Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 617 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУТЫЯ
янында йүгерә тутый аҫыл ҡош. Халыҡ йырынан.
ТУ ТЫЙ АПАЙ (Р.: божья коровка; И.: ladybird; T.: uğur böceği) и. диал. ҡар. ҡамҡа II.
1. Ҡанат өҫтө ҡыҙыл йәки һары төҫлө, ҡара төрткөлө ваҡ ҡына ҡуңыҙ; ҡояш апай.
□ Божья коровка (лат. Coccinellidae). Тутый апай осороу. Өйгә тутый апай ингән. Тутый апай ҡанаты.
2. миф. Алла тереклегенә ҡараған миф-лаштырылған бөжәк. □ Божья коровка. Тутый апайҙы үлтерергә ярамай.
ТУТЫЙҒОШ (Р.: попугай; И.: parrot; T.: papağan) и.
1. зоол. Асыҡ, матур төҫлө, кәкре суҡышлы йылы яҡ ҡошо. □ Попугай (лат. Psittaci). Ситлектәге тутыйғош. ■ Ситлек эсендәге тутыйғоштар, ҡояш яҡтыһы күренеү менән, үҙ-ара һөйләшкән төҫлө сырҡылдарға керештеләр. Р. Байбулатов. Сәхнә һәм зал ҡағыҙҙан, ҡатырғанан, мамыҡтан, сыбыҡ-сабыҡтан яһалған пальмалар, банан ҡыуаҡтары, зәйтүн сәскәләр, тутыйғоштар .. менән биҙәлгән. М. Кәрим.
2. күсм. һылыу ҡыҙ (ғәҙәттә, егеттәр телендә). □ Красотка. ■ [Рәмил:] Бәй-бәй, ниндәй тутыйғош тиһәм, үҙебеҙҙең Гөлсинә икән дә был\ Ф. Әсәнов. [Алмас:] Сәләм, тутыйғоштар! Н. Ғәйетбаев.
ТУТЫҠ I (тутығы) (Р: ржавчина; И.: rust; T.: pas) и.
1. Дымланыу арҡаһында тимерҙә барлыҡҡа килгән ҡыҙғылт көрән ҡатлам; тут.
□ Ржавчина. ■ Усаҡта ҡуҙҙар һүрелде, ҡаҙанға төштө тутыҡ. Т. Ғәниева. Күлдәк һәҙәптәре төшкән, ҡатҡан яға-еңдәре, йәшкелт тутыҡҡа ҡапланған ҡайышының эҙҙәре. Т. Арслан. Балта байтаҡ заман тышта, өй мөйөшөндә, һөйәлеп торҙо, йөҙөнә тиклем уны тутыҡ баҫты. М. Кәрим. • Тутыҡ тимерҙе ашай. Әйтем.
2. ҡар. тут II, 3. ■ [Хәнифәнең] яҙғы тутыҡтары бөтһә, һипкелдәр ҙә әллә ни күп ҡалмаясаҡ: бит алмаларында бишәр бөртөк тә үргәрәк сөйөлгән танау өҫтөндә өс бөртөк. И. Ғиззәтуллин.
ТУТЫҠ II (Р: ржавый; И.: rusted, rusty; T.: pash) с.
Тут (II, 1) менән ҡапланған, тутығып бөткән. □ Ржавый. Тутыҡ тимер. Тутыҡ һабан. ■ Имәнгә класс таҡтаһы урынына тутыҡ ҡалай ҡаҙаҡланған. Д. Исламов. [Йыһандарҙың] күҙ алдына яңынан тутыҡ йоҙаҡ килде. Р. Кинйәбаев. Тутыҡ минаны кәбәккә һалыу бик ҡурҡыныс. С. Поварисов.
ТУТЫҠТЫРЫУ (тутыҡтыр-) (Р.: ржавить, подвергать коррозии; И.: let rust; T.: paslatmak) ҡ.
Тут (II, 1) менән ҡаплатыу. □ Ржавить, подвергать коррозии. Торбаны тутыҡтырыу. ■ Ул [Хөснөлхаҡ] Закир шикелле тимерҙе ҡыҙыулай бөгөүселәрҙән түгел, ә һиҙҙермәй генә, түҙемлек менән генә тутыҡтырып һындырыуҙы хуп күреүселәрҙән ине. 3. Биишева. Уларҙы [бысҡыларҙы] тутыҡтырмай, кәрәсин менән тызып таҙартып тоттом былай. Н. Мусин. Яуҙа үҫкән ир батыр өйҙә тыныс ятырмы? Көндәй яҡты ҡылысын тутыҡтырып ятырмы? Иртәктән.
ТУТЫЛ и. бот. ҡар. тут үләне. ■ Арҡа ғына буйы тутыл үлән, боролоп сапһаң, билде талдыра. Халыҡ йырынан.
ТУТЫРМА и. диал. ҡар. тултырма. Ту-тырма әҙерләү. Тутырма яһау. Тутырмаға ит менән тары тултырыу.
ТУТЫРМӨЙ (Р: вид избы, стены которой сделаны из двойного плетня, заполненного землёй и глиной; И.: kind of peasant’s hut or cottage; T: bir tür ev) и. диал.
Стенаһы ике ҡат ситән йәки текмәнән булып, араһына тупраҡ, балсыҡ тултырып эшләнгән өй. □ Вид избы, стены которой сделаны из двойного плетня, заполненного землёй и глиной. Тутырмөйҙә тороу. Тутырмөйҙө йүнәтеү.
ТУТЫРМЫШ и. диал. ҡар. тултырма. Йылҡы эсәгенән тутырмыш. Тутырмыш тултырыу. ■ Уныһы [управляющий] тутырмыш һымаҡ шөкәтһеҙ йыуан. Ж. Кейекбаев.
ТУТЫЯ [ғәр. (Р: цинк; И.: zinc; T.: tutya) и. иҫк.
617