тора ине. Яр. Вәлиев.
5. Йыйып-йыйып күбәйтеү. □ Копить, накапливать, скапливать. // Накопление. Байлыҡ туплау. Фатир алырға аҡса туплау. Китапҡа материал туплау. ■ Суртмаҡ баҫҡаҡ шикелле ҡайһы бер уҫалыраҡтары .. кеше аяғы баҫмаҫтай ышығыраҡ урынға хан исеме аҫтында үҙ малын туплай башлай. К. Мәргән. [Рәсүл Эмирович:] Мин
Уралда, шул йөмләнән Башҡортостанда граждандар һуғышы тураһында материалдар туплап йөрөйөм. Ә. Хәкимов. Рафиҡ .. ер аҫты һыуҙары, ҡаҙылма байлыҡтар ятҡылығы менән етди ҡыҙыҡһынды, улар тураһында мәғлүмәттәр тупланы. Л. Яҡ-шыбаева.
ТУПЛАУ II (тупла-) (Р.: бить; И.: strike, beat; T: vurmak) ҡ. диал. ҡар. бәргесләү 2.
Уңлы-Һуллы һуғыу. □ Бить, колотить. Туплап сығарыу. Туплап алыу. Тупларға тотоноу.
ТУПЛАУ III (Р.: летнее стойбище для скота; И.: stock stand; T: oba) и.
Мал йыйылып ята торған еләҫ, күләгә урын; саңлау. □ Летнее стойбище для скота (на продуваемом тенистом месте). Туплауҙа торған мал. ■ Көтөүселәр, әйҙәүелдәр һаулап-һайтлап малды туплауҙан сығара башланылар. К. Мәргән. Ағаһы Низам байҙың йылҡыһын көтә, туплауға төшкәндә, Алтынбай уға ашарға алып бара.
3. Ураҡсин.
ТУПЛАУ IV (Р: объедья; И.: left-overs, scraps; T.: ot kırıntısı) и. диал.
Бесән ҡатыһы. □ Объедья. Малды нисек кенә ҡыш сығарырбыҙ инде, туплау ғына ҡалды. Туплауҙы өйөп ҡуйыу. Туплау ашатыу.
ТУПЛЫ (Р: сплошь; И.: nothing but; T: toplu) с. диал. ҡар. өйөрлө 2.
Йыйын (кешеләрҙе кәмһетеп, һанламауҙы белдерә). □ Сплошь, одни (пренебрежительно). Туплы алйот йыйылған. Туплы ҡарт-ҡоро. Туплы хулигандар.
ТУПРАҒӨЙ (Р: дом с плоской крышей, с засыпанным землёй верхом; И.: flat-roofed house; T.: yassı çatılı ev) и. диал.
Тупраҡ башлы өй. □ Дом с плоской крышей, с засыпанным землёй верхом. Тупра-ғөйҙә йәшәү. Ауылда тупрағөйҙәр күп әле. Тупрағөйҙө һүтеп ташлау.
ТУПРАҠ (тупрағы) (Р: почва; И.: soil; T: toprak) и.
1. Ерҙең өҫкө йомшаҡ ҡатламы. □ Почва, земля, грунт. / Почвенный, земляной, грунтовый. Комло тупраҡ. Һары тупраҡ. Кара тупраҡ. Уңдырышлы тупраҡ. ■ Быны
592