Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 616 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУТЛАУ
ТУТЛАУ I (тутла-) (Р.: сушиться на холодном воздухе; И.: get air-dried; T.: açık havada kurumak) ҡ.
1. Һалҡын, еләҫ һауала сафланыу. □ Сушиться, сохнуть на холодном воздухе (о белье и т. п.). Тутлап кипкән кер. Йыуған әйберҙәр тутлап кипкән.
2. Елдә, асыҡ һауала һурығып кибеү. □ Сохнуть, подсохнуть на воздухе. Икмәк тутлаған. ■ Ул [Айбикә].. янып торған кара куҙле, яҙғы елгә тутлап өлгөргән кара-тура Алмаҡайға ҡарап йылмайҙы, һ. Дәүләтшина. Мин һөйләп биргәс, уның [әсәйемдең] яҙғы елдән бер аҙ тутлай төшкән аҡ йөҙөн һөрөм ҡапланы. Яр. Вәлиев. Декабрь етте, һаман да ҡара көҙ булып, тутлап тик ята. Т. Килмөхәмәтов.
ТУТЛАУ II (тутла-) (Р.: заржаветь; И.: rust (over); T.: paslanmak) ҡ.
1. Тут баҫыу, тут төшөү. □ Заржаветь, поржаветь, покрыться ржавчиной. Тимер тутлай. Боронғо ҡылыс тутлаған. ■ Кук болонда кук арғымаҡ йөрөй утлап. Бәкәлендә ҡорос бығау бөткән тутлап. Ә. Әхмәт-Хужа.
2. кусм. Тут (II, 3) менән ҡапланыу (йөҙгә ҡарата). □ Покрыться пятнами (о лице). ■ Аҙнаев ишек төбөндәрәк кәбәндәй булып ултырған ҙур кәуҙәле, гел һыуыҡта йөрөгәнлектән, йөҙө тутлап, баҡыр кеуек төҫкә ингән кешегә өндәште. Н. Мусин.
ТУТЛЫ (Р: ржавый; И.: rusty; T: pash) с.
1. Тут (II, 1) менән ҡапланған. □ Ржавый. Тутлы тимер. ■ [Булат:] Уларҙың [сусҡаларҙың] тауыштары минең йөрәгемде тутлы бысаҡтар менән ҡырҡалар. Д. Юлтый. Килеп сыҡты тәңкә... Тут баҫҡан. Аҙмы быуындарҙың тире, ҡаны тутлы баҡыр булып уҡмашҡан. Р. Назаров. [Ғабдулла] стенаға беркетелеп ҡуйылған тутлы көҙгө ҡаршыһына килеп баҫты. М. Кәрим.
2. Көңгөрт тап менән ҡапланған (биткә ҡарата). □ Пятнистый, с пятнами (о лице). Тутлы бит. ■ Тутлы йөҙөн уның [һалдаттың] ер ҡарайтҡан, ер ағартҡан уның сәстәрен. Р. Бикбай.
3. Бәшмәк саңы менән ҡапланған. □ Ржавый, поедаемый ржавчиной. Тутлы ашлыҡ. Тутлы иген. Тутлы арыш.
ТУТНАУ (тутна-) ҡ. диал. ҡар. текләү. Тутнап ҡарау. Тутнап тороу. Һурәткә тут-нау.
ТУТРЫҠ (тутрығы) и. диал. ҡар. инә ҡор. һунарҙа тутрыҡ тотоу. Тутрыҡ ите. Тутрыҡ балаһы.
ТУТ-ТУТ (Р: бип-бип; И.: beep-beep!; T: korna sesi) оҡш.
Ҡабат-ҡабат тут иткән тауышты белдергән һүҙ. □ Подражание многократному звуку автомашины при сигнале: бип-бип. Тут-тут итеу. Тут-тут иткән тауыш сығарыу.
ТУТ ҮЛӘНЕ (Р: вейник; И.: bluejoint; T: kamış çim) u.
Таралыбыраҡ торған ялбыр, оҙон башаҡлы һолоға оҡшаған үлән. □ Вейник (лат. Calamagrostis). Тут уләнен сабып алыу. Тут уләне тамыры. Сабынлыҡты тут уләне баҫҡан.
ТУТҺЫУ (тутһы-) (Р: сохнуть на воздухе; И.: air-dry; T.: kurumak) ҡ.
Әҙ генә тутлау. □ Сохнуть на воздухе. Тутһыған бит. М Дала еленә, дала ҡояшына йөҙө тутһыған ҡатынды куреп, әллә ауылы ятһындымы икән? Ш. Янбаев.
ТУТЫҒЫУ I (тутыҡ-) (Р: ржаветь; И.: rust; T.: paslanmak) ҡ.
Дымланып, ҡыҙғылт көрән ҡатлам менән ҡапланыу; тут алыу. □ Ржаветь. // Ржавление, коррозия. Бысаҡ тутыҡҡан. Тутыҡҡан кугән. ■ [Салауат:] Батырҙар юлы ереккән, саң баҫҡан, эҙләп тапманым, ҡылысы утмәҫ, тутыҡҡан, ҡаяла ҡайраҡ тапмамын. «Салауат батыр». Кара, дуҫым, тутыҡмаһын мылтығың кәбәктәре. Бәйеттән. • Йөрөгән аҡса шымарыр, ятҡан аҡса тутығыр. Әйтем.
ТУТЫҒЫУ II (тутыҡ-) (Р: хрипеть; И.: croak; T.: kısık sesle söylemek) ҡ. диал. ҡар. ҡарлығыу 1.
Ғыжылдауыҡҡа әйләнеү (тауышҡа ҡарата). □ Хрипеть, сипеть. Тутыҡҡансы һөй-ләу. Тамағы тутыҡҡан.
ТУТ Ы Й и. ҡар. тутыйғош 1. ■ һайыҫҡан, хаким булып, ту тый булмаҫ. М. Аҡмулла. [Ҡыҙҙар:] Берең — былбыл, берең — тутый, йәр булып һеҙ, йәр-йәр. «Буҙйегет». Ер еләге
616