Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 602 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУРАЙТЫЛЫУ
ТУРАЙТЫЛЫУ (турайтыл-) ҡ. төш. ҡар. турайтыу, страд, от турайтыу. Ҡапҡа турайтылды. Кәртә турайтылды. ■ Тыҡрыҡ турайтыла, мунса эскәрәк кусә. Ә. Хәкимов. [Кешеләр] башта маяҡтар ҡаҙап, буласаҡ уҙәнде билдәләнеләр, һуңынан ту-райтылаһы урындарҙы бер төрәнле тамыр киҫкес һабан менән һөрөп сыҡтылар. И. Ғиззәтуллин.
ТУРАЙТЫУ (турайт-) (Р.: выпрямлять; И.: straighten; T.: doğrultmak) ҡ.
Тура (II, 1) итеү. □ Выпрямлять. // Выпрямление. Кәуҙәне турайтыу. ■ Быймалы, тауышын көрәйтә, кәуҙәһен турайта биреп, йәнә юлдаштарына боролдо. Т. Ғарипова. Арыҫлан, башын кутәреп, уткер ҡарашы менән бөтә тирә-йунде байҡап алды, яурындарын турайтты. Ғ. Ибраһимов. Мостафин, уксәләрен шыҡылдатып, кәуҙәһен турайтып, честь бирҙе. Т. Килмөхәмәтов.
ТУРАЙЫУ (турай-, турая) (Р: выпрямляться; И.: get straight; T.: doğrulmak) ҡ.
Тура (I, 1-3) хәлгә килеү. □ Выпрямляться. // Выпрямление. Турайып китеу. Турайып ҡалыу. Юл турайҙы. ■ Хәйҙәр турайҙы ла, Бурандың кутәрелгән ҡулын кургәс, һуғышырға әҙерләнде. Ә. Бикчәнтәев. Сергей Кузьмич турайыбыраҡ ултырҙы ла ҙур ҡәнәғәтлек менән мыйығын бороп алды. Ә. Вәли. Бабай, инде турайып атлап китер саҡта ҡапыл билен тотоп, ергә һеңде. К. Кинйәбулатова.
ТУРА КИЛЕҮ (тура кил-) (Р: подходить; И.: fit; T.: uymak) ҡ.
1. Ярашлы булыу, ярау. □ Подходить, соответствовать, быть пригодным. Ысынбарлыҡҡа тура килеу. ■ Бурәнәләр ырмауына тура килмәй, тигеҙ ятмай. Яр. Вәлиев. Көҙгө сыуаҡ кеуек яҡты көләс йөҙлө, йомшаҡ, яғымлы һуҙле, изгелексән .. был әбейгә Сыу аҡай тигән исем ғәжәп йәтеш тура килеп тора. 3. Биишева. Пушкин урамының тубән осондараҡ, тотош баҡса менән ҡапланған ишек алдына сумып ултырыусы был өй тап уның [Әхмуш Ямаевтың] хыялына тура килә ине. Б. Бикбай.
2. Тап килеү; осрау. □ Попасться; повстречаться. Юлда таныш тура килде. Бер
гә тура килеу. ■ [Тулыбай:] Ағайҙар, йәшләй генә әйләнеп ҡуйғайным, йунһеҙ ҡатын тура килде. Д. Бүләков. Юл ыңғай тура килгән атҡа ултырҙым да дәрестән һуң Аҡшишмәгә киттем. Ш. Бикҡол. Бергә тура килгәндә, Шәмсетдин ағай һуҙҙе хәҙер гел малайҙар яғына борған була. Р. Байымов.
3. Сифат, рәүеш йәһәтенән тап килеү. □ Совпадать, оказаться одинаковым. ■ Каранайҙы осратыу ы, .. уҙ-ара һуҙ ҡуйышыу-ҙары, ҡараштары, фекерҙәре тура килеуе Ҡәнзәфәрҙе ҡыуандырҙы. М. Ғиләжев.
4. Бер эш-хәлдең ваҡытына, урынына тап килеү. □ Совпадать с чем. Байрам ялға тура килә. Эш ваҡытына тура килеу. ■ Зиннәт һуғыштан ҡайтҡан мәл бесән ваҡытына тура килде. Т. Ғарипова. Әсғәт быйыл биш йәшендә булып, бик йәш көйөнсә, бының кеуек ҡара йылдарға тура килде. М. Ғафури. Зилара завод идаралығына кус-кәс, [Вәкил менән] икеһенең эш графиктары тура килмәй башланы шул. X. Зарипов.
5. Кемгә йәки нимәгәлер ҡарата ниндәйҙер кимәлдә тап килеү. □ Приходиться; составлять какое-л. количество по отношению к кому, чему. Кеше башына бер һыйыр тура килә. Кыйбатҡа тура килеу. М Хәл-буки, рустың 3 бото 50 килограмм тугел, бәлки, 49,1 килограмға тура килә. С. Агиш. [Башҡорттар] ағас әҙерләуҙе лә тотҡарланылар, утыҙ-ҡырҡ саҡрымдан ташыуға ҡарағанда, ун биш саҡрымдан төшөрөу купме арзанға тура килә ине? 3. Ураҡсин. Алыҫлығын алыҫ, ләкин [фатир] арзанға тура килде. С. Агиш.
6. Кәрәк булыу, ирекһеҙҙән мәжбүр булыу. □ Приходиться, быть вынужденным; становиться необходимым, неизбежным. Ҡайтырға тура килде. Килешергә тура килә. Бирергә тура килде. ■ Гәуһәргә ҡуҙғалырға тура килде. И. Ғиззәтуллин. Ҡыҙы Нәсимәне кейәугә биргәндә лә Сәлимәгә ире менән куп тартышырға тура килде. һ. Дәүләтшина. Яуапты Зәки Вәлидигә оҙаҡ ҡына көтөргә тура килде. Р. Байымов.
ТУРА ҠАНАТЛЫЛАР (Р: прямокрылые; И.: orthoptera; T.: düz kanatlılar) и. зоол.
602