Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 614 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУТ
2. Елле, һалҡын һауаның тәьҫиренән барлыҡҡа килгән сифат. □ Морозная свежесть. Ҡар туты. Тут еҫе. ■ Үҫемлектәрҙе быуып торған ҡышҡы тутты йыуа май ямғыры. Яр. Вәлиев.
♦ Тут ашау һалҡын һауанан кер ағарыу.
□ Отбеливаться (о белье на морозном воздухе). Керҙе тут ашаған.
ТУТ II (Р.: ржавчина; И.: rust; T.: pas) и.
1. Дым, дымлы һауа тәьҫиренән тимерҙә барлыҡҡа килгән ҡыҙғылт көрән матдә.
□ Ржавчина. Тут тимерҙе ашай. Автомобиль тутын бөтөрөү. ■ [Алтыша:] Һөйгән улым ҡайтҡансы усағыма ут алмам, ҡаҙанымды тут баҫһын, бешерергә ит һалмам. «Ҡуҙыйкүрпәс». [Иҙеүкәй:] Яман тауҙың бейеген аша ҡырҡып ағыҙған булатты мин ташлағас, һыу төбөнә ала ла тут алдырмай һаҡлай ул [Иҙел]. «Иҙеүкәй менән Мораҙым». Батыры яуға сапмаһа, ҡылысын да тут алыр. Халыҡ йырынан.
2. һаҙ һыуы өҫтөндә була торған ҡыҙғылт көрән ҡатлам. □ Ржавчина; болотная руда, болотная ржавчина. Һыуҙан тут тәме килә. Һыуҙағы тут.
3. Биткә сыға торған көңгөрт тап (ғәҙәттә, яҙын йәки ауырлы ваҡытта). □ Пигментация, пятна на лице. Биткә тут төшөү. ■ [Хәләф Гәрәевич:] Биттәрен йәмһеҙ тут, һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, шеш ҡабаҡлы ҡартайып бөткән ошо йәмһеҙ әҙәм ысынлап та .. Сәми микән? Р. Байымов. Ишектән ҡалын сәс толомдарын үреп артҡа һалған, ҡара тут йөҙлө бер ҡыҙ килеп сыҡты. X. Зарипов. Хәрби кейемдәге, ҡырыҫ йөҙлө, яҫы текә маңлайына яҙ туты төшкән ир кәмәнең ҡойроҡ яғына сүгәләп ултырған да ағын һыуға төбәлгән. Н. Мусин.
4. Үҫемлеккә ҡунған бәшмәк саңы. □ Ржавчина (бурые пятна на поверхности растений); тёмный налёт. Тут бәшмәге. Тут сире. Алмағас туты. Ашлыҡ туты уңдырышлыҡты кәметә. ■ Абызбаева ҡоймаға яҡыныраҡ килде һәм пиондарҙың .. һарғая башлаған сәскәләренә һәм тут төшкән япраҡтарына ҡарап торҙо. Ә. Вәли. Һарыса еткән, ағас япраҡтарына тут төшә. Б. Рафиҡов.
5. күсм. Иҫкелек, һөрһөгәнлек билдәһе. □ Ржавчина, признак прошлого. ■ Эй, йыйылғандар ҡалаға сәлләле күп сәүкәләр, иҫкереп, туттар баҫып бөткән ерәнгес кәүҙәләр. Д. Юлтый.
6. күсм. Күңелгә, эшкә зарарлы тәьҫир итеүсе эҙ. □ Осадок в душе, след недовольства собой и т.д. Күңелде тут баҫыу. ■ Һәр кемдең күңеленә яңы ғына баштан үткән рейд тут һалғандай итә, һәр кемдең йөҙөндә ҙур юғалтыуҙар өсөн ҡайғы мисәте ята. Р. Өмөтбаев. Киң күңеле, ярҙамсыл була белеү тойғоһо тут баҫҡан йәндәрҙе лә кешелекле, һиҙгер итә ала. Б. Рафиҡов. Ашҡыныуҙан йөрәк туҡтаһа, ғүмерлеккә уны тут баҫа. Р. Назаров. Гөлфиәнең әле генә нур бөркөлөп торған йөҙөн тамам тут баҫты. Р. Байбулатов.
ТУТ III [ғәр. ^jj] (Р: тутовник; И.: mulberry (tree); T.: dut) и. бот.
Япрағын ебәк ҡорто ашай торған көньяҡ ағасы һәм шул ағастың емештәре. □ Тутовник, тутовое дерево, шелковица. / Тутовый (лат. Morus). Тут ағасы. Тут емеше. Тут япрағы. ■ Юлдың ике яғына тигеҙ, теҙелеп ултыртылған тут ағастарына, уларҙың бөрөләнеп, япраҡ яра башлауҙарына ҡарап барғанда, алдан ҡатын-ҡыҙ тауыштары ишетелде. А. Таһиров.
ТУТ IV (Р: бип-бип; И.: beep!; T: korna sesi) оҡш.
Машинаның ҡысҡыртҡан тауышын белдергән һүҙ. □ Подражание звуку автомашины при сигнале: бип-бип. Тут итеү. Тут итеп ҡысҡыртыу.
ТУТ АҒАСЫ и. ҡар. тут III. М Капҡасы асып ҡуйылған тәҙрәнән тут ағасының япраҡтары күренә. Б. Хәсән. Ишек алдындағы яңғыҙ тут ағасы төбөнә ҡоролған таҡта һике өҫтөндә ҡарт ултыра ине. Ғ. Хисамов. Ишеккәйем алды, ай, тут ағас, күләгәһе төшә баҡсаға. Халыҡ йырынан.
ТУТАЙ (Р: тётя; И.: aunt; T: teyze, abla) и. диал.
1. Үҙеңдән оло, ата-әсәңдән кесе булған ҡатын-ҡыҙ; апай. □ Тётя. Тутайҙарға ҡунаҡҡа барыу. ■ Сәрби тутай менән Әх
614