Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 599 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУР
эшләнек, тегеләй-былай ғына тугел — билде биштән быуып. Р. Ханнанов. Азамат артынан уның ҡусты-һеңлеләре донъяға килер. Тупылдашып уҫерҙәр, ваҡыттары еткәс, башлы-куҙле булырҙар. Ә. Хәкимов.
ТУПЫЛДАШЫУ (тупылдаш ) ҡ. урт. ҡар. тупылдау, взаимн. от тупылдау. Тупылдашып ергә төшөу. Тупылдашып тәҙрәгә һуғылыу. М Тупылдашып ергә эре ҡыҙыл алмалар ҡойолдо. М. Кәрим. Тауҙы менеп, юл сауҡалыҡҡа боролғас, артта ат тояҡтары тупылдашҡан, ҡысҡырып көлөшкән тауыштар ишетелде. Ғ. Лоҡманов. Быға тиклем өҙөлмәй ҡалған миләштәр тупылдашып ергә ҡойолдо. Ф. Әсәнов.
ТУПЫРЛАУ (тупырла ) ҡ. ҡар. тубырлау II. Ту пырлап ҡойолоу. Ту пырлап төшөу. ■ Уралымдың ата-бабалар йәне гиҙгән ергә туҡтаным. Таштарына тиклем тупырлап йәнләнеуен тойоп йоҡланым. Й. Солтанов. Тулҡын гөрһөлдәп тороуына ҡарамаҫтан, аттарҙың бер урында тупырлап өйөрө-лөуе, уларҙы тынысландырырға тейешле «тпру»ҙар, уҙ-ара ҡысҡырышҡан тауыштар асыҡ ишетелде. Б. Рафиҡов.
ТУПЫРСЫҠ (тупырсығы) (Р: щиколотка лошади, куда накладываются путы; И.: tethering spot; T.: atların ayağına köstek takılacak yer, bilek) и. диал.
Ат бәкәленең тышау һала торған урыны. □ Щиколотка лошади, куда накладываются путы. Аттың тупырсығы ҡырылған. Бейәнең тупырсығы ҡанаған. Тайҙың тупырсығына беренсе тапҡыр тышау бәйләу.
ТУПЫР-ТУПЫР оҡш. ҡар. тубыр-тубыр. Тупыр-тупыр килеу. Тупыр-тупыр иткән тауыш сығарыу. ■ [Кәзәнең] тояҡтары тағы ла нығыраҡ тупырлай башлай: тупыр-тупыр, тупыр-тупыр. Әкиәттән. Тупыр-тупыр ат тояҡтары яҡынланы, мылтыҡ гөрһөлдәне. Й. Солтанов.
ТУПЫС I (Р: укороченный; И.: shortened; T.: maksur) с.
Өҙөлөп ҡыҫҡарған. □ Укороченный, оторванный. Тупыс бармаҡлы. ■ Суминов баҫлығып, ниҙер ҡысҡырып, Аҡһаҡ Буренең тупыс аяғын һелтәп төшөрөргә уҡталды. Ә. Хәкимов. [Ҡайтыусыларҙың] ҡайһыһы-
ның бер ҡулы юҡ, ҡайһыһының аяғы аҡһаҡ, ҡай берәуҙәренең бармағы тупыс, ҡайһылары йуткерә, хәлһеҙ, ләкин йөҙҙәрендә өҙлөкһөҙ шатлыҡ, йылмайыуҙар... һ. Дәүләтшина. Алдар, шикләнеуе тамам бөтөп, уның [йыртҡыстың] тупысыраҡ ҡолағынан тотоп, башын әйләндереп ҡараны. Н. Мусин.
ТУПЫС II (Р.: культя; И.: stump; T.: kütük) и.
Ғәрип ҡул (аяҡ) ҡалдығы. □ Культя. ■ Атласов, сулаҡ ҡулының тупысы куренмә-һен тип, еңен тартып ҡуйҙы. Ғ. Хисамов.
ТУР I (Р: силок; И.: noose; snare; T.: tuzak) и.
Ҡош, йәнлек тота торған ау. □ Силок, тенёта. Ҡуян туры. Тур һалыу. Тур менән тотоу. • Ир яңылышып ҡулға төшөр, ҡош яңылышып турға төшөр. Әйтем.
ТУР II [фр. tour < лат. tomo ‘түңәрәкләйем’] (Р: тур; И.: turn; T.: dönüş) и.
1. Бейегәндә бүлмә урата бер әйләнеш. □ Тур (один круг танца). Вальс турына саҡырыу. Бер тур утеу. Вена вальсы туры.
2. Эштәге бер этап. □ Тур. Тәуге тур һөҙөмтәләре.
3. Ярыштың, конкурстың һ.б. унда ҡатнашыусылар бер генә сығыш яһай ала торған бер өлөшө. □ Тур (часть какого-л. соревнования, состязания, конкурса). Фестиваль туры. Олимпиаданың беренсе туры. Шахмат ярыштарының сираттағы туры. Һайлауҙарҙың беренсе туры. ■ Студияла уҡырға ниәтләуселәрҙе өс тур аша уткәреп, һәр йәһәттән бик ҡаты тикшереп һәм һайлап ҡына аласаҡтар икән. М. Садиҡова. Алтынсы тур һөҙөмтәләре буйынса һәр төркөмдөң иң көслөһө асыҡланды. «Башҡортостан», 8 июнь 2013. Һайлауҙың икенсе туры буласағы бәхәсһеҙ. «Йәшлек», 19 ғинуар 2010. Студияға инергә теләп ғариза биреуселәр-ҙең ике турҙан һуң яртыһы ла ҡалманы инде. Н. Мусин. Төбәгебеҙҙә бишенсе тапҡыр уткәрелгән сараның тәуге туры, ғәҙәттәгесә, район-ҡалаларҙа ойошторолдо. «Башҡортостан», 14 декабрь 2013.
4. Алдан билдәләнгән маршрут буйынса сит илгә барыу; ил, донъя гиҙеп йөрөү, сәйәхәт. □ Тур (путешествие, поездка по
599