Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 622 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮБӘН
Т. Ғарипова. Хәҙер ҡалала малдың, иттең, бигерәк тә беҙҙеке кеуек тоҡомһоҙ малдың хаҡы бик тубән. Һ. Дәүләтшина.
4. Башҡалар араһында әһәмиәте, тотҡан урыны буйынса ҙур булмаған. □ Низкий, нижний, младший. Тубән дәрәжә. Тубән ҡатлам. Вазифаһы тубән кеше. ■ [Хәбибул-ланың] куңеле ғали тойғолар менән тулған булһа ла, халыҡ куҙендә иң тубән дәрәжәлә куренеп, ғумере утә. М. Ғафури. Егермеләп штаб һәм обер-офицерҙар, һигеҙ йоҙгә яҡын тубән чинлы кешеләр әсиргә алынған. Я. Хамматов.
5. Сифаты ҡәнәғәтләнерлек түгел; насар. □ Некачественный, низкопробный. Сифаты тубән тауар. Тубән уңыш. ■ Бойҙайҙың сығышы тубәнерәк булыуын курһәтте һынау. Б. Бикбай. Силос тубән сифатлы булғанлыҡтан, ҡышын мал аҙығы етмәй. Р. Байымов. Тәуҙә саф тоҡомло булһа ла, тубән класлы һыйырҙарҙы бөтөрөу маҡсат итеп ҡуйылды. Н. Ҡотдосов.
6. Үҫештең беренсе этабында торған (уҫемлек, организмдарға ҡарата). □ Низший, простейший. Тубән организмдар. Тубән уҫемлектәр.
7. Башланғыс, тәүге баҫҡыстағы (белем системаһында). □ Младший, начальный (в системе образования). Тубән класс уҡыусыһы. ■ Ҡыҙыклы әңгәмәне тыңлау өсөн тубән курстарҙың студенттары ла йыйылғайны. Яр. Вәлиев. Үҙәктә русса уҡығас, тубәндәге кластарҙа ауылда башҡортса уҡытыу балаларҙың белем уҙләштереуенә ҡамасаулай, имеш. Ғ. Хисамов.
8. Бәләкәй юғарылыҡтағы, әкрен ишетелгән (тауышҡа ҡарата). □ Низкий, негромкий (о голосе). ■ [Карт] тубән тауыш менән: «Нимә һөйләйһең, Гриша, мин ғумеремдә бер кешегә лә асыу һаҡлап йөрөгәнем юҡ, Алла уҙе шаһит», — тине. С. Ханов. Старшина бик тубән тауыш менән генә: «Зинһар, тип утенәм. Сурағол ағай, ебәр»,— тип иларға кереште. Т. Хәйбуллин.
9. кусм. Рухи, әхлаҡи яҡтан насар, бысраҡ. □ Низкий, подлый. Тубән йән. Тубән ҡылыҡ. ■ [Шәфәҡ — Садрислам тураһында:] Ул — тубән кеше. Ш. Бикҡол. [Нуриханов:]
Унан килеп, Яубаҫаров — мораль яҡтан тубән тәгәрәгән кеше. Д. Бүләков. • Үҙен юғарыға һанаған — тубән кеше, уҙен тубән һанаған — аҡыллы кеше. Мәҡәл. Тубән һуҙҙең төбө бер. Мәҡәл.
ТҮБӘН II (Р: ниже; И.: below; T.: sonra) р. диал.
Былай, ары. □ Ниже, дальше. Бынан тубән әллә бар ғумер, әллә юҡ.
ТҮБӘН III (Р: низко; И.: low; T.: aşağı) р.
1. Аҫҡа, ергә яҡын. □ Низко. ■ Ваҡ ҡына ямғыр һибәләй, болоттар бөтөнләй тубән йөҙә. А. Мағазов. Салауат купере бейек булһа, аяҙ булыр, тубән булһа, һауа боҙолор. Һынамыш. • Тубән осҡан юғары ҡуныр, юғары осҡан тубән ҡуныр. Әйтем.
2. Аҫҡа табан. □ Вниз. ■ Сергей аласыҡтан сыҡҡанда, Йәғҙә шишмә эргәһендә башын тубән эйеп ултыра ине. А. Абдуллин. Захаров башын тубән эйеп торҙо ла кире уҙ урынына китте. С. Агиш. Ҡаһым турә менгән һор юрғаҡай тубән эйеп тора башҡайын. Халыҡ ижадынан. • Ашлыҡ туйған һайын башын тубән эйер. Әйтем. Юғары ҡарап фекер ит, тубән ҡарап шөкөр ит. Әйтем.
ТҮБӘН IV (Р: низ; И.: foot; bottom; T.: alt) и.
1. Уйһыу урын, ер. □ Низ, подножие. ■ Соҡорҙан кире боролорға торғанда, соҡор тубәненән өс австриецтың килгәне куренде. А. Таһиров. Аттар тау тубәненә куңелле-рәк киттеләр. Б. Бикбай. Зирәк болан ҡапыл тау тубәненә урман тынлығына һикерҙе. М. Сөндөклө.
2. Аҫҡы, түбәнге яҡ. □ Низ, нижняя часть чего. ■ Бына бурәнәләр дөбөр-шатыр килеп, тыйып торғоһоҙ көс менән ишелә, .. бер-береһенә бәрелә-һуғыла тубәнгә оса, хәтәр тауыш сығарып һыуға барып төшәләр, хатта ер һелкенә. Н. Мусин. Сапсан ҡош тубәнгә .. атылып, Заятуләктең яурынына ҡуна. «Заятүләк менән һыуһылыу».
3. Йылғаның түбәнге өлөшө. □ Низовье (реки). ■ Ауылды артта ҡалдырып, йылға тубәненә тағы өс-дурт саҡрымдай киткәс, — шундай уҡ ыҫ, көл-кумер, .. һөрөмлө таш келәттәр һәм ҡоймалар. Й. Солтанов.
622