Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 604 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУРАЛАМА
ҡара йәки һоро, ҡабырғаһы менән ҡорһағы алһыу аҡ төҫлө, түбәһе суҡлы, оҙон тар моронло эре сумғыс һыу ҡошо. □ Длинноносый крохаль (лат. Mergus serrator). Туралаҡаҫ ҡанаты. Туралаҡаҫ балыҡҡа бай урындарҙа йәшәй. Туралаҡаҫ яр буйында өң яһап оялай.
ТУРАЛАМА (Р.: овод бычий; И.: large gadfly; T.: sığır büvelek sineği) и. диал.
Ҙур күгәүен. □ Овод бычий (лат. Нуро-derma bovis). Көтөүҙә малды туралама йонсота. Туралама тешләне. Тураламаны үлтереү.
ТУРАЛАНЫУ (туралан-) (Р.: выпрямляться; И.: straighten (out); T.: doğrulmak) ҡ.
Төҙәйеү, турайыу. □ Выпрямляться, распрямляться. Юл тураланды. Я Ул [Сәми], бүлмә эсенә ингәс, тураланды. Ғ. Хәйри.
ТУРАЛАТЫУ (туралат-) ҡ. йөкм. ҡар. туралау 1, 2. понуд. от туралау 1, 2. Я [Политрук:] һин, иптәш Хәкимов, мылтығыңды һулға ауыштыраһың, аҙ ғына туралат әле. Н. Ҡәрипов.
ТУРАЛАУ (турала-) (Р: выпрямлять; И.: straighten; T.: doğrultmak) ҡ.
1. Тура (II, 1), төҙ итеү. □ Выпрямлять, выправлять что-л. Я Айсыуаҡ таҡтаны бағана башынан тартылған киндер епкә тейгеҙеп кенә тураланы. Т. Килмөхәмәтов. Ул [Егоров] элекке кеүек офицер күрһә, бөтә донъяһын онотоп, офицерға үҙенең булдыҡлылығын күрһәтергә тырышып, кәүҙәһен тураламай. А. Таһиров. Бағана соҡор эсенә төшөп ултырҙы. Әмир уны туралап ҡуйҙы. X. Ғиләжев.
2. Тура (II, 1) йүнәлтеү; төбәү. □ Направлять, нацеливать. Туралап ҡайтыу. Туралап бәреү. ■ Ул [политрук] ҡушҡанса, мылтығымды тураланым да аттым. Н. Ҡәрипов.
3. Тура (I, 3) йүнәлеш алыу; төбәлеү. □ Направляться прямо, не сворачивая. Я Лотфулла ла оҙаҡламаны — ауырлыҡ менән кәүҙәһен турайтып, складҡа табан тураланы. Р. Ғабдрахманов. [Сәлимйән:] Ә һин, йәштәш, Өфөгөҙҙән Ырымбурға туралаған таш юлды белмәнеңме ни? Й. Солтанов. Үргә менеп еткәс, [Кинйәғол] көрән ҡашҡа атты
туҡтатты һәм .. Пётр Иванович киткән яҡҡа туралабыраҡ барҙы. А. Таһиров. Ул [Сөнәғәт] алдында күренгән ҡалын урманға туралап бара. Ж. Кейекбаев.
ТУРАЛЫҠ (туралығы) (Р: прямота; И.: straightness; T: doğruluk) и.
1. Тура, төҙ булыу сифаты. □ Прямота, прямизна. Я [Көҫәпҡолов] квадрат араларының киңлеген, орлоҡтарҙың күмелеү тәрәнлеген ҡат-ҡат үлсәп ҡараны, маркер һыҙыҡтарының туралығын тикшерҙе. Ф. Әсәнов. Ошо ваҡыт, артыҡ асыулы килеп бәрелгән тулҡынданмы, әллә Кыҙырас-тың кәүҙә туралығын һаҡлай алмай ел ыңғайына янтайыуынанмы, күҙ асып йомғансы кәмә бер яҡҡа ауып китте. 3. Биишева. [Сәлим:] Бәләкәй юлдың туралығына ҡарағанда, оло юлдың ураулығы яҡшыраҡ шул. Р. Ғабдрахманов.
2. Дөрөҫлөктө йәшермәйенсә әйтеп биреү сифаты. □ Прямота, откровенность. Туралыҡ күрһәтеү. Я [Карт:] Үҙемдең туралығым арҡаһында байҙар ышанып мал бирә башланылар. А. Таһиров. Улай булғас, ниңә беҙгә ҡаршы һуғышырға әтрәт ойоштораһығыҙ? — тине, уны бүлдереп, башҡортса туралыҡ менән Алдар батыр. Н. Мусин. Бибинур ҡарсыҡ ҡоҙаһының туралығын белә ине, әммә былай уҡ, шайтан таяғындай ҡаҙалыр тип уйламағайны. Р. Низамов.
ТУРАЛ ЫҠ Л Ы с. ҡар. тоғролоҡло. Тура-лыҡлы кеше. Туралыҡлы һүҙҙәр әйтеү.
ТУРАЛЫМАЙ (Р: сливочное масло с сушёным красным творогом; И.: quarks added butter; T: tereyağı) и. этн.
Киптереп төйөлгән ҡыҙыл эремсек ҡушылған аҡ май. □ Сливочное масло с сушёным красным творогом. Өҫтәлгә туралы-май ҡуйыу. Туралымай әҙерләү. Күстәнәскә туралымай алыу.
ТУРАЛЫУ (турал-) ҡ. төш. ҡар. турау 1, 2. страд, от турау 1, 2. Туралған йөрәк-бауыр. Ит туралды. Я Дәүләткирәй .. ҡулын туралған йылҡы ҡаҙыһына һондо. Р. Өмөтбаев. Киндер ашъяулыҡ һәйбәтләп һикегә йәйелде, уның уртаһына икмәк, һуған туралып ҡуйылды. С. Поварисов. Янғын-
604