Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 601 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУРАЙТТЫРЫУ
8. Аралағы инстанцияларҙы, баҫҡыстарҙы ситләтеп үтеп, туранан-тура ашырыла торған. □ Прямой, непосредственный. Тура һалым. Тура сығым.
ТУРА II (Р.: прямо; И.: straight; T.: doğru) p.
1. Кәкрәймәйенсә, төҙ. □ Прямо. Тура ултырыу. Н Мөҡсин ағай башын тура тотоп, ышаныслы баҫып атлай. Н. Мусин. [Йәмлихә еңгә] атлағанда ҡыйыҡ-мыйыҡ китмәй, тыпырсынып та ҡуймай, тура баҫып, яй ғына, йөҙөп кенә йөрөй. М. Кәрим. Юлдарҙың өсөһө, тартылған ҡайыш кеуек, ауылға тура һуҙылып, тигеҙ яландан килә. С. Агиш. • Туры ат еккән тура киткән. Әйтем.
2. Ике арала туҡталмайынса, бер урынға ла инмәйенсә. □ Прямиком. Тура эшкә барыу. ■ Яҡуп, мал һарайы эргәһенән киткәс тә, тура Фәхриҙәргә йунәлде. Б. Бикбай. Бәхтиәров кисә Әсмәне бынан тура өйгә алып ҡайтты, бергәләп дәрес планы төҙөп ултырҙылар. Н. Мусин. Ғәлиәхмәт саҡырғанды көтөп торманы, ҡаты ғына тартып, ишекте асты ла тура өйгә атланы. Р. Байымов.
3. кусм. Фекерҙе, хис-тойғоно һ. б. асыҡтан-асыҡ белдереп, йәшермәйенсә. □ Прямо, откровенно. Тура һорау. М Старшина тура әйтеп, солтандың куңелен ҡырмаҫ өсөн, йәнә кинәйәгә төрҙө яуабын. Ғ. Хөсәйенов. Тура әйтелмәһә лә, нимә хаҡында һуҙ барыуын Заһит төшөндө. Яр. Вәлиев. Ринат тел осонда ғына торған ошо һуҙҙәрен тура ярып әйтергә уҡталып-уҡталып ҡуйҙы ла, серен төпкәрәк йәшергәндәй, ирендәрен ҡымтыны. Р. Байбулатов. • Тура әйткән туғанына ярамаған. Әйтем.
ТУРА III (Р: противолежащее место; И.: opposite spot, place; T.: karşı yer) u.
Кем йәки нимәгәлер ҡаршы ятҡан урын; тәңгәл, тапҡыр. □ Противолежащее место. Беҙҙең тура. Мәктәп тураһы. ■ Ул [Хәсәнша], Саръяндар тураһына еткәс, ҡапыл туҡтаны. Ә. Байрамов. Заятуләктең аты шул ҡыҙҙың сәс тарап ултыра торған ташы тураһына туҡтағайны. «Заятүләк».
Тәукилдиев курһәткес бармағын маңлай тураһына кутәрҙе. С. Агиш.
ТУРА IV [фр. tour} (Р: тура, ладья; И.: rook; T.: kale) и.
Башня рәүешендәге шахмат фигураһы исеме. □ Тура, ладья. Тура менән йөрөу. Тураны ашау. Тура диагональ буйынса йөрөй.
ТУРА V (Р: сладкое кушанье из ягод земляники, клубники, до густоты вываренное в цельном молоке; И.: kind of sweet dairy food; T: bir tür tatlı) и. диал.
Еләкте ҡуйы һөттә ҡуйырғансы ҡайнатып әҙерләнгән тәмле аҙыҡ; әжекәй. □ Сладкое кушанье из ягод земляники, клубники, до густоты вываренное в цельном молоке. Тура әҙерләу. Тура ҡайнатыу. Ҡурай еләгенән тура. Тураға еләк йыйыу.
ТУРАҒА р. ҡар. тура II, 2. Тураға барыу. Урман аша тураға сығыу. ■ Хат ташыусы Ғөбәй ағай, .. ишеккә бармайынса, тураға баҡса ҡапҡаһына килде. Р. Ғабдрахманов. Йөклө арба урамдан барып, урауҙан боролоп килеп сыҡҡансы, тураға килеусе малайҙар куптән баҫыу кәртәһе аръяғында ине инде. И. Ғиззәтуллин. Нурисламов тураға икмәк ҡабул итеу пунктына йунәлде. М. Ғиләжев.
ТУРАҒЫС (Р: резак; И.: chopper; T: kesme makinesi) и.
Ниҙе лә булһа турай торған машина йәки ҡорамал. □ Резак, резка. Силос турағыс. Бесән турағыс. М Һонторҙоң ҡушыуы буйынса, ул [Азат] ҡамыр баҫа, ит турағыс аша ит уткәрә. Ә. Байрамов. [Кәбир] «Ҡыҙыл байраҡ» колхозы биреп торған һалам турағысты, пар ҡаҙанын көйләп алды. Яр. Вәлиев.
ТУРАЙТҠЫС (Р: выпрямитель; И.: rectifier; T: doğrultucu) и. физ.
Алмаш электр тогын даими токка әйлән-дерә торған яйланма. □ Выпрямитель. Ярым уткәргесле турайтҡыс. Механик ту-райтҡыс. Электр турайтҡыс.
ТУРАЙТТЫРЫУ (турайттыр-) ҡ. йөкм. ҡар. турайтыу, понуд. от турайтыу. Рәшәткәләрҙе турайттырыу. Ҡойманы турайттырыу. Юлды турайттырыу.
601