ТУРҒАЙ
ғайы. Ҡашҡа турғай. Мышар турғайы. Себен турғайы. Тал турғайы. Тарма турғайы. Таш турғайы, һабан турғайы. Һарысай турғай. Шыршы турғайы. Я Етебайҙың ете улы алған ете шоңҡар, ете яғылбай булып, турғай типкәндәр, ти. «Заятүләк». Талда һайрап ултырған, һандуғасты ҡушарлап, әберсендәр теҙелгән; яғылбай ҙа ҡарсыға, тағы турғай куренгән. «Урал батыр». • Торомтай тигән осҡор ҡош, турғай ташлап, тартайҙы алмаҫ. Мәҡәл. һауалағы торнаға алданып, ҡулыңдағы турғайҙы ебәрмә. Мәҡәл.
2. һәр төрлө ваҡ ҡош. □ О разных мелких птичках. Я Һары таңды ҡорҙар өкөр-ләуе уята, тора-бара уларға сәпсектәр, һәр торло турғай, шунан кәкук, иң аҙаҡтан һандуғас ҡушыла. Ғ. Хисамов. Төрлө турғай тауыштары Шәрәйҙең татлы йоҡоһо араһында ҡолағына сиртелгән уятыу сигналы булды. Т. Йәнәби. Яҙғы урманда .. һандуғас сутылдай, тартайҙар тарҡылдай, төрлө турғайҙар һайраша. С. Шәрипов.
♦ Турғай башындай бәләкәй нәмәне ҙур итеп һәм ҙур нәмәне бәләкәй итеп күрһәткәндә әйтелә. □ Малюсенький, с ноготок (при преуменьшении чего-л.); крупный (при преувеличении чего-л.). Турғай башындай еләк. Я Туңәрәк өҫтәл кеуек аҡланда турғай башындай ҡып-ҡыҙыл еләктәр уҡмашып ята. Р. Байбулатов. [Изеге:] Туғыҙ йыл көтөуеңде көттөм — турғай башындай нәмәңде турбашыңдан алып ҡапманым. «Изеге». Турғай тубығынан (йәки тубығына етеү) бик һай (ғәҙәттә, йылға тураһында). □ Очень мелкий, неглубокий, мелководный (обычно о речке, броде и т. п.). Я [Сәйфөлмөлөктөң] ниәте турғай тубығына еткән һай куләуекте тугел, ҡолас ташлап йөҙөр киң даръяны айҡау ине. Ә. Хәкимов.
ТУРҒАЙ II (Р. название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt boyunun ismi) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из
родовых подразделений башкир-кыпчаков. Турғай араһы егете. Турғай аймағынан булыу. Турғай аймағына ҡарау.
ТУРҒАЙБАШ и. диал. ҡар. ҡайын еләге. Турғайбаш еләге. Бер биҙрә турғайбаш йыйыу. Турғайбаш сәскәһе.
ТУРҒАЙ БОРСАҒЫ (Р: астрагал датский; И.: cock's-head; T.: geven) и. бот.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған урманлы яҡтағы иңкеүлектәрҙә, туғайҙарҙа үҫә торған үлән. □ Астрагал датский (лат. Astragalus danicus). Турғай борсағы сәскәһе. Турғай борсағы — куп йыллыҡ уҫемлек. Турғай борсағы туғайҙы баҫҡан.
ТУРҒАЙ ЕЛӘГЕ (Р: земляника; И.: wild strawberry; T.: çilek) и. диал. ҡар. ҡайын еләге.
Роза сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған өсәр япраҡлы, тәпәшәк һабаҡлы, аҡ сәскәле алһыу ҡыҙыл төҫтәге хуш еҫле оҙонсараҡ еләк. □ Земляника. / Земляничный (лат. Fragaria). Турғай еләге йыйыу. Турғай еләге быйыл уңған. Турғай еләге сәскә атҡан.
ТУРҒАЙ ҠУҘҒАЛАҒЫ (Р.: щавель мелкий; И.: sorrel species; T.: keçikulağı) и. диал.
Йылға буйы ташлығында үҫә торған ваҡ ҡуҙғалаҡ. □ Щавель мелкий (растёт на отлогих берегах реки). Турғай ҡуҙғалағынан бәлеш. Турғай ҡуҙғалағы ҡатҡан. Турғай ҡуҙғалағы сәскә атҡан.
ТУРҒАЙ ТАРЫҺЫ (Р: осока; И.: carex; T.: ayakotu) и. диал. ҡар. күрән I.
Дымлы урындарҙа үҫә торған суҡ тамырлы бейек ҡаты ҡыяҡ үлән. □ Осока (лат. Carex). Йәш турғай тарыһы. Турғай тарыһын сабыу. Турғай тарыһы уҫкән ер.
ТУРҒАЙ ТИПКЕС (Р: кобчик; И.: merlin; T.: ala doğan) и. диал. ҡар. мүктәрге.
Ыласын һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған киң оҙон ҡанатлы, тар оҙон ҡойроҡло, һырты һарғылт ерән йәки аҡһыл буҙ, ҡанат осо ҡара, ҡойроҡ төбө аҡ төҫтәге сысҡан типкес ҡош. □ Кобчик (лат. Falco vespertinus). Турғай типкес уҙе оя яһамай, башҡа ҡоштарҙы-ҡына инеп оялай. Турғай типкес — кусмә ҡош.
608