ТУПҺЫҘЛАНЫУ
биғәләш кеше шикелле торған был әҙәмдең тупһыҙ ғына һуҙенән бөтәһе лә уңайһыҙланып куйҙы. Р. Солтангәрәев. Муйнактың ул [Алдар] Ҡыҙрасҡа әйткән тупһыҙ һуҙҙәрен ишеткәс тә, уҙен ергә тигеҙләмәк булып, һикереп тора һалды. «Зөһрә менән Алдар». [Камалетдиновтың] Гөлмәрйәмдең тупһыҙыраҡ ҡылығына йәне көйә биреп ҡуйҙы. Т. Ғарипова.
ТУПҺЫҘЛАНЫУ (тупһыҙлан ) (Р.: становиться беззастенчивым; И.: get shameless; T.: utanmaz olmak) ҡ.
Тупһыҙға әйләнеү, тупһыҙ булыу. □ Становиться беззастенчивым, бесцеремонным. Тупһыҙлана барыу. Тупһыҙланып китеу. Тупһыҙланып бөтөу.
ТУПЫЙ I (Р: тюбетейка; И.: tyubeteyka’, T: takke) и. этн.
1. Әбейҙәрҙең шәл, яулыҡ аҫтынан кейә торған һырыулы сөм түбәтәйе. □ Тюбетейка (глубокая стёганая, надеваемая старухами под платок или шаль).
2. диал. һырып, тышлап тегелгән баш кейеме; бүрек. □ Шапка. Тупый кейеу. ■ Тупый менән тығылған тишектән буре шул арала сығып та һыҙған. Әкиәттән. Балаға куҙ теймәһен тип, тупыйына ҡаҙ ҡойроғо тегәләр. «Башҡорт мифологияһы»нан.
ТУПЫЙ II с. диал. ҡар. тупыс. Тупый бармаҡ. Тупый ҡолаҡлы.
ТУПЫЙ III (Р: бутень; И.: edible root species; T: bir tür bitki) и. диал. ҡар. ҡуянтубыҡ.
Кишергә оҡшаған ашай торған үлән. □ Бутень (лат. Chaerophyllum). Тупый япрағы. Тупый соҡоу. Тупый ашау.
ТУПЫЙ АПҠАСЫУ (Р: свадебный обычай, при котором встречающие сватья прячут шапку гостя-свата; И.: sort of Bashkir wedding ritual; T: bir düğün geleneği) и. этн.
Туйҙы ҡаршы алғанда һыбай ҡоҙалар тарафынан ҡунаҡҡа килгән ҡоҙаның бүреген алып ҡасыу йолаһы. □ Свадебный обычай, при котором встречающие сватья прячут шапку гостя-свата. Тупый апҡасыу уткәреу. Тупый апҡасыу йолаһы.
ТУПЫЙБАШ (Р: лебеда; И.: orach; Т: karapazı) и. диал. ҡар. алабута.
Сыбар япраҡлы, тарбаҡ һабаҡлы, ваҡ йылтыр орлоҡло сүп үләне. □ Лебеда (лат. Atriplex). Тупыйбаш утау. Тупыйбаш орлоғо. Картуф баҡсаһын тупыйбаш баҫҡан.
ТУПЫЙҘЫ ТАУЫҠ (тауығы) и. диал. ҡар. бүрекле тауыҡ. Тупыйҙы тауыҡ урсе-теу. Тупыйҙы тауыҡ аҫрау. Тупыйҙы тауыҡ йомортҡаһы.
ТУПЫЛ и. диал. ҡар. тирәк 1. Тупыл ағасы. Тәҙрә төбөндә бейек тупыл ағасы уҫә. Тупыл мамығы әҫпе тыуҙыра.
ТУПЫЛДАТЫУ (тупылдат-) (Р: хлопать рукой; И.: pat; T: şaklamak) ҡ.
Туп-туп иттереү, туп-туп килтереү. □ Хлопать рукой, шлёпать; трепать. Тупылдатып яратыу. ■ Илдус, бала һөйгәндәй, уның [Гөлсирә инәйҙең] арҡаһын усы менән тупылдатып алды. Р. Ғабдрахманов. Факиһа ҡайтыр көн Мырҙагилдене ҡулынан төшөрмәй тупылдатып һөйҙө лә һөйҙө, усына ултыртып һикертте. Ж. Кейекбаев. Игендәр өлгөргәс, Урал буйҙарын салғы, ураҡ сыңлау ы, ырҙындарҙа тупылдатып ашлыҡ һуҡҡан шыбағас тауыштары яңғырата. Ш. Янбаев.
ТУПЫЛДАУ (тупылда-) (Р: стучать; И.: pat, patter; T: zıplatmak) ҡ.
Туп-туп итеү, туп-туп килеү. □ Стучать, ударяться со стуком. Тупылдап төшөу. Тупылдап ҡойолоу. ■ Ҡояш йылмайып баҡҡанда, өй ҡыйыҡтарынан тамсылар тупылдай башланы. Р. Байбулатов. Егеттәр ялындыр-май-инәлтмәй, бер-бер артлы тупылдап төшөп кенә торҙо. 3. Биишева, һалҡын ямғыр тәҙрә яҡтауы ярығынан утә, тупылдап иҙәнгә һарҡа. Т. Ғарипова. Бөтә мөйөштәрҙән тамсыларҙың тупылдауы уның [Сергей-ҙың] яңғыҙлыҡ, аҙашҡанлыҡ тойғоһон тағы ла ҡырҡыулаштыра төштө. А. Абдуллин. Тупраҡ киҫәге, таш кеуек, тупылдап барып төштө, ләкин таралманы. Ә. Вәли.
ТУПЫЛДАШЫП (Р: один за другим; И.: one after another, in succession; T: arka arkaya) р.
Бер-бер артлы, һап-һау һәм таҙа булып (балалар тураһында). □ Один за другим. ■ [Хәкимә әбей:] Өҫ бөтөн, тамаҡ туҡ, бәхет ҙур — тупылдашып өс малай уҫеп килә,
598