Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 624 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮБӘНЛЕК
күтәрелеш һуҙынҡыларҙы өйрәнеу. Тубән күтәрелеш һуҙынҡыға миҫал килтереу. ■ Тубән күтәрелеш һуҙынҡыларға [а], [ә] фонемалары инә. К. Ишбаев.
ТҮБӘНЛЕК (түбәнлеге) (Р.: низменность; И.: lowland, depression; T.: çukurel) и.
1. Уйһыу, иңкеү ер. □ Низменность, низина, низменное место. ■ Приютҡа ҡарай тағы бер аҙ юл үткәс, һул яҡта һалынып бөтөп килеүсе башҡа төҙөлөштәр, ә алыҫ-тараҡ, түбәнлектә, нефть паркы резервуарҙары күренде. Ә. Байрамов. Тейәп алған һаламыбыҙ ҙа әллә ни куп тугел ине, әлбиттә, юл да түбәнлеккә тартҡанлыҡтан, ҡайтыуы һис тә ҡыйын булманы. М. Садиҡова.
2. кусм. Әхлаҡ, намыҫҡа һыймаған эш, ҡылыҡ. □ Низость, подлость. Уйҙарҙың түбәнлеге. ■ Иң яҡын тойғолар, иң яҡты иҫтәлектәр менән сауҙа итеу — бынан да ҙурыраҡ түбәнлек, бынан да ерәнгесерәк эш булыуы мөмкинме һуң? Ә. Вәли. Нина менән тәүләп танышҡанда, бәлки, Рәшит бындай түбәнлеккә тәгәрләргә өлгөрмәгән булғандыр, ҡыҙ уны егәрле булғаны өсөн һөйгәндер... М. Ғиләжев. Йәш ҡатын, ҡасандыр үҙе ышанған кешенең шул тиклем дә түбәнлеккә тешәүенә хайран ҡалып, ихтыярһыҙ башын сайҡаны. X. Зарипов.
ТҮБӘНЛЕС и. диал. ҡар. түбәнлек I. Түбәнлескә төшөү. Түбәнлестә урынлашыу.
ТҮБӘНЛӘС и. диал. ҡар. түбәнлек I. ■ Әхәт ауыҙлыҡ эргәһенән теҙген төбөн тотоп, уйға сумып, шулай күпме барғандыр ул, юл түбәнлескә киткәс кенә, ултырып, дилбегәһен ҡаҡты. Н. Мусин.
ТҮБӘНЛӘТЕҮ (түбәнләт-) (Р: снижать, опускать; И.: discend; T.: indirmek) ҡ.
1. Ер өҫтөнә яҡын хәлгә килеү, түбәнгә-рәк төшөрөү. □ Снижать, опускать. Самолёт осоп барыу юлын түбәнләтте.
2. Һыу ағымы ыңғайына йүнәлтеү. □ Спускать по реке. Йылға ағымы кәмәне түбәнләтеп алып китте. ■ Берәү ҙә абайламай ҡалды, ағым бер һыйырҙы түбәнләтеп алып китте. Ә. Вахитов.
ТҮБӘНЛӘҮ (түбәнлә-) (Р: снижаться; И.: go down; T.: inmek) ҡ.
1. Ер өҫтөнә яҡын хәлгә килеү, түбәнгә-рәк төшөү. □ Снижаться, опускаться. ■ Ҡояш түбәнләй башлағас, Байгилде, ҡорт айырмаҫ инде хәҙер, кис булды, тип ҡайтып китте. Ж. Кейекбаев. Ҡояш тышау буйы түбәнләгәйне, ә Нәғимә баҫҡысында мәш килә ине. Й. Солтанов. Аэропорттан күтәрелеп киткәндән бирле иллюминаторҙан ҡарап өндәшмәй генә килгән Сәмиға, ярты сәғәттән һуң самолет түбәнләй башлағас, Азаматҡа боролдо. Ш. Янбаев.
2. һыу ағышы ыңғайына йүнәлеү, һыу менән түбәнгә ағыу. □ Спускаться по реке. Йылға буйлап түбәнләү. ■ Был яҡтарҙы яҡшы белгән Грязнов, Волга буйлап түбәнләп, уның Донға яҡынайған тәңгәлендә казак станицаларына табан сығырға кәңәш итте. Ғ. Ибраһимов. Зилбәр, атаһы өйрәткәнсә, Иҙел буйлап түбәнләп, Утлы шарҙың нурҙарынан алда әхирәттәре менән һыу аша йөҙөп дошман ярына сыҡты. 3. Ураҡсин.
ТҮБӘН МӘЙЕЛЛЕ (Р: почтительный; И.: respectful; T.: saygılı) с.
Кеше алдында үҙен итәғәтле итеп тотоусан; кеселекле. □ Почтительный, уважительный. Түбән мәйелле ир.
ТҮБӘН ОС и. ҡар. түбән яҡ. Түбән ос егеттәре. ■ [Усман:] Әйҙәгеҙ, түбән ос малайҙарының танауҙарына сиртәйек, — тине серле итеп. — Яңы йылға урамға шыршы ултыртабыҙ. Ә. Гәрәев.
ТҮБӘНСЕЛЕК (түбәнселеге) (Р: почтительность; И.: deference; T.: saygı) и.
1. Кешене олоға һанаған, кеселекле, ихтирамлы мөғәмәлә; кеселеклек. □ Почтительность, обходительность, вежливость. ■ Бөтәһе лә түбәнселек менән: «Әйҙә, мул-лабзый ҙа, әйҙә, муллабзый», — тип кенә тора. Ә. Байрамов. Ярлыманов машинаға, бигерәк тә моторға, йәнле әйбергә ҡараған һымаҡ, хөрмәт һәм түбәнселек менән ҡарай. Ә. Вәли. Үҙенең эш бүлмәһенә ингәс, Мирсаяпов саҡырыуһыҙ килгән ҡунаҡтарҙың һәр ҡайһыһына түбәнселек менән урын күрһәтте. X. Зарипов. • Ҡешегә түбәнселек ит, үҙең түбәнһенмә. Әйтем.
2. диал. ҡар. түбәнлек II. ■ [Зәки:] Көтмәгәйнем, һеҙҙе шундай түбәнселеккә
624