Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 619 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮБӘ
батыр — яңғыҙ ҙа яланда яугир», — тип яҙғандар ҙа аҫтына тушь менән матур итеп Сәғиттең фамилияһын теркәп ҡуйғандар. И. Ғиззәтуллин. Ҡайһы саҡта ул [Нәбиәр] тушь менән төшөрһә, икенсеһендә фломастер ҡәләмдәрен эшкә ҡуша. Р. Низамов.
2. Керпек һөрмәһе. □ Тушь. Ҡара тушь. һоро тушь. Тушь менән керпек буяу. Ҡара тушь һатып алыу.
ТУЯ [гр. thya\ (Р.: туя; И.: thuya; T: mazı) и. бот.
Кипаристар ғаиләһенә ҡараған, ваҡ ҡына тәңкә япраҡлы, мәңге йәшел ылыҫлы ағас йәки ҡыуаҡ. □ Туя (лат. Thuja). Туя ҡыуағы. Гигант туя йәки ҡыҙыл кедр ағасы Төньяҡ Америкала Тымыҡ океан яры буйында уҫә.
ТҮБ I (Р: шелуха; И.: chaff; T: soyuntu) и. диал. ҡар. ҡабыҡ I, 1.
Үҫемлек, емеш һ. б. тыштан ҡаплап торған көбө. □ Шелуха, кожура, корка, кожа, кожица. Ҡартуф тубе. Тубен әрсеу. Әфлисунды тубенән таҙартыу.
ТҮБ II (Р: выжимки ягод и фруктов; И.: fruits leftover; T: posa) и. диал.
Һуты алынған еләк-емештең ҡалдығы. □ Выжимки ягод и фруктов. Ҡарағат тубе. Ер еләге тубенән ҡаҡ яһау. Сейә тубен сәйгә һалыу.
ТҮБИ (Р: щегол; И.: goldfinch; T: saka kuşu) и. диал. ҡар. көйәҙ турғай.
Түбәһе, ҡанаттары, ҡойроғо ҡара, арҡаһы, түшенең ике яғы, ҡанаттарының уртаһы асыҡ һарғылт көрән, суҡышы тирәләп сағыу ҡыҙыл таптары булған, үлән орлоҡтары, бөжәктәр менән туйынған, һирәк ағаслы урмандарҙа йәшәүсе матур ҡош. □ Щегол (лат. Carduelis carduelis). Туби ояһы. Тубиҙәр сырҡылдаша. Тубиҙәр төркөм-төркөм булып оса.
ТҮБӘ I (Р: темя; И.: sinciput; T.: tepe) и.
1. Баштың иң өҫкө өлөшө. □ Темя, макушка (головы). / Теменной, макушечный. Тубәһе пеләш кеше. ■ Уның [Гаидзеның] шлемын тишеп, ярсыҡ башының тубә өҫтөн ныҡ ҡына йәрәхәтләне. Ғ. Аллаяров. Әлфиә, ишек яңағына һылашырҙай булып,
төп-төҙ баҫты, .. усын тип-тигеҙ итеп тубәһе тәңгәленән уткәрҙе лә, ишек яңағына терәтелгән ҡулын ҡыймылдатмай, сугә төштө, бынан бер ай элек яһалған билдә менән бөгөнгө араға куҙ һалды. И. Абдуллин.
2. Тау башының иң өҫкө өлөшө; тау түбәһе. □ Вершина, макушка (горы). / Вершинный; макушечный. ■ Ат тояҡтарын тире менән уратып бәйләгән алты һыбайлы саптырып тубә башына килеп менде. Ә. Байрамов. Ауыл эргәһендәге ҡыҙҙар уйынға сыға торған тубә матурланды, уның тирә-яғындағы ваҡ ағаслыҡтар йәшәрҙе. М. Ғафури. Тубә аръяғында юл урманға килеп төртөлә. М. Кәрим. • Купме бейек булһа ла, тауҙың да тубәһе бар. Әйтем. Тау тубәһеҙ булмаҫ. Әйтем.
3. Йорт-ҡаралтының башы. □ Крыша и потолок (рассматриваемые вместе), кровля. / Кровельный. Тубә таҡтаһы. Тубә тимере. Тубәне нығытыу. ■ Ағастар араһынан йорттарҙың йәшел, ҡыҙыл тубәләре генә куренә. И. Абдуллин. Складтың бер мөйөшөнән тубә ҡалайы ҡуба башлаған. Р. Ғабдрахманов. Мәликә, Гөлгөнә һәм Гариф ҡарт, иртәнге эш бөткәндән һуң, төшкә тиклем тубә ябыу өсөн ҡамыш әҙерләргә йылға буйына йөрөй башланылар. Д. Исламов. • Ҡаралты һалыуҙан элек тубәһен әҙерлә. Әйтем. Өйҙө һалғанда, нигеҙҙән башла, һут-кәндә — тубәнән. Әйтем.
♦ Күҙ түбәгә сығыу (йәки менеү) 1) бик ныҡ аптырау, ғәжәпкә ҡалыу. □ Сильно удивляться, соотв. Глаза на лоб полезли (от восторга, удивления). ■ Хәбәр ысынлап та шаҡ ҡатырлыҡ ине. Малайҙарҙың куҙҙәре тубәгә менде. М. Кәрим; 2) сама белмәй шаярыу, тыйнаҡһыҙланыу. □ Сильно баловаться. Түбәгә сығыу (йәки менеү) абруйҙы танымау, тыңламау. □ соотв. Сесть на голову кому. ■ Ул [Миңлекәй] өйҙә тик Рәхимә еңгәмдән генә шөрләй. Ул булмаһа, хәҙер бөтәһенең тубәһенә менергә әҙер тора. Һ. Дәүләтшина. • Ил аулаҡ ҡалһа, дуңғыҙ тубәгә сыға. Мәҡәл. Түбәгә төкөрөп ятыу бер ни эшләмәү, ялҡауланып тик ятыу. □ Лежать на боку; плевать в потолок, без-
619