ТУПРАҠ СИХЫРЫ
ТУПРАҠ СИХЫРЫ (Р.: наведение порчи с помощью земли; И.: sort of hexe; T.: toprak büyüsü) и. миф.
Тупраҡ ярҙамында сихырлау ысулы. □ Наведение порчи с помощью земли. Тупраҡ сихырын ҡулланыу. ■ Тупраҡ сихыры көслө була, сөнки тупраҡ тарта. «Башҡорт мифологияһынан.
ТУПРАНЫУ (тупран-) (Р.: помутнеть; И.: grow turbid; T.: donuklaşmak) ҡ. диал. ҡар. бысраныу 1.
Буръяҡҡа әйләнеү. □ Помутнеть. Йылға тупранған. Кул тупранған. Көслө яуындарҙан һуң һыу тупранған.
ТУПРЫЙ и. диал. ҡар. тупый III. Тупрый тамыры. Тупрый йыйыу. Тупрый ашау.
ТУПСА I (Р: дверная петля; И.: hinge;
T.: kapı menteşesi) и. диал. ҡар. күгән 1,1.
Ишектең бер яғын ҡуҙғалырлыҡ итеп беркетеп торған тимер. □ Дверная петля. Тупса һынып төшөу. Тупсаны һындырыу. Тупсаны алмаштырыу.
ТУПСА II и. диал.
1. ҡар. тупһа 1. Тәҙрә тупсаһы. Ишек туп-саһы. Тупса аша.
2. миф. ҡар. тупһа 6. Тупсаға баҫып торорға ярамай.
ТУПСАЙЫУ (тупсай-, тупсая) (Р: опухать; И.: swell; T.: şişmek) ҡ. диал.
Шешенеү, сурайыу. □ Опухать. Ҡулдары тупсайған. Тупсайып бөтөу. Тупсайып тороу.
ТУПСАН АТ (Р: низкорослая порода лошади; И.: underzised breed of horses; T.: kısa boylu at) и. диал.
Аяҡтары ҡыҫҡараҡ тәпәш ат. □ Низкорослая порода лошади. Тупсан аттар ур-сетеу. Тупсан ат егеу. Куршенең тупсан аты.
ТУПСАНЛАУ (тупсанла-) (Р: прихрамывать; И.: limp; T.: aksamak) ҡ.
Ауырлыҡ менән атлау, аяҡҡа саҡ-саҡ баҫыу. □ Прихрамывать. Тупсанлап йөрөу. Тупсанлап китеп барыу. ■ [Хәбирә] туп-санлай-тупсанлай урындыҡтан төшөп, ҡаталарын кейҙе. һ. Дәүләтшина.
ТУПСЫ I (Р: пушкарь; И.: artillery man; T.: topçu) и.
Туптан атыусы. □ Пушкарь, артиллерист. Тупсылар төркөмө. ■ Тупсылар төнгө диңгеҙҙән кемделер эҙләп торманы, йәҙрәләр менән яр буйын дөмбәҫләргә кереште. Б. Рафиҡов. Тупсылар, туптарын алғараҡ кусе-реп, яңы редуттар төҙөй. Н. Мусин. Пулемёт арбаһы тәгәрмәстәре келтерләне, тупсылар, миномётсылар уҙ урындарына ашыҡты. Д. Исламов.
ТУПСЫ II (Р: сустав пальца на руке; И.: finger joint; T.: oynak) и. диал.
Бармаҡ быуыны. □ Сустав пальца на руке. Тупсыларым һыҙлай. Тупсы һыҙлауынан май һөртөу.
ТУПСЫ III (Р: совсем; И.: totally, completely; T.: büsbütün) р. диал. ҡар. тотош II, 1,2.
Тулыһы менән; бөтөнләй. □ Совсем, полностью. Тупсы шәбәйеу. Тупсы уҙгәреу. Тупсы һауығыу.
ТУПСЫ Л ЫУ (тупсыл-) ҡ. төш. ҡар. тупсыу I, 1. страд, от тупсыу I, 1. Тупсылған ойоҡбаш. Тупсылған носки. Тупсылған тоҡ.
ТУПСЫТЫУ (тупсыт-) ҡ. йөкм. ҡар. тупсыу I, 2. понуд. от тупсыу I, 2. Тоҡто туп-сытыу. Тупсытып бәйләу.
ТУПСЫУ I (тупсы-) (Р: штопать; И.: darn; T.: çitemek) ҡ.
1. Ҡатлап-ҡатлап бер урынды йүрмәү. □ Штопать. // Штопание, штопка. Ойоҡбашты тупсыу. Тупсып тегеу. Һутелгән ерҙе тупсып ҡуйыу.
2. диал. Арҡан төйнәү. □ Делать узлы на верёвке. Тупсып бәйләу. Бауҙы тупсып ҡуйыу. Ныҡ итеп тупсыу.
ТУПСЫУ II (Р: тупой, закруглённый конец кости; И.: blunt end of a bone; T.: kemiğin küt ucu) и.
1. һөйәктең тупалсаҡ башы. □ Тупой, закруглённый конец кости. Тупсыу һыныу. Тупсыу һуғылып яңғыраны.
2. диал. Яурын һөйәге. □ Плечевая кость. Тупсыуҙың быуыны сыҡты, ахырыһы, ҡулды кутәреп булмай. Тупсыу һынған. Тупсыу быуынын урынына ултыртыу.
3. диал. Терһәк быуынының башы. □ Головка локтевого сустава. Тупсыу төҙөлөшө. Тупсыуға бандаж һалыу. Тупсыу һыҙлау.
594