ТУРҒАЙ
уға шаптырлатып һыу ҡоя ине. Н. Мусин. Турбашта Ҡаһым менән уҙ-ара ниҙер һөй-ләшеусе әбей, йыртыҡ кулдәге итәген бөрөштөрә тотоп, .. тышҡа сыҡты. Я. Хамматов. һөллөй әбей турбаштан буш бер биҙрә барып алды ла сығып китте. Ж. Кейекбаев.
2. Бәләкәй урындыҡ. □ Маленькие нары. Турбашта ятып ял итеу. Турбашҡа тушәк йәйеу.
ТУРБИНА [фр. turbine < лат. turbo ‘өйөрмә’] (Р.: турбина; И.: turbine; T.: türbin) и. тех.
Пар, газ, һыу энергияһын механик эшкә әйләндерә торған әйләнмә хәрәкәтле двигатель. □ Турбина. / Турбинный. Газ турбинаһы. Һыу турбинаһы. Баҫым турбинаһы. ■ Үрге Тагилда һигеҙ турбина ҡороп ултыртты Фәрит Бәхтийәров. Ш. Янбаев. Турбиналар ярышып эшләйҙәр. А. Таһиров.
ТУРБИНАЛЫ (Р.: турбинный; И.: turbine; T.: türbinli) с. тех.
Турбинаһы булған. □ Турбинный. Турбиналы двигатель. Турбиналы насос. Газ турбиналы электр станциялары. ■ Операторҙың куҙҙәре скважина эргәһендәге газ турбиналы моторға төштө. Ә. Байрамов.
ТУРБОБУР [рус.] (Р: турбобур; И.: turbine auger; T.: turbodril) и. тех.
Тәрән нефть һәм газ скважиналарын быраулай торған ҡасаулы гидравлик двигатель. □ Турбобур. Турбобур төрҙәре. Секциялы турбобур. Турбобур менән быраулау.
ТУРБОВИНТ [рус.] (Р: турбовинт; И.: turboprop; Т.: turboprop) и.
Газ турбинаһы ярҙамында әйләнә торған винт (пропеллер). □ Турбовинт. Авиацияла турбовинт ҡулланыу. Турбовинт ҡуйыу. Турбовинт ҡуйылған самолёт.
ТУРБОВИНТЛЫ (Р: турбовинтовой; И.: turboprop; Т.: turboprop) с.
Пропеллеры газ турбинаһы менән әйлән-дермәле. □ Турбовинтовой. Турбовинтлы самолёт. Турбовинтлы двигатель.
ТУРБОВОЗ [рус.] (Р: турбовоз; И.: turbine locomotive; T.: türbinli lokomotif) и. тех.
Быу йәки газ турбинаһы ярҙамында эшләүсе локомотив. □ Турбовоз. Турбовоз
ебәреу. Турбовозға тейәу. Турбовоз менән оҙатыу.
ТУРБОГЕНЕРАТОР [рус] (Р: турбогенератор; И.: turbo-alternator; T.: türbinli jeneratör) и. тех.
Пар йәки газ турбинаһы менән әйләндерелә торған электр генераторы. □ Турбогенератор. Турбогенераторҙың эшләу принцибы. Турбогенератор ҡеуәте. М Вадим Сарбаев бригадаһы тағы ла өс турбогенераторҙы ултыртыу өсөн урын әҙерләй. Ш. Янбаев.
ТУРБОКОМПРЕССОР [рус ] (Р: турбокомпрессор; И.: turbine compressor; T.: türbinli kompresör) и. тех.
Турбина менән хәрәкәткә килтерелә торған, газдарҙы һәм һауаны ҡыҫыу машинаһы. □ Турбокомпрессор. Автомобиль турбокомпрессоры. Турбокомпрессорҙы йунәтеу. Турбокомпрессор ҡуйыу.
ТУРБОРЕАКТИВ [рус.] (Р: турбореактивный; И.: turbojet; Т.: turbojet) с. тех.
Реактив хәрәкәт көсө газ турбинаһы көсө менән ҡушыла торған. □ Турбореактивный. Турбореактив самолёт. Турбореактив двигатель. Турбореактив снаряд.
ТУРБУЛЕНТ [рус.] (Р: турбулентный; И.: turbulent; T.: türbülans) с. махс.
Өйөрмәле, турбулентлыҡ һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. □ Турбулентный. Турбу-лент ағымы. Турбулент хәрәкәт.
ТУРБУЛЕНТЛЫҠ (турбулентлығы) (Р: турбулентность; И.: turbulence; Т.: türbülans) и. махс.
Шыйыҡлыҡ йәки газ ағымының төрлөсә тулҡыныуы. □ Турбулентность. Самолёт-тағы турбулентлыҡ. Турбулентлыҡ зонаһы. Турбулентлыҡтың барлыҡҡа килеу сәбәптәре.
ТУРҒАЙ I (Р: воробей; И.: sparrow; T.: serçe) и. зоол.
1. Сыбар көрән һыртлы, буҙ ҡорһаҡлы ваҡ ҡош. □ Воробей. / Воробьиный (лат. Passer domesticus). Турғай тубы. Турғай ояһы. Турғайҙар сырҡылдаша. Алаҡас турғай. Ашлыҡ турғайы. Балыҡсы турғай. Буҙ турғай. Ерек турғайы. Кейәҙ турғай. Ҡамыш турғайы. Ҡарабаш турғай. Ҡарағай тур-
607