Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 606 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУРАУ
тырыусыларға бүленә. Тура тултырыусы төшөм килештә торған исемдән, алмаштан һәм исемләшкән һүҙҙәрҙән килә.
ТУРАУ (тура-) (Р.: крошить, разрезать; И.: cut; slice; T.: ufalamak, doğramak, kıymak) к.
1. Киҫәк-киҫәк итеп ҡырҡҡылау, бүлгеләү, сапҡылау. □ Крошить, разрезать, разрубать, изрубать (на мелкие кусочки); колоть. Итте ҙур өлөштәргә турау. Бурәнәне уртаға турау. ■ Йософҡа бағып, улар [ҡатындар] сихырланды, һиҙмәйенсә, һаман бармағын тураны. «Ҡиссаи Йософ». [Кә-бирҙәр] йәнә бер ағас йығып туранылар ҙа ашарға туҡтанылар. Н. Мусин. Кинйәбай ағай, кеҫәһенән уткер бәке сығарып, .. баяғы тауҙай ҡалҡып ятҡан итте турап, табаҡтағы һалма өҫтөнә һала башланы.
3. Биишева. • Ашаған белмәй, тураған белә. Әйтем.
2. кусм. Сапҡылап үлтереү. □ Убивать, уничтожать (разрубая). Дошманды турау. Турап ултереу. ■ [Нөгөш:] Дейеуен да, Зәр-ҡумды ла быуын-быуын тураным. «Урал батыр». [Мораҙым] дошман бейҙәрҙе турап, Димде, Симде, Иҙелде, Бөтә Урал армытын таҙартырға бейҙәрҙән .. бөтә илдең алдында Иҙеукәйгә һуҙ биргән. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Яу ҡырында иртә, һуң тип торманыҡ, ҡайҙа барһаҡ, шунда фашист тураныҡ. М. Кәрим.
ТУРАҺЫНДА (Р.: о; И.: of, about, concerning; T.: hakkında) бэйл.
Эйәлек килештәге 3-сө зат берлек алмашы, төп килештәге исем, 3-сө зат күплек алмашы һәм шуға тап килгән башҡа алмаштар менән уй, һүҙ объекты булған кеше йәки нәмәне билдәләү өсөн ҡулланыла; хаҡында. □ О, об, обо, про. Уҡыу тураһында. ■ [Йәнбирҙе] улем тураһында һөйләгән дә, ашап бөткәс, ҡабырсаҡтарҙы килтереп, ҡан эсергә булған. «Урал батыр». [Салауат] кемде генә курһә лә, яҡшы аттар, батырҙар тураһында әкиәт һөйләтергә уларҙы өйгә алып ҡайтҡан ул. «Юлай менән Салауат». Олатайым Йуруҙәнде кисеп, Ҡаратауҙан ары китмәгән. Ә Мәскәүҙә булыу тураһында ул хатта хыял да итмәгән. Р. Ғарипов.
• Үлем тураһында уйлама, илең тураһында уйла. Әйтем.
ТУРАШ (Р: убийство; И.: slaughter; carnage; T.: kıyım) и.
Йән ҡыйыш, ҡан ҡойош. □ Убийство, резня. ■ Иҫ киткес тураш, сабыш китте. Ғ. Хөсәйенов. Йөҙгә-йөҙ осрашҡас, китте ҡылыс менән тураш, һөңгө менән ҡаҙашыу. Н. Мусин.
ТУРАШЫУ (тураш-) ҡ. урт. ҡар. турау. взаимн. от турау. Ит турашыу. М [Лира] ҡунаҡ саҡырһа ла, ҡунаҡҡа барһа ла, тик ултырыуҙы белмәне, оло башын кесе итеп, һалма һалышып, ит турашып йөрөп ала ла китә. «Йәшлек», 12 март 2009. Ике яу-гиры менән Бәҙерғол улар [Иҙрис һыбайлылары] ҡаршыһына сапты. Дошман кавалерияһын уткәрмәҫкә, әле турашҡандарын һырт бирҙертергә ине. Ғ. Хөсәйенов. Үҙе [Мәғфүрә] йәһәт кенә көпөһөн сисеп ташлап, күлдәк еңенең тирәһендәге йыртығын йәшерә-йәшерә һыҙғанып, бысаҡ алып ит турашырға тотондо. Һ. Дәүләтшина.
ТУРА ЭСӘК (эсәге) (Р: прямая кишка; И.: rectum; T.: rektum) и.
Эсәктең арт юлға килеп бөткән һуңғы өлөшө; күтән. □ Прямая кишка. Тура эсәк ауырыуҙары. Тура эсәк рагы. М [Врачтар] тамаҡҡа ризыҡ үтмәгәнлектән, туҡландырыуҙы тура эсәк аша үткәрергә, тамырҙарға глюкоза ебәреү аппараты ҡуйырға ҡарар иттеләр. И. Ғиззәтуллин.
ТУРБА (Р: торба; И.: bag; T.: torba) и. диал. ҡар. мөшкә 2.
Һоло һалып, ат моронона кейҙерелә торған тоҡсай. □ Торба. Атҡа турба кейҙереү. Турбаға һоло һалыу. Турба тегеү.
ТУРБАЗА [рус.] (Р: турбаза; И.: tourist centre; T.: turistik merkez) и.
Туристар базаһы, туристар туҡтала, ҡуна торған бина. □ Турбаза. Турбазала ял итеү. Турбазаға барыу. Турбаза бик матур ерҙә урынлашҡан. ■ Заводтың үҙ турбазаһы бар. Д. Бүләков.
ТУРБАШ и. диал.
1. ҡар. түрбаш. Турбашта булашыу. Турбашты йыйыштырыу. ■ Минзәлә, хужа-бикәләрсә, турбаш һикенән самауыр алып,
606