ТУРНЕ
ТУРҒЫС (Р.: уровень; И.: gauge; T.: kabarcıklı düzeç) и.
Мөйөш төҙләгес. □ Уровень. Турғыс менән тигеҙләу. Төҙөлөш турғысы. Турғыс кур-һәткестәре.
ТУРЖЫҠ (Р: широконосый; И.: widenosed; T.: geniş burunlu) с. диал.
Киң танаулы. □ Широконосый. Туржыҡ танаулы кеше. Туржыҡ танауынан таныулы.
ТУРИЗМ [фр. tourisme < tour ‘ял итеү’] (Р: туризм; И.: tourism; T.: turizm) и.
Ял итеү һәм үҙ илең йәки сит илдәр менән танышыу маҡсатында ойошторолған сәйәхәт (ҡайһы саҡта спорт элементтары менән берлектә). □ Туризм, һыу туризмы. Тау туризмы. Атлы туризм. Халыҡ-ара туризм. Туризм менән шөғөлләнеу. ■ Мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, торлаҡ төҙөлөшө, эшкә урынлаштырыу әлкәләрендә, спорт һәм туризмды уҫтереу тәңгәлендә һ.б. проблемаларҙы хәл итеу буйынса беҙҙә ғәйәт оло эштәр башҡарыла. «Ағиҙел», № 2, 2010. [Килдебай] леспромхоз, лесхоз, сельпо, тимер юл станцияһы бер булып киләсәктә хатта атлы туризм базаһы ойошторорға ла самалай икән. С. Шәрипов.
ТУРИСЛЫҠ (турислығы) и. ҡар. туризм. ■ Несси тураһында легенда урындағы турислыҡ индустрияһына йылына 1 миллион доллар самаһы табыш килтерә. «Йәшлек», 17 апрель 2013.
ТУРИСТ (турисы) [фр. touriste < tour ‘ял итеү’] (Р: турист; И.: tourist; T: turist) и.
Туризм менән шөғөлләнгән кеше. □ Турист. / Туристический. Турист булып сит илгә барыу. Туристар ярышы. Турист кәрәк-яраҡтары. ■ Төштән һуң туристарҙы автобустарға ултырттылар. Ә. Бикчәнтәев. Республиканың йәш туристары слёты башланырға ике генә көн ҡалғайны. Р. Низамов. Мәктәптәрҙә йәйге каникулдар башланыу менән кул буйына пионерҙар, туристар ял итергә килә. Ф. Әсәнов.
ТУРИСТИК (Р: туристический; И.: touristic; T: turistik) с.
Туризмға мөнәсәбәтле. □ Туристический, туристский. Туристик агентлыҡ. Туристик
путёвка. Туристик маршрут. Туристик лагерь. Туристик походҡа барыу. Я Атаһы, Гөлназды йәй уртаһында пароходҡа ултыртып, туристик походҡа оҙатҡайны. В. Исхаҡов. Башҡалар барған туристик сәйәхәт, культпоход кеуек ерҙәрҙән дә ата-әсәнең уҙ балаһын ғына мәхрум итәһе килмәй. М. Садиҡова.
ТУРҠА I (Р: турка; И.: cezve; T: cezve) и.
Ҡәһүә ҡайнатыу өсөн һауыт. □ Турка. Еҙ турҡа. Турҡаға һыу һалыу.
ТУРҠА II (Р: шёлковая ткань; И.: silk fabric; T: ipek dokuma) и. иҫк.
Ебәк туҡыма. □ Шёлковая ткань. Турка кулдәк. Турҡа билбау.
ТУРҠА III и. ҡар. торҡа. Я Йорт старшинаһы, бары менән ҡәнәғәтләнмәйенсә, һуғышҡа китәсәк улы өсөн өр-яңы тимер кулдәк, турҡа, ҡылыс, һөңгө һәм мылтыҡ һатып алды. Я. Хамматов. • Туйға барһаң, туйып бар, турҡа туның кейеп бар. Мәҡәл.
ТУРЛАМА (Р: овод; И.: gadfly; T: büve) и. диал.
Ат күгәүене. □ Овод. Турлама тешләу. Турлама ултереу. Малдарҙы турлама йонсота.
ТУРМАЛИН [фр. tourmaline ‘аҡыҡ’] (Р: турмалин; И.: tourmaline; T: turmalin) и. мин.
Составында натрий, калий, алюмин һәм башҡа элементтар булған, ышҡыу, ҡыҫыу юлы менән электрланған, яҡтылыҡты ике тапҡыр һындыра торған, үтә күренеүсән минерал. □ Турмалин. / Турмалиновый. Турмалин ташы. Турмалин йөҙөк. Турмалиндан беләҙек.
ТУРМАН [рус.] (Р: турман; И.: tumblerpigeon; T: taklakçı güvercin) и. зоол.
Мәтәлләп оса торған йорт күгәрсененең бер төрө; әйләнсек күгәрсен. □ Турман. Кук турман. Турман урсетеу. Турмандарҙы осороу.
ТУРНЕ [фр. tournee ‘боролоу’] (Р: турне; И.: tour; T: gezi) и.
1. Донъяны гиҙеп йөрөй торған сәйәхәт. □ Турне. Турне яһау. Сит илдәр буйлап турне. Европа буйлап турне.
20- 1.0037.16
609