Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 593 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУПРАҠСА
/Уралдың улемен] кургән кешеләр йыйылышып барған, ти, бер ус тупраҡ алған, ти, бары данлап һалған, ти. «Урал батыр». Николай Петрович малайҙарға .. нисек ҡаҙырға, ҡара тупрағын ҡайһы ергә һалырға, балсығын, ташын ҡайҙа ҡуйырға өйрәтә.
3. Ураҡсин. Егеттәр тупраҡ еҫе бөркөп торған бишәр ботло тоҡтарҙы ишек алдына өйөп ҡуйҙылар. С. Агиш. Ул [Аҡйондоҙ] бөтөнләй башҡа тупраҡта, башҡа кук аҫтында, башҡа һауаны һулап уҫкән. М. Кәрим. • Тупраҡҡа аралашмай алтын сыҡмаҫ. Мәҡәл. Ҡара тупраҡ иген уңдыра. Мәҡәл.
2. кусм. Билдәле бер урын, ер. □ Земля, государство. Тыуған тупраҡ. Башҡортостан тупрағы. ■ [Мәхмут һәм Сәлим] бер шишмә һыуын эсеп, бер ауыл тупрағын тапап уҫтеләр. С. Поварисов. Әхмәтзәки Вәлиди теуәл 50 йыл буйы тыуған ерҙән алыҫта, эмиграцияла йәшәй, ошо ярты быуат ваҡыт эсендә уға бер генә мәртәбә булһа ла Башҡортостан тупрағына ҡайтып аяҡ баҫырға мөмкинлек бирелмәй. Р. Шәкүр. Тыуған тупрағымдың изгелеге, моң-ғәменән йәнем арбалған. Т. Ғәниева. • Тыуған тупраҡ һыуытмай. Мәҡәл.
3. Үлгән кешене ерләгән ер, ҡәбер. □ Могила. ■ Ҡысҡыра ла кәкук, ай, ҡысҡыра, тауыштары япраҡ аҫтында. Мин иламай ғына, кем илаһын, атаҡайым тупраҡ аҫтында. Халыҡ йырынан.
4. ҡар. тупраҡса 2. ■ Ҡабыҡ башлы, хатта бер нисә тупраҡ тубәле өйҙәр араһында биш-алты босмаҡлы таҡта башлы ҙур йорттар һерәйеберәк ултыра. Ғ. Хөсәйенов.
5. Тәндәге, кейемдәге бысраҡ; кер. □ Грязь. М Ҡуп йылдар буйы йыуынмайынса тупраҡҡа батҡан Зөләйханы һарайға алып киләләр. «Йософ менән Зөләйха».
6. миф. Кешене бар итеүсе, булдырыусы. □ Земля, почва (в мифологии человек сотворён из земли, поэтому после смерти возвращается в землю). Я Тупраҡтан яралғанбыҙ, тупраҡҡа ҡайтабыҙ. «Башҡорт мифологияһы» нан.
♦ Ауыр тупрағы еңел булһын үлгән кешегә теләк итеп әйтелә. □ соотв. Да будет
земля ему пухом; мир его праху. ■ [Өлкән һалдат:] Ярай, кем генә булмаһын, был гур эйәһе — барыбер Хоҙай бәндәһе, ауыр тупрағы еңел булһын. М. Кәрим. [Гөлйыһан:] Ауыр тупрағы еңел булһын, кисә лә төшөмдә кургәйнем әле уҙен, мәрхумде. Ф. Әсәнов. Тупраҡ тартыу ситтә йөрөгән кеше үҙ иленә ҡайтып ерләнгәндә әйтелә.
□ Тяга к родной земле перед смертью (чтобы быть похороненным на родной земле). ■ [Ырыуҙың аҡһаҡалдары:] Тупраҡ тартты [Тамъянды], был урындан хәҙер беҙ китә алмайбыҙ. К. Мәргән. Яҙмыш ҡайҙа ғына алып барып ташламаһын, ниндәй генә ауыр көндәр килмәһен, кешене ғәзиз ере, тыуған тупрағы тарта. Ф. Нәҙершина. Тупраҡ яҙыу ҡар. тупраҡ тартыу. М Тупраҡ яҙғас, Әухәди ағайың Өфөгә барып ятты. Экспедиция материалдарынан. Бәни әҙәм һис тә белмәй ҡайҙа тупраҡ яҙғанын. Бәйеттән.
ТУПРАҠЛЫ (Р.: землистый; И.: soil added, earthy; T: topraklı) c.
1. Тупраҡ ҡушылған, тупраҡ ҡатыш.
□ Землистый, с примесью земли. Тупраҡлы иген. Тупраҡлы ашлыҡ. Тупраҡлы бойҙай.
2. Тупраҡ йәбешеп бысранған. □ Загрязнённый землёй, глиной. ■ Алёша тупраҡлы бармаҡтары менән тирле битен һыпырғылап, уйланып ултырҙы. 3. Биишева. [Булат:] Минең ҡул тупраҡлы шинелгә тейҙе. Д. Юлтый.
ТУПРАҠСА (Р: самый верхний ряд сруба поверх матицы; И.: the uppermost row of logs; T: tomruktan duvarın üst katı) и.
1. Өй бураһының өрлөктән өҫтә ятҡан иң өҫкө бүрәнәһе. □ Самый верхний ряд сруба поверх матицы. М Тиҙҙән, бесәй шикелле, бер ҡабырғаһын тупраҡсаға терәп, [Әбубәкер] ғырылдап йоҡоға талды. Р. Ғабдрахманов.
2. диал. Түбә тупрағы. □ Подволока (слой из земли, опилок и др. на чердаке). Тупраҡсаны алмаштырыу. Өйҙөң тупраҡсаһын яңыртыу. ■ Йәй көнө уның [өйҙөң] тупраҡсаһынан ямғыр һыуҙары утеп, өйҙә беҙгә ултырып торорға ҡоро урын да ҡалмай ине. С. Ҡудаш.
593