ТҮБӘН КҮТӘРЕЛЕШ ҺУҘЫНҠЫ
Бөрйән урмандары, тау-таш араһында ятҡан бәләкәй генә ауылдан алыҫ сәфәргә сығып өйрәнмәгән малай берҙән-бер көндө ике бүрәнәнән кәшмәк бәйләне лә Ағиҙел түбәненә аҡты ла китте. Ш. Янбаев. • һыу түбәнгә ағыр, әҙәм — үргә. Әйтем.
4. күсм. Ябай халыҡ, киң халыҡ массаһы.
□ Низы (непривилегированные круги общества). Түбәндән, халыҡ араһынан күтәрелгән министр ул.
ТҮБӘНАУЫҘ (Р.: подуст; И.: common nase; T.: karaburun) и. диал. ҡар. борош I.
Түбән ауыҙлы, һорғолт һыртлы, асыҡ төҫтәге ҡабырғалы йылтыр йылға балығы.
□ Подуст (рыба) (лат. Chondrostoma nasus). Түбәнауыҙ үрсетеү. Ҡандракүлдә алабуға, шамбы, шыртбалыҡ, түбәнауыҙ, сабаҡ балыҡтары бар.
ТҮБӘНГЕ (Р.: нижний; И.: lower; Т: alt) с.
1. Ниндәйҙер кимәлдән аҫтағы; аҫҡы.
□ Нижний, находящийся ниже или внизу. ■ Витамин тултырылған шаҡтай ауыр йәшниктәр күтәргән ҡатын-ҡыҙҙар түбәнге ҡаттағы төрөү цехына китеп баралар икән. Ә. Байрамов. Әхмәтзәки мосолман фракцияһы биләгән йорттоң түбәнге ҡатында йәшәгән фекерҙәш ҡаҙаҡ дуҫы Мостафа Чокаевҡа китте. Р. Байымов. Рәшит уҡый торған класс бүлмәһе түбәнге ҡатта урынлашҡайны. Ә. Бикчәнтәев.
2. һыуҙың, елдең һ. б. йүнәлгән яғындағы. □ Нижний. ■ Ташлыйылғаның түбәнге бер төшөндә Ғәли-Тархан исемле бай-феодал йәшәгән. Ғ. Аллаяров. Зөфәр, флягаларын доңғор-даңғыр килтереп, түбәнге урамды сыға ғына башлағайны, көтмәгәндә Аҡнөгөш буйлап һуҙылған һуҡмаҡҡа ыңғайлаған Мәү-силәне күреп ҡалды. Д. Бүләков. Фатима түбәнге урам менән атаһының йортона табан атланы. Ж. Кейекбаев.
3. Урын, дәрәжәһе иң бәләкәй. □ Младший, нижний, нижестоящий. Түбәнге инстанция. Түбәнге палата.
4. Халыҡ, масса менән туранан-тура бәйләнештә булған. □ Нижестоящий. Түбәнге ойошмалар.
ТҮБӘНГЕ ОС и. диал. ҡар. түбән яҡ. Түбәнге ос малайҙары. ■ Түбәнге ос һыйырҙары ғүмер баҡый аръяҡҡа сығып ризыҡ таба, тау буйлап юлдар һалып бөткәндәр. Г. Яҡупова.
ТҮБӘНГЕ ЯПРАҠ (япрағы) (Р: низовые листья; И.: lower leaves; T: alt yaprak) и.
Ябай төҙөлөшлө, үҫешеп етмәгән япраҡтар. □ Низовые листья. Түбәнге япраҡтарҙы өйрәнеү. Түбәнге япраҡтарҙы тикшереү.
ТҮБӘНДӘ (Р: ниже; И.: below; T.: aşağıda) р.
Нимәнеңдер артынан, аҫтында. □ Ниже. Түбәндә килтерелгән миҫал. Түбәндә ҡул ҡуйыу. Түбәндә күрһәтелгәнсә.
ТҮБӘНДӘГЕ (Р: находящийся внизу; И.: lower; T.: aşağıdaki) с.
1. Ҡалҡыу урындың, һыу ағымының һ. б. түбән яғындағы. □ Находящийся внизу, в низине, ниже. Түбәндәге урам. ■ Әгәр ҙә ҡайындың осондағы япраҡтары һарғая башлаһа, яҙ иртә килә, түбәндәгеләре һарғая башлаһа, яҙ һуң килә. һынамыш.
2. Артабан буласаҡ, әйтеләсәк. □ Следующий, нижеследующий. Түбәндәге миҫал. Түбәндәге мәғлүмәт. Түбәндәге һылтанма.
ТҮБӘНДӘГЕСӘ (Р: следующим образом; И.: as follows; T: aşağıdaki gibi) р.
Түбәндә әйтелгәнсә, күрһәтелгәнсә. □ Следующим (нижеследующим) образом. ■ Көтөүгә бирелгән малдарға түләү хаҡы түбәндәгесә: бер һыйыр — бер сирут ярым, бер тыуса — бер сирут, бер башмаҡ — өс сирек сирут. Т. Килмөхәмәтов. Леспромхоз һәм колхоздар эшенә айырым-айырым күҙ һалһаҡ, эш түбәндәгесә тора: леспромхоз үҙ өҫтөнә төшкән планды бөгөнгө көнгә алтмыш ике процентҡа үтәһә, колхоздарҙа ул егерме ете процент ҡына тәшкил итә. Н. Мусин.
ТҮБӘН КҮТӘРЕЛЕШ ҺУҘЫНҠЫ (Р: гласный звук нижнего подъёма; И.: low vowel; T.: geniş sesli) и. лингв.
Тел ауыҙ ҡыуышлығының түбәнге өлөшөндә тороп, аңҡау менән тел араһында киң аралыҡ ҡалған осраҡта барлыҡҡа килгән өн. □ Гласный звук нижнего подъёма. Түбән
623