Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 603 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУРАЛАҠАҪ
Ике пар тупаҫ ал ҡанаттары булған бөжәктәр төркөмө. □ Прямокрылые (лат. Orthopt era). Тура ҡанатлыларға сиңерткә, тараҡандар ҡарай. Тура ҡанатлылар төркөмө.
ТУРАҠЛАНЫУ (тураҡлан ) ҡ. төш. ҡар. тураҡлау, страд, от тураҡлау. Дошмандар тураҡланды. М Кушнир, Фәтихов әйткәнсә, ҡырҡҡа тураҡланһа ла, иптәштәрен һата торған кеше тугел. И. Абдуллин. Бер нисә һалдат улде, тураҡланды, тиҫтәләгән һалдат яраланды. А. Таһиров. Поляк уландарының яртыһынан куберәк өлөшө тураҡланды, иҫән ҡалғандары ҡасып ҡотолдолар. Я. Хамматов.
ТУРАҠЛАТЫУ (тураҡлат-) ҡ. йөкм. ҡар. тураҡлау, понуд. от тураҡлау. Итте тураҡлатыу. Я Бер көн дуртенсе ротаны көндөҙ урмандан яланға сығарып, таҡыр ерҙә австриецтарҙан тураҡлаттылар. А. Таһиров. [Кантон башлығы — Буранбайға:] Беҙҙе ҡуй-һарыҡтай тураҡлатып, кемдәрҙе иркенләтмәксе булаһың? Я. Хамматов.
ТУРАҠЛАУ (тураҡла-) (Р.: разрубать; И.: chop; T: dilim dilim doğramak) ҡ.
1. Ваҡ-ваҡ итеп ҡырҡҡылау; сапҡылау. □ Разрубать; рубить, кромсать, крошить (на куски). // Рубка, кромсание. Кәбеҫтәне тураҡлау. Кайсы менән тураҡлау. М Рифат яҙыуҙы ваҡ-ваҡ киҫәктәргә тураҡлап елгә осорҙо ла иптәштәренең арттарынан елдереп китте. Р. Байбулатов. Көндөҙ ат аҙбарҙарын таҙартып, һалам тураҡлап, улаҡтарға бесән һалғандың һуңында уларҙың [ат ҡараусыларҙың] буш ваҡыттары була. Б. Бикбай. Иҙел — иҙел булып ҡала, һыуын купме буръяҡлама. Имән — имән, ҡырҡып хатта, купме уны тураҡлама. X. Назар.
2. Үткер нәмә (ҡылыс, балта) менән сапҡылап үлтереү. □ Зарубить. // Рубка. Тураҡлап ултереу. К Шунда Аҡъял батыр ҡылысын ҡынынан һурып ала һалып, аждаһаны тураҡлап ташлаған. Әкиәттән. Станицала берәуҙе, ҡылыс менән тураҡлап, тиреҫлеккә ташлап киткәндәр. В. Исхаҡов. Әгәр Кара-һаҡал уҙенең хан мөрите тугеллеген әйтергә
ауыҙ асһа, тураҡлап та ташларҙар ине. Б. Рафиҡов.
3. Юҡ итеү (дошманды), үлтереү. □ Зарубить (врага). // Резня. М Буйһонмаусыларҙы аҫтылар һәм тураҡланылар, уларҙың ҡара мәйеттәре ағас ботаҡтарында бәуелеп ҡалды. С. Злобин. [Кусимов] йән-фарман сабып барышлай, «дошман» һалдаттарын ҡылысы менән ҡыҙыу тураҡланы, сәнсте, мылтыҡтан атты. Я. Хамматов. Фронтҡа яңынан-яңы ғәскәрҙәр килде. Ә һуғыш майҙаны, ашлыҡ һуҡҡыс барабан кеуек, уларҙы киҫкеләй, тураҡлай торҙо. Ғ. Лоҡманов.
4. кусм. Рухи ғазаплау; йөрәкте телгеләү. □ Мучать, терзать. // Мучение, терзание. Әйткән һуҙҙәре йөрәкте тураҡлай. ■ Әйтерһең дә, [Миңнулла] куңелендә тыуған ауыр уйҙарҙы тураҡлай ине. Р. Ғабдрахманов. Мең төрлө ауырлыҡтарҙы еңеп сығып курмәгән Этҡолдарға ошо йөрәкте тураҡлап ташлай торған моңло, әсе ҡара тарихты төшөнөу ҡайҙа... Ғ. Дәүләтшин.
ТУРАҠЛАШЫУ (тураҡлаш-) ҡ. урт. ҡар. тураҡлау 1, 2, 3. взаимн. от тураҡлау 1, 2, 3. Ит тураҡлашыу. Кәбеҫтә тураҡлашыу. Кайсы менән тураҡлашыу.
ТУРАЛА (Р: о; И.: of, about; T.: hakkında) бәйл.
Эйәлек килештәге 1, 2-се зат алмаштары, төп килештәге күрһәтеү алмаштары менән уй, һүҙ объекты булған кеше йәки нәмәне билдәләү өсөн ҡулланыла; хаҡта. □ О, об, обо, про. һеҙҙең турала. Шул турала. Һуҙ беҙҙең турала бара. Был турала бер кем дә белергә тейеш тугел. ■ Әгәр миңә ышанаһың икән, бер ҡасан да минең турала теләһә ниндәй уткенсенән һорап, яҙмышымды хата юрама. Р. Ғарипов. [Неплюев:] Әллә отставкаға китергәме? Юҡ, ул турала уй булыуы мөмкин тугел. Ғ. Хөсәйенов. [Карасас:] Гөлзифаҡайым, һин Юлдыбайҙы башыңдан сығар. Ул турала уйлама. М. Буранғолов.
ТУРАЛАҠАҪ (Р: длинноносый крохаль; И.: long-beaked duck species; T.: tarakdiş) и. диал. ҡар. ҡушы.
Өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған, күп ваҡытын һыуҙа үткәреүсе, башы менән арҡаһы
603