ТҮБӘНӘЙЕҮ
төшөрһөгөҙ тип көтмәгәйнем, иптәш Низамова. И. Абдуллин. Кеше шул тиклем түбәнселеккә төшә алыуына иҫе китте уның [Хәйрулланың]. Д. Бүләков.
ТҮБӘНСЕЛЕКЛЕ (Р.: снисходительный; И.: condescending; T.: hoşgörülü) с.
1. Әҙәп, тәртип һаҡлаған; әҙәпле, илтифатлы. □ Снисходительный. Түбәнселекле ир. И Витаминсылар Суфьян ағайҙы бик түбәнселекле булыуы өсөн генә түгел, яҡшы ойоштороусы булғаны һәм эүҙем ижад иткәне өсөн дә ысын күңелдәренән яраталар. Ә. Байрамов. Риф — тыйнаҡ, түбәнселекле, йомшаҡ күңелле, хатта ҡыйыуһыҙ бала. X. Зарипов.
2. Кеселеклек, ихтирам менән һуғарылған мөғәмәләле. □ Почтительный, вежливый.
■ [Закир] ғәйәт түбәнселекле һәм татлы йылмайып, башта муллаға, унан мәзингә ҡуш ҡулын һуҙҙы. 3. Биишева. Иван Сергеевич Зәйнәпбаныу һәм Өмөгөлсөм менән түбәнселекле баш эйеп хушлашты ла, бөтәһе өсөн тағы ла рәхмәт әйтеп, сығып китте. Ғ. Лоҡманов. Ғөмүмән, Баязитов кешеләрҙең уның алдында үҙҙәрен шулай түбәнселекле тотоуына өйрәнеп бөткән. Р. Солтангәрәев.
ТҮБӘНТЕН/z диал. ҡар. түбән III, 1.
ТҮБӘН ТӨҘӨЛӨШЛӨ ҮҪЕМЛЕКТӘР (Р: низшие растения; И.: lower plants; T.: tallofita) и. бот.
Тамыры, һабағы, япраҡтары булмаған, үҫештең беренсел этабында торған үҫемлектәр (ылымыҡтар, мүктәр, һыу үҫемлектәре). □ Низшие растения, талломные растения (лат. Thallophyta). Түбән төҙөлөшлө үҫемлектәрҙе өйрәнеү. Түбән төҙөлөшлө үҫемлектәрҙең төп үҙенсәлектәрен аңлатыу.
ТҮБӘН ТӨШӨҮСЕ ДИФТӨНГ (Р: нисходящий дифтонг; И.: falling difthong; T.: alçalan diftong) и. лингв.
Беренсе компоненты һуҙынҡы булып, икенсеһе талғын тартынҡыларҙан торған өндәр ҡушылмаһы. □ Нисходящий дифтонг.
■ Түбән төшөүсе дифтонгыларҙы ике төркөмгә айырып ҡарарға була: тарҡалыуға бирелмәүсе һәм аффикстар ҡабул иткәндә тарҡалыусы. К. Ишбаев.
ТҮБӘНҺЕНЕҮ (түбәнһен ) (Р: унижаться; И.: demean oneself; T.: aşağılanmak) ҡ.
Үҙең өсөн ниҙелер түбән һанау. □ Унижаться. // Унижение (перед кем-л.). ■ Һауалы ҡыҙҙың иң ҡурҡҡаны иптәштәре алдында түбәнһенеү ине. Яр. Вәлиев. Түбәнһенеп, иҙелеп, ватылып йөрөү ир-егетлек дәрәжәһен биҙәмәй. С. Поварисов. [Римма:] Арыным, биҙҙем, түбәнһенеүҙәрҙән туйҙым, тауар булыуҙан ғәрләнәм. Д. Бүләков. Әммә, түбәнһенеп булһа ла, уға [Вәзиргә] иптәштәре менән яңынан аралашырға кәрәк ине. М. Кәрим.
ТҮБӘНҺЕТЕЛЕҮ (түбәнһетел ) ҡ. төш. ҡар. түбәнһетеү, страд, от түбәнһетеү. Түбәнһетелеп йәшәү. ■ Йәнде иң тетрәндергәне — түбәнһетелеү ғазабы, тотҡонлоҡ зары. Г. Яҡупова.
ТҮБӘНҺЕТЕҮ (түбәнһет-) (Р: унижать кого-л:, И.: humble; T.: aşağılamak) ҡ.
Түбән ҡуйып ҡыйырһытыу; кәмһетеү.
□ Унижать кого-л. // Унижение кого-л. ■ Зәки Вәлидиҙең урыҫса һөйләүе, уның әллә ҡайҙағы ошо инглиз китаптары хаҡында мәғлүмәтле булыуы ерле мөнәввәрҙәргә түбәнһетеп ҡарап өйрәнгән аҡһөйәк урыҫ вәкилдәрен бер аҙ шаңҡытып ебәрҙе. Р. Байымов. Ғәли ҡыҙҙар янында башҡа егеттәрҙе түбәнһетеп ҡарарға ғәҙәтләнгән. Ғ. Лоҡманов. Йәлләү кешене түбәнһетә, тигән фекергә Рухиә ҡушыла алмай. Ф. Чаны-шева.
ТҮБӘНҺЫУ (Р: низменный, низкий; И.: low-lying; T.: ingin) с.
Түбәнерәк булып ятҡан (ергә ҡарата).
□ Низменный, низкий. ■ Сатнама һыуыҡтар тороуға ҡарамаҫтан, төҙөүселәрҙең эше аҙ ғына ваҡытҡа ла туҡтамай: туң ер тейәгән машиналар Янкан артылышынан түбәнһыу урындарҙа тимер юл полотноһы күтәреләсәк яҡҡа табан саба. Й. Мостафин.
ТҮБӘНӘЙЕҮ (түбәнәй-) (Р: понижаться; И.: discend, go down; T.: alçalmak) ҡ.
1. Түбәнгәрәк, аҫҡараҡ төшөү. □ Понижаться, снижаться. // Понижение, снижение. ■ Ҡояш ни саҡлы Нурға үсекләшмәһен, барыбер түбәнәйҙе, һүрелде һәм йоҡо бүл
625