ТУТЛАТЫУ
мәтша ҡараҡ, ғәҙәттәренсә, ниҙер булешә алмай ҡысҡырыша. 3. Биишева.
2. Үҙеңдән кесе ҡыҙ туған; һеңле. □ Младшая сестра, сестрёнка. Тутайға ҡурсаҡ һатып алыу. Сибәр тутай.
3. Ирҙең һеңлеһе (ҡатынына ҡарата); ҡәйенһеңле. □ Младшая золовка. Тутайҙан һыу башлатыу. Тутайҙы уҡырға индереу. Ике тутайы бар уның.
ТУ ТАҠ АЙ (Р.: старшая сестра; И.: elder sister; T.: abla) и. диал. ҡар. апай 1.
Йәшкә үҙеңдән оло булған бер туған ҡатын-ҡыҙ. □ Старшая сестра. Тутаҡайға ҡунаҡҡа барыу. Тутаҡайҙы кейәугә биреу. Тутаҡай буләктәре.
ТУТАПАЙ (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа II.
1. Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫлө, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына ҡуңыҙ; ҡояш апай, еңгәсәй. □ Божья коровка (лат. Coccinelli-dae). Тутапай ҡанаты. Көн йылынғас, ту-тапайҙар кубәйгән. Тутапай осороу.
2. миф. Алла бабай малы тип иҫәпләнгән мифлаштырылған бөжәк. □ Божья коровка. Тутапайҙы ултерергә ярамай.
ТУТАШ (Р: барышня; И.: miss; T.: matmazel) и. иҫк.
1. Еткән йәш ҡыҙ. □ Барышня, девушка. ■ Сәхибә туташ, ҡыҙҙарҙың ниҙер бышыл-дашыуын ишетеп, тиҙ генә парта янына килде. 3. Биишева. Ғәлиә туташҡа ошо яҙ көнө генә ун алты тулып китте. И. Ғиззәтуллин. Зөләйха туташ менән тәуге танышыу ваҡиғаһы ҡылт итеп иҫкә килеп төштө. Т. Йәнәби.
2. өндш. Еткән ҡыҙға өндәшеү һүҙе. □ Барышня, девушка. Н [Булат:] Хәҙергә хуш булып тороғоҙ, Мәрйәм туташ! Д. Юлтый. [Вадим — Гөлшанға:] Тик кенә тор, туташ, һиңә һуҙ бирелмәгән! Д. Бүләков.
ТУТ БӘШМӘГЕ (Р: ржавчинный гриб; И.: rusting fungus; T.: pas hastalığı (asalak mantarlara bağlı bir bitki hastalığı) u.
Үҫемлектәрҙә үрсей һәм серек ауырыуы барлыҡҡа килтерә торған ваҡ паразит бәшмәк. □ Ржавчинный гриб (лат. Pucciniales). Тут бәшмәген бөтөрөу. Тут бәшмәге менән көрәшеу. Тут бәшмәге урсегән.
ТУТ ЕБӘК КҮБӘЛӘГЕ (Р: шелкопряд тутовый; И.: silkworm; T.: ipek böceği) и. зоол.
Күпләп үрсетелә торған, йөнтәҫ йыуан кәүҙәле, һарғылт һоро төҫтәге ебәк күбәләге (ебәк алыу өсөн урсетелә). □ Шелкопряд тутовый (лат. Bombyx mori). Тут ебәк кубәлә-ге ҡарышлауығы. Тут ебәк кубәләге урсетеу.
ТУТЛАНЫУ I (тутлан-) ҡ. ҡар. тутлау II, 2. ■ [Сәхипгәрәйҙең] танауы ослайған, бите ту шланды. Я. Хамматов. [Ризаның] сикә һөйәктәре ҡалҡа биреп торған бите һалҡынға ла, эҫегә лә тутланып ҡаҡланған. Н. Мусин. [Вәсиләнең]былай ҙа һипкелле, ҡараһыу көрән йөҙө тағы ла тутла-на төшкән, яҫы маңлайындағы һирәк һары ҡаштары емерелгән. Ф. Әсәнов.
ТУТЛАНЫУ II (тутлан-) (Р: заржаветь; И.: rust (over); T.: paslanmak) ҡ.
Тут баҫыу, тут төшөү. □ Заржаветь, покрыться ржавчиной. Тимер тутланған. Ҡаҙан тутланған. ■ Ҡасандан бирле ҡул теймәгәнлектән тутланған самауыр, йорт хужаһы ҡайта тигән хәбәргә ҡыуанғандай, ялтырап, балҡып китте. Р. Солтангәрәев.
ТУТЛАТЫУ I (тутлат-) (Р: сушить на воздухе; И.: air-dry; T.: açık havada kurutmak) ҡ.
Һалҡын, еләҫ һауала сафландырыу. □ Сушить на воздухе, проветривать. Керҙе тутлатыу. ■ Март аҙаҡтарында тәрән ҡар, зәңгәр куктә хәрәкәтһеҙ аҫылынған ҡояш нурҙарына һыртын ҡуйып сағыла-сағыла, уҙенең ап-аҡ төҫөн ҡуңыртландырып тутлата башланы. Р. Өмөтбаев. Аҡлы ситса кулдәгемде кәртәләрҙә тутлатам. Халыҡ йырынан.
ТУТЛАТЫУ II (тутлат-) (Р: ржавить; И.: cover with rust; T.: paslandırmak) ҡ.
Тут (II, 2) менән ҡаплатыу. □ Ржавить; покрыть ржавчиной, подвергать коррозии. Тимерҙе тутлатыу. Балтаны тутлатыу. Салғыны тутлатыу.
ТУТЛАТЫУ III (тутлат-) (Р: отбеливать лён; И.: bleach flax; T.: kastarlamak) ҡ. диал.
Етен йәйеү. □ Отбеливать лён. Етен тутлатыу. Тутлатырға ҡалдырыу. Тутлатып ҡуйыу.
615