Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 596 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУП-ТУРА
верхность: тук-тук. Туп-туп килеү. Ямғыр ҡыйыҡҡа туп-туп төшә. Алмалар туп-туп ҡойолалар. ■ Ете малай үҙҙәренең үрелеп кенә тоторға ҡалған табышын, эйелеп кенә алырға ҡалған ризығын юллап, эҫе тупраҡҡа туп-туп баҫып, теремек кенә атлап бара. М. Кәрим. Был һүҙҙәр хәлфәнең ҡолаҡтарына борсаҡ һымаҡ туп-туп итеп бәрелгәндәй булды. Ғ. Ибраһимов.
ТУП-ТУРА (Р.: совершенно прямо; И.: very straight; T.: çok doğru) р. артыҡл. дәр. ҡар. тура I. превосх. степ, от тура I.
Төп-төҙ, кәкрәймәгән. □ Совершенно прямо, прямолинейно, прямёхонько; ровненько. Туп-тура килеү. Туп-тура барыу. Туп-тура һыҙыу. Н Ул [Заятүләк] туп-тура Балҡантауға табан юл тота. «Заятүләк». Ташбулат тимерлектән сыҡҡас та өйөнә туп-тура ҡайтманы. С. Агиш.
ТУПТЫР (Р: подражание звуку падения множества твёрдых тел; И.: sound imitative word; T.: tup tıp) оҡш.
Тумалаҡ ҡаты нәмәләр күп булып ҡойолғанда һ.б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку падения множества твёрдых тел (например, града). Туптыр итеп ҡалыу. ■ Коммунистик урамы яғынан да, Свердлов, Пушкин, Фрунзе урамдары яғынан да туптыр иткән йүгереү тауыштары ишетелә. «Йәшлек», 23 октябрь 2010.
ТУПТЫРАУ (туптыра-) ҡ. ҡар. туптырлау 1. Туптырап төшөү. Туптырап ҡалыу. Тамсылар туптырай.
ТУПТЫРЛАТЫУ (туптырлат-) (Р: стучать по чему-л:, И.: pat (against); T: tıp etmek) ҡ.
Туптыр-туптыр иттереү, туптыр-туптыр килтереү. □ Стучать по чему-л. Ҡыйыҡты туптырлатыу. Туптырлатып төшөү. Алманы туптырлатып ҡойоу. ■ Рәхмәтулла ҡарттың йөрәге, көҙгө ҡара туң ҡоршаған ерҙе ҡатҡыл тояҡтары менән ҡара айғыр туптырлатып сапҡан төҫлө, дөпөлдәп типте. Ш. Янбаев.
ТУПТЫРЛАУ (туптырла-) (Р: стучать падая; И.: patter; T.: tıp etmek) ҡ.
1. Туптыр-туптыр итеү; туптыр-туптыр килеү. □ Стучать падая. Тамсы туптыр
лай. ■ Мәликәнең бите буйлап субырлаған йәштәре яһалып та эселмәгән сәйенә, ҡурсағының алһыу битенә туптырлап аҡты. Т. Ғарипова. Кәртә буйында үҫкән дегәнәк япраҡтарында ямғыр тамсылары шулай туптырлай! Ш. Янбаев. Атайым .. Камил менән Камиланы күтәреп алырға әҙерләнде. Улар хәҙер түр бүлмәнән туптырлап килеп сығырҙар, тип көттө, ахырыһы. Г. Яҡупова.
2. ҡар. тубырлау 2. Туптырлап торған икмәк. Күмәс туптырлап тора.
ТУПТЫРЛАШЫУ (туптырлаш-) ҡ. урт. ҡар. туптырлау 1. взаимн. от туптырлау 1. Туптырлашып килеп сығыу. М Көн буйы һалҡында эшләгән егеттәр, өй йылыһын һағынып, туптырлашып ҡайтып инделәр. Ш. Янбаев.
ТУПТЫР-ТУПТЫР (Р: подражание звуку падения множества твёрдых тел; И.: sound imitative word; T: tup tıp) оҡш.
Тумалаҡ ҡаты нәмәләр күп булып ҡойолғанда һ.б. сыҡҡан тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание звуку падения множества твёрдых тел. Туптыр-туптыр итеү. ■ Ҡалын көрт йырып, һыуланып-боҙланып, туптыр-туптыр өйгә ҡайтып инһә, әсәһенән ныҡ ҡына эләгә торғайны Нәфисәгә. Ш. Янбаев.
ТУПҺА (Р: порог; И.: threshold; Т: eşik) и.
1. Ишек йәки тәҙрә тирәсенең аҫҡы өлөшө. □ Порог, подоконник. Ишек тупһаһы. Тәҙрә тупһаһы. Тупһа аша сығыу. Тупһаға ултырыу, а [Ҡарт] ҡайтҡас, тупһаһын ашатлап, һүҙ ҡатырға ла өлгөрмәгән, ҡарсығы, ике малай күтәреп, ҡаршыһына килеп баҫҡан. Әкиәттән. Ҡойоп ямғыр яуған төндө Мәҙинә ғүмере бер тупһаһын ашаҡламаған өйҙөң тәҙрәһен шаҡырға мәжбүр булды. Т. Ғарипова. Иртәнсәк Закир бабай тәҙрәне асып ҡуйғайны, уның тупһаһына, ем һорап, бер күгәрсен ҡунды ла, башын әле тегеләй, әле былай борғолап, ҡарана башланы. Р. Байбулатов.
2. күсм. Өй, ғаилә (ғәҙәттә, «кеше» һ.б. һүҙҙәр менән) □ Семья, дом; отчий порог. Кеше тупһаһы. Тыуған тупһа. Атай туп
596