Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 610 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУРНЕПС
2. Артист һәм спортсыларҙың ил буйлап сығыш яһап йөрөүҙәре. □ Турне. Гастроль турнеһы. Халыҡ-ара турне уҙғарыу. ■ Саңғы сәйәхәтенән йәштәр икәуһе лә ихлас ял итеп, бик-бик ҡәнәғәт булып ҡайттылар һәм киләһе ялда шундай уҡ турне яһарға вәғәҙәләшеп хушлаштылар. М. Садиҡова. «Салауат Юлаев» хоккейсылары Силәбелә буласаҡ турне алдынан уҙ майҙанында Тольяттиҙың «Лада» командаһын ҡабул итте. «Йәшлек», 27 сентябрь 2008.
ТУРНЕПС [ингл. fzznzzps] (Р.: турнепс; И.: turnip; T.: yemlik şalgam) и. бот. ҡар. мал шалҡаны.
Әүернә сәскәлеләр ғаиләһенә ҡараған, мал аҙығы өсөн сәселгән итләс йыуан тамырлы үҫемлек. □ Турнепс (лат. Brassica гара). Турнепс уҫтереу. Малға турнепс ашатыу. Турнепс баҫыуы. Турнепс ултыртыу.
ТУРНИК (турнигы) [фр. toumer ‘әйләнеү’] (Р.: турник; И.: horizontal bar; T.: barfiks) и. спорт.
Ике бағана менән арҡыры тимерҙән торған гимнастик ҡорамал. □ Турник. Турникта кунегеуҙәр эшләу. Ҡуш турник. ■ Мәктәптең бөтә балалары араһында иң таҫыллы, көслө, турникта оҫта уйнауы менән дан алған Ғариф Латыповҡа был һуҙ оҡшаманы. Я. Хамматов. [Әхмәҙиев] сығып турникта уйнай башлаһа, бөтә ауыл йыйыла. Р. Солтангәрәев. Турник эргәһендә бер төркөм малайҙар йыйылып тора. Яр. Вәлиев.
ТУРНИКЕТ [фр. tourniquet < toumer ‘әйләнеү’] (Р: турникет; И.: turnstile; T.: turnike) и.
1. Кешеләрҙе сират менән, берәрләп үткәреү өсөн ҡуйылған әйләнмәле ҡулайлама (стадиондарҙа, станцияларҙа, эш урындарында). □ Турникет. Турникет аша утеу. ■ Система уның [уҡыусының] бармаҡ эҙен тикшерә һәм шунан ғына автоматик рәуеш-тә турникет асылып китә. «Йәншишмә», 27 февраль 2013. Сания, журналын сумкаһына тығып, тәгәрмәсле сумаҙанын әйтелгән турникет яғына ыңғайлатты. Г. Сит-диҡова.
2. мед. Сепрәк йәки күн элмәк кеүек ҡан туҡтатыу жгуты, бауы. □ Турникет. Эсмарх турникеты. Турникет һалыу.
ТУРНИР [нем. Tumier < tumen ‘түңәрәктә әйләнеү’] (Р: турнир; И.: tournament; T.: turnuva) и.
1. тар. Урта быуаттарҙа: рыцарҙарҙың хәрби ярышы. □ Турнир. / Турнирный. Турнир уткәреу. Турнирҙа ҡатнашыу. Рыцарҙар турниры.
2. спорт. Бөтә ҡатнашыусылар үҙ-ара берәр тапҡыр осраша торған спорт ярышы. □ Турнир. / Турнирный. Баскетбол турниры. Халыҡ-ара турнир. Хоккей турниры уткәреу. ■ Турнир ваҡытында Бронштейн Ботвинникка тағы отторған. Р. Ниғмәти. Ярышсылар миҙгел башында яҡшы тәьҫир ҡалдырып, турнир таблицаһының өҫкө өлөшөндә урынлашты. «Башҡортостан», 1 август 2013.
ТУРПЫШ (Р: оттопыренный; И.: protruding; T: çıkık) с. диал. ҡар. ҡарпыш.
Артҡа ятмай, тырпайып торған (ҡолаҡҡа ҡарата). □ Оттопыренный, торчащий (об ушах). Турпыш ҡолаҡ. Турпыш ҡолаҡлы кеше. Сәстәре араһынан турпыш ҡолағы куренеп тора.
ТУРПЫША (Р: полог; И.: curtain; T: çuval bezi) и.
1. Иген тирәһендә ҡуллана торған ҙур дүрткел киндер. □ Полог; дерюга. Турпыша йәйеу. ■ Алда ялан ерҙәр, бойҙай тушәлгән турпыша шикелле ҡыҙғылт һары Юшатыр далаһы йәйрәп ята ине. 3. Биишева. [Зимагурҙар] бер йөк итеп кәйлә, көрәк, балта, турпыша тоҡтар тейәгәндәр. Ғ. Хисамов.
2. диал. ҡар. торба II. Турпышаға һоло һалыу. Атҡа турпыша элеу. Турпыша тегеу.
3. диал. Ҡорот һарҡыта торған бәләкәй тоҡ. □ Мешочек для процеживания курута. Турпыша тегеу. Турпышанан ҡоротто алыу. Турпышала һарҡытыу.
4. диал. Киндер ашъяулыҡ. □ Холщовая скатерть. Өҫтәлгә турпыша йәйеу. Сәскәле турпыша. Турпышаға аш тугеу.
610