ТУРА ТУЛТЫРЫУСЫ
дан һуң һатып алынған йорт та иҫкергән һәм, һутелеп, утынға туралған. И. Абдуллин. Бабай туралған тауыҡ ите менән өймәләмә батмусты ҡарсығы ҡулынан алды. А. Мағазов.
ТУРАМ и. ҡар. турамыс. Биш турам ит. ■ Ҡыҙҙар шашлыҡ ҡыҙҙырыу өсөн ит тураны, егеттәр был турамдарҙы тимер сымға теҙә башланы. М. Садиҡова. Шул арала табаҡ-табаҡ турам ит, һаба-һаба ҡымыҙ, ҡымран килеп ултырғас, табын тамам туцәрәкләнеп, йәмләнеп китте. Ғ. Хөсәйенов.
ТУРАМА и. ҡар. турамыс. Тәрилкәгә ту-рамалар һалып сығыу. Һәр кешегә өсәр турама тейә. Турама ҡырҡыу.
ТУРАМЫС (Р.: кусок; И.: slice; T.: doğrama) и.
Тураған киҫәк. □ Кусок, ломоть (порезанный ). Бер турамыс ҡаҙы. Ит турамысы. Ит ваҡ турала, шуға турамыс тип атала.
ТУРАМЫСЛАУ (турамысла-) (Р.: резать; И.: chop, mince; T: doğramak) ҡ.
Киҫәк-киҫәк итеп ҡырҡҡылау; турау. □ Резать, разрезать, разрубать, рубить на мелкие кусочки. Итте турамыслау. Турамыслап сығыу. ■ Хужаның ҡатыны турамыслап ҡына ҡарын-ҡарта бешергән булған икән. Ж. Кейекбаев.
ТУРАН [фарс. ûb>] (Р: туранец; И.: Turan; T: Turan) и. этн.
1. Евразия далалары һәм сүллектәре халыҡтары: скифтар, төркиҙәр, монголдар һ. б. □ Туранец, туранцы. / Туранский. Турандар әҙәбиәте. Турандар ҡәбиләләре.
2. кит. ҡар. төрки. Туран ерҙәре. Туран мәҙәниәте.
ТУРАНАН-ТУРА (Р: прямо; И.: directly; T: doğrudan doğruya) р.
1. Ниндәйҙер башҡа бер эш-хәлгә, урын-ергә ҡағылышһыҙ; туп-тура. □ Прямо, непосредственно. Туранан-тура ҡатнашыу. ■ Хирург диафрагма аша усына хәрәкәтһеҙ йөрәкте алды һәм йөрәккә туранан-тура массаж яһай башланы. М. Ғиләжев. Зил-ский уҙе игенде сабыу эшенә туранан-тура ҡатнашманы. Ғ. Дәүләтшин. Туранан-тура
тышҡа асыла торған ишекте шаҡыуына яуап биреусе булмағас, тәҙрә эргәһенә килеп, [РухиәI эскә куҙ һалды. Ф. Чанышева.
2. Йәшереп тормай, асыҡтан-асыҡ. □ Откровенно, открыто; прямо. Туранан-тура һөйләшеу. Туранан-тура һорау. К Тимер, төшөнөп етмәгән нәмәһен туранан-тура һорарға уңайһыҙланып, һуҙҙе уратыбыраҡ башланы. Б. Бикбай. [Кешеләрҙең] ҡайһы бер йыуаштары ҡыймайынса, уйлап ҡарарға вәғәҙә биреп китһәләр ҙә, кубеһе туранан-тура ҡарышты. Һ. Дәүләтшина. Министр урынбаҫары һорауға туранан-тура яуап бирмәне, хәбәрен уратып башланы. Ә. Әминев.
ТУ РАНДЫ (Р: порезанный; И.: minced; T: doğralmış) с. диал.
Туралған, киҫәктәргә бүленгән. П Порезанный. Туранды ит. Туранды ҡаҙыны тәрилкәләргә һалыу. Туранды тултырма.
ТУРАНЛЫ и. этн. ҡар. туран 1 Туран-лылар ере. Туранлылар ижады.
ТУРАТ и. ҡар. туры II. Я Куп тә уҙманы, турат егеуле кырандаста килгән кеше куренде. Я. Хамматов. Бер тубәләстә һыбайлы батырҙары, йөҙ башлыҡтары араһында турат өҫтөндә Абулхайыр хан уҙе куренә. Ғ. Хөсәйенов. Взвод командиры Жасанов Таһир Кусимовты эскадронда иң бейек, уҫал «Бедлан» тигән турат янына алып килә. Р. Өмөтбаев. Алма ғына сыбар атым булһа, менмәҫ инем, дуҫтар, туратҡа. Бәхетле лә берәр бала булһам, китмәҫ инем, дуҫтар, йыраҡҡа. Халыҡ йырынан.
ТУРА ТЕЛМӘР (Р: прямая речь; И.: direct speech; T: doğrudan anlatım) и. грам.
Кешенең һөйләмдә үҙгәртелмәй бирелгән һүҙе. □ Прямая речь. Тура телмәр автор һуҙҙәренең алдында ла, уртаһында ла, аҙағында ла килергә мөмкин. Тура телмәр, ғәҙәттә, тырнаҡтар эсенә алына.
ТУРА ТУЛТЫРЫУСЫ (Р: дополнение прямое; И.: direct object; T: dolaysız tümleç) и. грам.
Эш, хәрәкәт йүнәлтелгән нәмәне белдергән тултырыусы. □ Дополнение прямое. Тултырыусылар тура һәм ситләтелгән тул
605