ТҮБӘНӘЙТЕЛЕҮ
мәһенә инеп юғалды. И. Абдуллин. Түбәнәйә барған һайын нығыраҡ ҡыҙара төшкән ҡояш иренеп кенә Ағиҙел аръяғындағы урмандар артына төшә. Ә. Вәли. Самолёт, аҡлан өҫтөндә түңәрәктәр яһап, түбәнәйә башланы. X. Мохтар.
2. Кимәле, дәрәжәһе, күләме, көсөргәнеше һ.б. йәһәтенән кәмеү. □ Снижаться, становиться более низким. // Снижение (о степени, величине чего-л.). Хаҡ түбәнәйгән. ■ Һуңғы аҙнала, температураның киҫкен түбәнәйеүе сәбәпле, нефть сығарыу торбаларына парафин ултырыу көсәйҙе. Ә. Байрамов. Яғыулыҡты һаҡлап тотонғанда ғына ерҙе эшкәртеүҙең үҙҡиммәте түбәнәйәсәк. Ғ. Лоҡманов.
3. Насарға әйләнеү, насарайыу. □ Снижаться. Аҙыҡ-түлектең сифаты түбәнәйгән. ■ Ниңә уҡыусылар йәш яғынан ҙурайған һайын күбеһенең өлгәшеүҙәре түбәнәйә, тәртиптәре кирегә китә башлай? Р. Байбулатов.
4. Шымыраҡ, тоноғораҡ ишетелә башлау (тауышҡа ҡарата). □ Понижаться, становиться ниже (о голосе). // Понижение. Тауыш түбәнәйҙе. М «Атайың менән беҙ, — тине Хәмит, Сәлихкә ҡарап, — бик дуҫ инек». — Хәмиттең тауышы һөйләгән һайын түбәнәйә, йомшаҡлана барҙы. С. Агиш. Күмәк йыр, баҫалҡы, моңһоу тулҡын булып, берсә бик түбәнәйеп, берсә күтәрелеп, урман эсендә бик оҙаҡ сыңлап торҙо. 3. Биишева. Сәсәндең һамағы бер түбәнәйә, бер күтәрелә. Ә. Хәкимов.
ТҮБӘНӘЙТЕЛЕҮ (түбәнәйтел-) ҡ. төш. ҡар. түбәнәйтеү, страд, от түбәнәйтеү.
ТҮБӘНӘЙТЕҮ (түбәнәйт ) (Р.: понижать; И.: make discend; T.: alçaltmak) ҡ.
1. Түбәнгәрәк, аҫҡараҡ төшөрөү. □ Понижать, снижать. ■ Ярһыған зенит батареяһын күҙҙән юғалтмаҫ өсөн, Мирзоян, самолё-тын һөҙәк кенә илтеп, алыҫтан түбәнәйтә башларға мәжбүр булды. А. Мағазов.
2. Ниҙеңдер кимәлен, дәрәжәһен, күләмен, көсөргәнешен һ. б. кәметеү. □ Снижать, уменьшать. Баҫымды түбәнәйтеү. Хаҡты түбәнәйтеү. Һыуҙың температураһын түбәнәйтеү. М Үҙенең сауҙа кәсебен төбөнә
тиклем төшөндөрөргә теләптер инде, һүҙ тоғо бер сиселгәс, Андрей Иванович ярһып һөйләүен туҡтатманы: «Мин ҡарап-ҡарап торам да ондоң хаҡын түбәнәйтәм дә ебәрәм». Р. Өмөтбаев.
3. Насарға әйләндереү, насарайтыу. □ Снижать. Һөт аҙығының сифатын түбәнәйтеү. ■ [Фәнилә:] Объектты төҙөлөп бөтмәгән килеш план үтәү осон генә тапшырыу хеҙмәт тәртибен йомшарта, сифатты тағы ла түбәнәйтә. Н. Мусин.
4. һөйл. Урын, дәрәжәне кәметеү; түбәнгә әйләндереү, түбән итеү. □ Понижать (в должности). ■ [Колобовтың] хәрби чинын түбәнәйттеләр, штрафной батальонға ебәрҙеләр. Ғ. Аллаяров. [Гуғанов:] Азаматов -ты түбәнәйтеп ҡуйғандар икән, бахырҙы. Бик юғары үрләргә ярата ине. Ә. Вәли.
5. Тауыштың һ. б. тонын түбәнерәк, ишетелешен шымыраҡ итеү. □ Понижать, снижать (голос, звук и т. п.). V Ғилман тауышын йәнә түбәнәйтә төштө. Б. Бикбай. Хәмит шаярыбыраҡ һөйләүен ташланы, тауышын да түбәнәйтеберәк, һүҙҙәрҙе бү-лә-бүлә һөйләп китте. С. Агиш. Имай тауышын түбәнәйтеп һүҙ башланы. Һ. Дәүләтшина. [Айсыуаҡ] тынысыраҡ күренергә тырышып, тауышын түбәнәйтте. Т. Килмөхәмәтов.
ТҮБӘНӘС (Р.: низменность; И.: lowland; T: çukurel) и. диал. ҡар. уйһыулыҡ.
Уйһыу урын, ер. □ Низменность, низменное место. Түбәнәскә табан ат шәп китте.
ТҮБӘН ЯҠ (яғы) (Р: нижняя улица; И.: down street, lower street; T: aşağı sokak) и.
Аҫҡы урам. □ Нижняя улица. Түбән яҡта йәшәү. Түбән яҡ кешеләре. Түбән яҡҡа барыу. Н Сурағол ауылдың түбән яҡ осондағы күпергә туҡтаны ла, башындағы бүр-кен алып, еңдәре менән маңлай тирҙәрен һыпырҙы. Т. Хәйбуллин.
ТҮБӘ ӨРЛӨГӨ (Р.: матица; И.: tie-beam; T: kiriş) и.
Түбә таҡтаһы һалына торған арҡыры бүрәнә; өрлөк. □ Матица, балка потолочная. Түбә өрлөгө һалыу. Түбә өрлөгөн яңыртыу. Түбә өрлөгөнә ағас ҡырҡыу.
626