ТҮБӘТӘЙ
ТҮБӘСАЙҒАҠ (түбәсайғағы) и. диал. ҡар. түшәм. Тубәсайғаҡты буяп сығыу.
ТҮБӘСЕК (түбәсеге) и. диал. ҡар. түбә I, 3. Тубәсеккә менеу. Тубәсектә еләк йыйыу.
ТҮБӘСЕЛ с. диал. ҡар. түбән I, 1. ■ Машина һөҙәк кенә тубәсел ергә кутәрелә барҙы ла ҙур тау тишегенән утте. Ғ. Ғүмәр.
ТҮБӘ СҮМЕСЕ (Р.: бугорок затылочной кости; И.: cranial cover; T.: kafatasının arkadan dışarı çıkık olan bölümü) и. диал. ҡар. соңҡа 1,1.
Баш һөйәгенең арт яҡтан тупайып торған өлөшө. □ Бугорок затылочной кости, инион. Сығынҡы тубә сумесе.
ТҮБӘСӘЙ (Р: заглушка (у самовара); И.: plug; T.: semaverin tıkası) и. диал.
Самауыр мөрйәһен баҫа торған ҡапҡас.
□ Заглушка (у самовара). Тимер тубәсәй. Самауырҙың тубәсәйен баҫыу. ■ Йыйын йорто ҡорт умартаһы кеуек геуләй, тубә-сәйе баҫылмағанға ҡапҡастарын атып сығарырҙай булып ҡайнаған самауыр һымаҡ гөжләй ине. Ғ. Хисамов. Емеш урамға ҡараған бер тәҙрәнән, тубәсәй менән ҡырып, йоҙроҡ ҙурлыҡ ҡар йомарлап алып тасҡа ташланы. 3. Биишева.
ТҮБӘ СӘСЕ (Р: макушечные волосы; И.: hair on the top of the head; T.: tepelik saç) и.
Баштың иң өҫкө өлөшөндәге сәс. □ Макушечные волосы. ■ Таныш булмаған оло ирҙе кургәс, тиҙ генә ҡартының тубә сәстәрен рәтләп, иркәләгән кешегә һалышты Ғамилә. Б. Бикбай. Кәбир көҙгө баҫыуҙы тубә сәсе ҡойолған яланғас башҡа оҡшатты. Яр. Вәлиев. Тубә сәсе ҡойолоп, яп-ялтыр булып ҡалһа ла, йәш саҡтан уҡ килгән ғәҙәтен ташламай, башын йыш-йыш һыйпаған Кил-дейәров ҡыҙыҡ куренде. Ш. Янбаев. • Уҫалдың тубә сәсе урә торор. Әйтем.
♦ Түбә сәсе үрә тороу бик ныҡ ҡурҡҡанды йәки шаҡ ҡатып аптырағанды белдерә.
□ соотв. Волосы дыбом встали. ■ [Ғәйшә:] Ҡуй инде, ул ваҡыттарҙы уйлаһаң, тубә сәстәрең урә тора. һ. Дәүләтшина. Сергей-ҙың тубә сәсе урә торҙо. А. Абдуллин.
ТҮБӘ ТАҠТАҺЫ и. ҡар. түшәм. Тубә таҡтаһы серегән. Тубә таҡтаһынан һыу утә. Тубә таҡтаһын яңыртыу.
ТҮБӘ ТАМҒАҺЫ (Р: родовой знак; И.: brand of a tribal subdivision; T.: boyun damgası) и. этн.
Араның танытмаһы булған шартлы билдә. □ Родовой знак. ■ Һәр башҡорт ырыуының уҙ тамғаһы, ораны, ҡошо һәм ағасы булған. .. Ә беҙҙең тубә тамғаһы — ырғаҡлы әуернә. «Ейәнсура таңдары», 15 февраль 2013.
ТҮБӘ-ТҮШӘМ и. диал. ҡар. түшәм. Тубә-тушәм йәйеу. Тубә-тушәм алыштырыу. Тубә-тушәм буяу.
ТҮБӘ ТӘҘРӘҺЕ (Р: фонарь (потолочное окно); И.: skylight; T.: tepe penceresi) и. архит.
Яҡтылыҡ төшһөн өсөн ҡоролма түбәһе-нә эшләнгән уйым. □ Фонарь (потолочное окно). Заманса ҡоролған биналарҙа тубә тәҙрәләре уйыла. Тубә тәҙрәһенән яҡтылыҡ мул төшә.
ТҮБӘТӘЙ I (Р: тюбетейка; И.: tyube-teika; T.: takke) и.
1. Түбәгә генә кейә торған түңәрәк баш кейеме. □ Тюбетейка. Хәтфә тубәтәй. Уҡалы тубәтәй. Тубәтәй кейеу. ■ Фәтих ту-бәтәйен ҡырынайтыбыраҡ кейә лә аяҡтары менән аттың ҡабырғаларына яй ғына һуғып ала. И. Абдуллин. Кешеләр баҫыу ҡапҡаһынан кереп барған Ғәбделхалиҡтың сигеуле тубәтәйен генә куреп ҡалдылар. Ғ. Лоҡманов. Ахун, утар ишегенә яурындарын терәп, борсаҡ-борсаҡ тир аҡҡан битен тубәтәйе менән һөртә-һөртә, ишеккә арҡыры ҡуйылған тимер типкенең башын кугәнгә кейҙереп маташа ине. Р. Өмөтбаев.
2. ҡар. түбәсәй. ■ [Малышев] ҙур өҫтәлдә борҡолдап ҡайнап торған самауырҙың тубәтәйен кейҙереп ҡуйҙы. А. Таһиров.
3. миф. һаҡлау көсөнә эйә булған әйбер. □ Тюбетейка (в народной культуре выполняет обережную функцию). ■ Башты, сәсте ҡара көстәрҙән һаҡлау осон кискә тубәтәй кейергә, яулыҡ ябынырға ҡушалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
627