ТУР
круговому маршруту). Европа буйлап тур. Урта диңгеҙ буйлап тур. ■ Бындай турҙар [Аргаяш ауылына] Башҡортостандың Силәбе өлкәһендәге рәсми вәкиле Амур Хә-бибуллиндың ярҙамы менән ойошторола. «Башҡортостан», 14 май 2013.
ТУР III [кельт] (Р.: тур; И.: aurochs; Т.: yaban öküzü) и. зоол.
1. Нәҫеле ҡороған ҡырағай үгеҙ. □ Тур. / Турий (лат. Bos primigenius). Тур һөлдәһен табыу. Турҙың баш һөйәге. Тур Европа урмандарында йәшәгән.
2. Кавказдағы тау тәкәһе (горный кавказский козёл). □ Тур. / Турий (лат. Çarpa caucasicd). Тур мөгөҙө. Зоопаркта тур куреу. Турҙарҙың һаны йылдан-йыл кәмей бара.
ТУР IV [фр. tour ‘башня, манара’] (Р.: тур; И.: gabion; T: ağırlık sepeti) и.
1. Эсенә таш һәм кәҫ тултырыла торған һәм гидротехникала ҡулланылған үрмә кәрзин. □ Тур (плетёная корзина, наполненная камнями и дёрном, употребляемая в гидротехнике). Турға таш тултырыу. Турға һалып мендереу.
2. Тау башына беренсе булып күтәрелгән альпинистарҙың таштарҙан өйгән пирамидаһы. □ Тур (пирамидка из камней, складываемая альпинистами на вершине). Тур эшләу. Турға таштар өйөу.
ТУРА I (P: прямой; И.: straight; T: doğru) с.
1. Берәй йүнәлешкә бер тигеҙ тартылған; кәкре түгел; төҙ. □ Прямой, прямолинейный; ровный (о линии). Тура мөйөш. Тура һыҙыҡ һыҙыу. К [Василий Архипович Раяға] планшетҡа йәбештерелгән ватманға тушь менән тигеҙ, тура һыҙыҡтар, мөйөштәр, туңәрәктәр һыҙырға өйрәтә. И. Абдуллин. Экипаж өлгөрә алманы, өсөнсө «тигр» тура наводка менән атып ебәрҙе. Ғ. Аллаяров.
2. Көмрө түгел, көмрәймәгән; төҙ. □ Прямой. Н Уның [Саяфтың] алдына шәм кеуек тура кәуҙәле официант шыҡ итеп килеп тә баҫты. С. Агиш. Самсонов, йәше ҡырҡ биштән уҙған техник, оҙон тура кәуҙәле, туңәрәк ерән һаҡаллы, уткер куҙле. А. Таһиров.
3. Ситтән урамаған, тапҡыр йүнәлешле. □ Прямой (о дороге). ■ Ерәнсәй ҙә менән, ай, Көрәнсәй юрғалайҙыр тура юл менән. Халыҡ йырынан. Кырҡ өсөнсө йылдарҙа ла пулемёттан аттыҡ беҙ. Ленинградтан Мәскәугә тура юлдар астыҡ беҙ. Бәйеттән. Ағиҙелкәйҙәрҙең аръяғында һыҙылып киткән тура юл булыр. Сығыр ҡояш, иҫер һалҡын елдәр, минән һиңә сәләм шул булыр. Йырҙан. Ҡайтышлай ул [Нурислам] ҙур урамдан китмәне, Ҡыҙыл яр тигән соҡор буйлап һалынған тура һуҡмаҡтан юрғаланы. М. Кәрим.
4. Пункттарҙы туранан-тура бәйләгән, тоташтырған; күсеп ултырмай торған. □ Прямой; беспересадочный. Тура маршрут. Тура автобус. Тура бәйләнеш.
5. Уй-фекерҙе, тойғоно һ.б. асыҡтан-асыҡ белдергән. □ Прямой, откровенный, недвусмысленный. Тура һорау. М 'Сәғит Мирас — йәше менән өлкәнерәк, тура һуҙле, әҙип кеше. Р. Байымов. Бөтәһе лә уны [Зөләйхә инәйҙе] тура һуҙле, ғәҙел холоҡло тип ярата, хөрмәтләй. 3. Биишева. [Кәбир Са-бирҙың] һорауына тура яуап биреуҙән тайшанды. Яр. Вәлиев. • Тура һуҙгә яуап юҡ. Әйтем.
6. Дөрөҫ, ысын, тоғро булған. □ Правдивый, верный, правильный. ■ [Алдар — Муйнаҡҡа:] Бөтә ете ырыуға батыр тигән даным сығып, ниндәй генә бәлә-ҡазаға тарыһам да, мин уҙемә тура юлды һайларға тейешмен. «Зөһрә менән Алдар». Хәҙер уҙенең тура юлдан дөрөҫ барған кеше икәнлегенә тамам ышанған, һәр хәлдә лә шулай иҫәпләгән уҫмер егет ине [Морат]. Р. Солтангәрәев. [Ишмырҙа:] Ҡулдан килгән хеҙмәтте батша хәҙрәттәренән аямайбыҙ инде уны! Нисек кенә булһа ла, тура хеҙмәт итергә тырышабыҙ инде! Д. Юлтый.
7. лингв. Үҙгәртелмәгән, күсмәгә әйләндерелмәгән, төп; киреһе — күсмә. □ Прямой (о значении слова). Тура һәм кусмә мәғәнәле һуҙҙәр. М Ул [Мәхмут] һис бер саҡта ла һуҙен тура мәғәнәһе менән һөйләмәгән, гел ситләтеп әйткән, йомаҡсы булған. «Мәхмүт сәсән».
600