ТУРҺЫЛДАҠ
һауып — ҡымыҙ йыйып .. яуға әҙерләнгән. «Салауат батыр». [Ҡыҙҙар] турһыҡтарын шишмәгә һыуытырға ҡуйып, һөйләшеп ултыралар, ти. Әкиәттән. [Карабай] юл аҙығы итеп бер турһыҡ ҡымыҙ, ҡорот, май аҫтыра. «Ҡуҙыйкүрпәс».
2. миф. Мифлаштырылған һауыт, ырыҫ символы. □ Бурдюк (символ плодородия). Турһығыц тулы булһын.
ТУРҺЫЛДАҠ I (Р.: ворчливый; И.: grumbling; T.: hırçın) с.
Асыуланып, мыжып һөйләнеүсән. □ Ворчливый. Турһылдаҡ кеше. Турһылдаҡ курше. ■ Гөлйөҙөм килеп һаулыҡ һораһа ла, шул ғәҙәттәге асыҡ йөҙ менән көлөп һаулашыу урынына, [Заһит] турһылдаҡ тауыш менән: «Бик арыу әле», — тине. һ. Дәүләтшина.
ТУРҺЫЛДАҠ II (турһылдағы) (Р.: пузырь (у рыб); И.: swimming-bladder; T.: kese) и. диал. ҡар. ҡыуыҡ 2.
Балыҡтың һауа менән тулы эске ағзаһы. □ Пузырь (у рыб). Йөҙөу турһылдағы. Балыҡтың турһылдағы ҡыҫыла һәм киңәйә.
ТУРҺЫЛДАУ (турһылда-) (Р: ворчать; И.: grumble; T.: homurdanmak) ҡ.
Асыуланып, мыжып һөйләнеү. □ Ворчать. // Ворчание. Турһылдап ултырыу. Турһылдап ҡалыу. Турһылдап барыу. Турһылдап йөрөу. ■ [Мөхлисә] батист яулығы менән куҙҙәрен ҡоротоп, турһылдап, Мотал яуап биреп өлгөрмәһен өсөн ҡырт боролоп .. сығып китте. Й. Солтанов.
ТУРЪЯҠ (туръяғы) и. диал. ҡар. турбаш 1. Туръяҡта аш бешереу. Туръяҡта өҫтәл әҙерләу. Туръяҡты йыйыштырыу.
ТУРЫ I (Р: гнедой; И.: bay; T.: doru) с.
Ҡараһыу ҡыҙыл, ял, ҡойроғо ҡара (йылҡы төҫөнә ҡарата). □ Гнедой. Ҡара туры. Ҡыҙыл туры. Туры айғыр. Туры бейә. ■ Юлда туры ат башын салыҡлап, һәлпелдәп кенә атланы, һ. Дәүләтшина. Мөйөшкә ҡыҫырыҡлана барған һайын, туры айғыр дыуамалы-раҡ туҙына. Т. Килмөхәмәтов. Соҡоруйға еткәс, туры айғыр, ниҙәндер һиҫкәнеп, ситкә ташлана. 3. Ураҡсин.
ТУРЫ II (Р: лошадь гнедой масти; И.: bay horse; T.: doru) и.
Ҡараһыу ҡыҙыл, ял, ҡойроғо ҡара төҫтәге ат. □ Лошадь гнедой масти. Турыны егеу. ■ Бабай, ҡамытты кейҙереп, шлеяла-рын тарта ғына башлағайны, туры артҡы уң аяғын оҙон итеп һондо ла кирелеп алды. С. Агиш. Ҡашҡа туры бик ярһыу ине. Ғ. Ибраһимов.
ТУРЫЛАУ (турыла-) (Р: подтверждать; И.: assert; T: doğrulamak) ҡ. диал. ҡар. дөрөҫләү 1, 3.
Дөрөҫ тип табыу, төҙәтеү. □ Подтверждать. // Подтверждение. Сәғәтте турылау. Турылап ҡуйыу.
ТУРЫНДА бәйл. диал. ҡар. тураһында. ■ Ҡарт тирәктәр, гуйә, бер төш курә ғашиҡтарҙың бәхете турында. Р. Ғарипов. Кәһкәһә менән Әзрәҡә Урал турында уйлашып .. ултырған саҡ икән, ти. «Урал батыр». Иртән өйҙөң турендә йоҡлап ятма, киленсәк. Көндәштәрең турында ғәйбәт һатма, киленсәк. Халыҡ йырынан.
ТУРЫНСА (Р: тряпичный палас; И.: rag mat; T: paspas) и. диал.
Сепрәк балаҫ. □ Тряпичный палас; половик. Турынса тушәу. Турынсаны ҡағыу. Карауат эргәһенә турынса һалыу.
ТУРЫСАЙ (Р.: конь гнедой масти; И.: bay horse; T.: doru at) u.
Туры төҫтәге ат. □ Конь гнедой масти; гнедой. ■ Өлгөрөм ҡатын, турысайҙы егеп, сылтлап торған кырандасҡа төрлө-төрлө сатин, атлас тауарҙар тейәп, рудник баҙарына ла йөрөштөргөләп ҡайтты. Р. Өмөтбаев. Мөлөк ағай, иртә менән иртук тора һалып, көндәгесә, кис менән тышап ебәргән турысайын эҙләп алды. Т. Хәйбуллин. Турысай ҙа атым, ай, ашамай, таңға яҡын ятып юшамай. Халыҡ йырынан.
ТУРЫЯ и. диал. ҡар. туйыр II. Турыя йыйыу. Һарыҡҡа турыя ашатыу. Турыя быйыл бик уңды.
ТУСА и. диал.
1. ҡар. тыуса 1. Ту са һыйыр. ■ [Хужа] ҡола бейәһен, ҡонанын, тусаһын, башмағын барлап сыға. Ғ. Хөсәйенов. [Әсмә:] Яңы ғына
612