Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 618 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТУФ
Химик элемент, аҡһыл күк төҫтәге йомшаҡ металл; цинк. □ Цинк. / Цинковый. Тутыя майы. Тутыя ташы. Тутыя эшләп сығарыу. ■ [Кинйәнең] ҡәйнәһе лә бер арала күкһел төҫтәге тутыя мәғдәнен күҙ ҡабаҡтарына ышҡып алды. Ғ. Ибраһимов.
ТУФ [ит. tufo] (Р.: туф; И.: tuff; T.: tüf) и.
Төҙөү материалы булараҡ ҡулланыла торған күҙәнәкле йомшаҡ вулканик, ултырма һәм башҡа төрҙәге тау тоҡомо. □ Туф. / Туфовый. Эзбизле туф. Вулкан туфы. Туф лаваһы. Туф сығарыу. Туф ятҡылыҡтары. Туф стена.
ТУФАН [ғәр. (Р; всемирный потоп; И.: the Flood; T: tufan) и.
1. Ышаныуҙар буйынса, әҙәмдәрҙең гөнаһы өсөн ер йөҙөн баҫа торған ташҡын һыу. □ Всемирный потоп. Туфан ҡалҡыу.
■ Донъяла туфандан алда ер йөҙөндәге хайуандарҙан иң ҙуры мамонт булған. М. Өмөтбаев. Туфандан ҡасып, кешеләр һәм йәнлектәр Урал тауҙарына килеп һыйынған. Б. Рафиҡов.
2. Бик ҡаты ямғыр, көслө һыу ташҡыны, һыу баҫыу; ҡом, ҡар бураны, туҙан, ут өйөрмәһе. □ Сильное наводнение, потоп, дождь. Ерҙе туфан баҫты. Туфан ҡотора.
■ Сыҡты ел, ҡупты буран, туҙҙы туфан, әллә ниҙәр ыжғыра. Ш. Бабич. Океандар ҡалҡа туфан булып, ажғырына ҡойон, ҡотора. Ф. Туғыҙбаева.
3. күсм. Нимәнеңдер көслө һәм сағыу сағылышы, ҙур тулҡын; ташҡын. □ О чём-то сильном, страшном или многочисленном. ■ Башҡалар туфан булып ҡалҡып ил һаҡларға китте, ә Ихсанбай боҫто, боҫҡан һайын һаҙға, ҡумырыҡҡа нығыраҡ сумды. Т. Ғарипова.
ТУФЛИ [рус.] (Р: туфли; И.: shoes; T: ayakkabı) и.
Аяҡты бәкәлгә еткәнсе генә ҡаплай торған һай аяҡ кейеме. □ Туфли. Үксәле туфли. Катын-ҡыҙ туфлийы. ■ Емеш .. шул хәтле матур туфлиҙарға ҡағылырға баҙнат итә алмай ҙа ҡатып торҙо. 3. Биишева. Ғәлинур туфлийын систе лә мөйөшкәрәк барып ултырҙы. Р. Низамов. Үҙ ҡиәфәтенән та
мам ҡәнәғәтләнгән һылыуҡай бейек үксәле туфлиҙарын шыҡылдата баҫып сығып та китте. М. Садиҡова.
ТУШ I [нем. Tusch\ (Р: туш; И.: flourish; T: fanfar) и. муз.
Тантана ваҡытында уйнала торған ҡыҫҡа музыкаль әҫәр. □ Туш. ■ Юбиляр менән уның ғаиләһе машиналарҙан сығыуға, туш яңғыраны, Миңзиләгә ярҙамлашыусы ҡыҙҙар уларҙың өҫтөнә сәскә һибә башланылар. Б. Рафиҡов. Оратор һөйләп төшкән һайын туш уйналды. Ф. Иҫәнғолов.
ТУШ II (Р: наледь; И.: water over ice; T: buzun üstüne çıkmış su) и. диал. ҡар. шәре.
Боҙ өҫтөнә сыҡҡан һыу. □ Наледь. Туш ҡалҡыу. Туш сығыу. Туш һыуы.
ТУШЕ [фр. toucher ‘ҡағылыу’] (Р: туше; И.: initial touch; key touch; T: tuş) и.
1. муз. Музыка ҡоралында уйнаусының баҫмаҡтарға баҫыу ысулы. □ Туше (манера прикосновения к музыкальному инструменту при игре на нём, влияющая на характер его звучания). Йомшаҡ туше. Көслө туше.
2. спорт. Көрәштә көрәшсенең ҡалаҡ һөйәген ергә тейҙереү — еңелеү билгеһе. □ Туше (в спортивной борьбе — прикосновение лопаток борца к земле как момент поражения). Туше булһа, көрәште туҡтаталар. Туше еңелеүҙе белдерә.
ТУШМА-ТУШ р. диал. ҡар. тас IV. Туш-ма-туш атаһы.
ТУШПАУ и. диал. ҡар. тамаҡбау. Ҡамыттың тушпауын тарттырып бәйләү. Аттың тушпауы өҙөлгән. Тушпауҙы нығытыу.
ТУШЬ [нем. Tusche] (Р: тушь; И.: Indian ink; T: Çini mürekkebi ) и.
1. Махсус ысул менән әҙерләнгән шыйыҡ буяу (яҙыу, һыҙыу, һүрәт төшөрөү өсөн ҡулланыла). □ Тушь. / Тушевальный. Төҫлө тушь. Ҡыҙыл тушь. Тушь менән яҙыу. ■ [Василий Архипович Раяға] тәүҙә планшетҡа йәбештерелгән ватманға тушь менән тигеҙ, тура һыҙыҡтар, мөйөштәр, түңәрәктәр һыҙырға өйрәтә. И. Абдуллин. Батмус дәүмәллек фотоһүрәт аҫтына: «Илен һөйгән
618