ТУПҺЫҘ
һаһы. Я Сыуаҡтай яҡты Ғәзизә абыстайҙы ла, моғайын, тик «Карамышева» булғаны өсөн генә тыуған тупһаһында ултереп киткәндәрҙер. Р. Байымов. [Буранбай:] Етем быҙау шикелле, кеше тупһаһында йөрөрөмдө белһәм, ике аяғымдың береһен дә атламаған булыр инем. И. Ғиззәтуллин. Милләтте ғаилә генә ҡотҡара ала. Барыһы ла ғаиләнән башлана, һәм барыһын да сәңгелдәктән, тыуған тупһанан, тыуған нигеҙҙән, тыуған йорттан башларға кәрәк. Р. Бикбай.
3. кусм. Ниҙеңдер алды, башланған урыны; рубеж. □ Порог, начало; рубеж. Я Үтә алманым мәрхәмәттең тупһаһын атлап, унда бик куптәр сират торалар һаҡлап. Р. Өмөтбаев. Мең туғыҙ йөҙ туҡһан дуртенсе йыл, баҫып торам һинең тупһаңда. Т. Ғәниева. Әле алтынсы цивилизация тупһаһында баҫып тора кешелек. М. Ху-жин.
4. һыу төбөндәге таш һикәлтә. □ Выбоина, уступ. Я [Арынбаҫаров] ниндәй ҡөҙрәт менәндер инде, һыу эсенән суҡайып сығып торған таш тупһаға йәбешеп өлгөрҙө. Д. Бүләков.
5. Ишек күгәнен ултырта торған сөйлө тимер. □ Шарнир, дверная петля. ■ Мир-сәй ағай ишектең тутығып бөткән тимер тупһаларын алмаштырҙы. Ә. Вәли.
6. миф. Ике донъя сиге. □ Порог (в мифологии граница освоенного и неосвоенного мира, зона между домом и внешним миром). Тупһа аша курешергә ярамай.
♦ Тупһа тапау инеп-сығып, килеп-китеп күп йөрөү. □ Обивать пороги. Я Бына бер аҙна буйынса упродком, УОНО тупһаларын тапап арыған Ҡәмәр менән Мария килеп инде. А. Таһиров. Хисбулла етеп бөткәнсе мәҙрәсә тупһаһын тапаны, йәп-йәш көйө оҙон елән кейеп мәсеткә йөрөнө. 3. Биишева. Уҡыуҙа һабаҡташтары алдында уҙен өлгө итеп ҡуйһалар ҙа, малайҙың бер ҙә мәҙрәсә тупһаһын тапау теләге юҡ ине. М. Хужин. Тупһаға аяҡ баҫтырмау яҡын килтермәү, ебәрмәү; килергә, йөрөргә рөхсәт итмәү. □ Не подпускать близко. Был әҙәмдең тупһама аяғын да баҫтырмайым.
ТУПҺАҒА БАҪЫУ (Р.: наступание на порог; И.: tread upon a threshold; T.: eşiğe basmak) и. этн.
Кире семантикаға эйә эш-хәрәкәт. □ Наступание на порог (имеет отрицательную семантику). Я Тупһаға баҫырға ярамай. Баҫһаң: «Минең һымаҡ баҫылып йөрө», — ти икән. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТУПҺАҒА УЛТЫРЫУ (тупһаға ултыр-) (Р: садиться на порог; И.: sit on a threshold; T.: eşiğe oturmak) и. этн.
Нимәнеңдер сиген аңлатҡан хәүефле эш-хәрәкәт. □ Садиться на порог (опасное действие, т. к. порог — это граница). Я Тупһаға ултырма — бәләкәй ҡалаһың. Экспедиция материалдарынан.
ТУПҺА ТИБЕҮ (Р: пинать порог; И.: kick the threshold; T.: bir tür gelenek) и. этн.
Бала табыуҙы тиҙләтеүгә йүнәлтелгән йола. □ Пинать порог (ритуальное действие, направленное на ускорение родов). Я Бала оҙаҡ куренмәһә, ауырлы ҡатынға тупһа тибеу йолаһы уткәрелгән. «Башҡорт мифологияһы » нан.
ТУПҺА ТӨБӨ (Р: основание порога; И.: base of a threshold; T.: eşik) и. этн.
Хәүефле һаналған урын. □ Основание порога (опасное место). Тупһа төбөндә торма. Тупһа төбөнән кит.
ТУПҺА ЭЙӘҺЕ (Р: дух порога; И.: threshold's custodian; T.: Ev İyesi) и. миф. ҡар. өй эйәһе.
Өй хужаһы. □ Дух, хозяин порога (хранитель дома). Тупһа эйәһен асыуландырырға ярамай. Тупһа эйәһен ризалатыу.
ТУПҺЫҘ (Р: беззастенчивый; И.: shameless; unblushing; T.: utanmaz) с.
1. Оялыу, тартыныуҙы белмәҫ (кешегә ҡарата). □ Беззастенчивый, бесцеремонный; циничный, бестактный. Тупһыҙ әҙәм. Я Хәмит тигәне ишек төбөндә туҡтап ҡалған ҡыҙға тишерҙәй итеп ҡараны, тупһыҙыраҡ кеше, курәһең. Н. Мусин. [Гөлшан:] Эй ошо Мәғәфур ағай тупһыҙ ҙа инде, гел теләһә нәмә лыҡылдай ҙа йөрөй. Д. Бүләков.
2. Әҙәпһеҙ; хаяһыҙ (һуҙ, ҡылыҡҡа ҡарата). □ Неприличный, непристойный. Я Бер
597