Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 611 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУРҺЫҠ
5. Сепрәк балаҫ, әрмәк. □ Самотканый тряпичный половик. Ишек алдына турпыша йәйеу. Турпыша бысраған. Төрлө сепрәк-сапраҡтан турпыша бәйләү. ■ [Әхмәди — Усманға:] Һиңә алама турпыша ябынып ятырға бармаһа гөбөрнатыр! Ж. Кейекбаев.
ТУРҪЫҠ (Р.: обидчивый; И.: touchy; T.: alıngan) с. диал.
Үпкәсел, тиҙ генә, юҡҡа үпкәләүсән.
□ Обидчивый. Турҫыҡ бала. ■ Буфетсы ханымдың ике иле буяу яҡҡан турҫыҡ ирендәре ифрат мөләйем йылмайҙы. Й. Солтанов. Төмҫәй генә турҫыҡ, ҡап-ҡара сәсле, сөм ҡара куҙле Тимербулат әсәһенә бирешмәҫкә тырышты. Һ. Дәүләтшина.
ТУРТА (Р.: пенка на кипящем мясном бульоне; И.: scum; froth; T.: et suyu köpüğü) u.
1. Ҡайнап сыҡҡан һурпа өҫтөндәге күбек. □ Пенка на кипящем мясном бульоне; накипь. Һурпаның туртаһын һөҙөп алыу.
■ Ҡаты ҡайнау менән ҡайһы турта киҫәктәре тәмле һурпаға ҡатнашып китәләр. А. Таһиров. • Эс һурпаһын, ҡойма туртаһын. Мәҡәл.
2. диал. ҡар. төпрә 1. Май туртаһы.
■ Әсәй майҙың туртаһына айран беште. Курше ҡарсыҡ, маҡтап-маҡтап, уны эсте. «Аҡбуҙат», № 6,2011. • Һиңә — һары турта, миңә — майлы бутҡа. Мәҡәл.
3. диал. ҡар. талҡан. Турта ашау. Туртаға бойҙай тартыу. Һөткә турта болғап ашау.
ТУРТАЙЫУ (туртай-, туртая) ҡ. диал. ҡар. турһайыу. Ауыҙы туртайған. Турта-йып ултырыу. Туртайып килеу.
ТУРТАЛАНЫУ (турталан-) (Р: быть наваристым; И.: be concentrated; T: köpüklü olmak) ҡ.
Туртаһы барлыҡҡа килеү, турталы булыу.
□ Быть наваристым. Турталанып бешкән аш. ■ Һуҡыр ҡатын, аш турталанмаһын тип, ҡаҙандағы «итте» һапырып-һапырып ҡайната икән. Әкиәттән.
ТУРҺАЙТЫУ (турһайт-) (Р: надувать (губы); И.: pucker (one’s lips); T: küsmek) ҡ.
Асыу, үпкә белдереп ҡабартыу (иренде).
□ Надувать (губы в знак недовольства, оби
ды). Ауыҙҙы турһайтыу. Ирендәрҙе турһайтыу. ■ Иртәгеһенә Сәхибә туташ, һаман упкәләгән бала шикелле, ҡалын ирендәрен турһайтып йөрөнө. 3. Биишева. Кәшфулла, йоҡолағы бала шикелле, ҡашын йыйырған, ирендәрен турһайтҡан. М. Кәрим. Нәбиәр, был һуҙҙәргә упкәләгән һымаҡ, иренен турһайтып ҡарап торҙо. Р. Низамов.
ТУРҺАЙЫУ (турһай-, турһая) (Р: дуться; И.: pout (at); T: küsmek) ҡ.
1. Асыу, үпкә белдереп, ҡабарыу (иренгә, ауыҙға ҡарата). □ Дуться (например, о губах). Ауыҙы турһайыу. ■ Тәлиәнең әле генә көсләп йәшкәҙәткән куҙендә яман асыу сағылды, ҡыҙыл яҡҡан ирендәре турһайҙы. Н. Мусин. Барыйҙың ирендәре упкәсел турһайҙы. Й. Мостафин.
2. Асыу, үпкә белдереп, иренде ҡабартыу. □ Дуться, сердиться, обижаться, надуть губы. Турһайып ултырыу. Турһайып ҡарау. ■ Фазила, турһайып, ни сығырға, ни урынында ҡалырға белмәй аҙапланды. С. Шәрипов. [Зөһрә] быйыл Мансурҙың яланға китмәй бында ҡалғанына асыуланып турһайып йөрөй. Ш. Янбаев. Кәлтә Мәргән арыҫландай турһайҙы, ти, куҙҙә-ренән осҡондар сәсрәп-сәсрәп китте, ти. Иртәктән.
ТУРҺАЙЫШЫУ (турһайыш- ) ҡ. урт. ҡар. турһайыу 2. взаимн. от турһайыу 2. Турһайышып тороу. ■ Малайҙар мөштөм генә ҡиәфәт менән бәләкәс кенә Зифаға турһайышып ҡарап торалар. Р. Низамов. Турһайышып ултырған һауынсылар, Исмәғилев-тең сығып китеуен дә көтмәй, Таңһылыуҙы һырып алды. Ә. Хәкимов. Штаб начальнигы подполковник Живица килеп ингәндә, улар [Айтуғанов менән Лях], турһайышҡан килеш, арҡаларын биреп ултырғайнылар. А. Мағазов.
ТУРҺЫҠ (турһығы) (Р: бурдюк; И.: water-skin; T.: tuluk) и. этн.
1. Һабанан бәләкәй тар ауыҙлы тире һауыт. □ Бурдюк. Турһыҡҡа айран һалыу. ■ Эйәр ҡаштарына турһыҡтар, ботлоҡтар, яндауҙар, кешендәр бәйләнде. Ғ. Ибраһимов. [Халыҡ] май тасҡып, тире ыҫлап — турһыҡ тегеп, көн-төн ағытмай бейә
20*
611