Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 628 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮБӘТӘЙ
ТҮБӘТӘЙ II (Р.: сетка (часть желудка жвачных животных); И.: scale; T.: börkenek) и. диал. ҡар. күҙләнсек.
Көйөшлө малдың ашҡаҙанындасы икенсе бүлек, күҙле-күҙле ҡарын. □ Сетка (часть желудка жвачных животных). Һыйырҙың түбәтәйенә зыян булған.
ТҮБӘТӘЙ ҠАПЛАУ (Р.: магический способ лечения опухоли груди; И.: magical way of healing; T.: büyü ile tedavi etme usulü) и. этн.
Күкрәк шешен дауалауҙың магик ысулы.
□ Магический способ лечения опухоли груди. Түбәтәй ҡаплау ысулы менән сирҙе бөтөрөү. ■ Түш шешһә, түбәтәй ҡаплау йолаһы үткәрәләр. «Башҡорт мифологияһы »нан.
ТҮБӘТӘЙЛЕ (Р.: с тюбетейкой; И.: having a tyubeteyka; T.: takkeli) с.
Түбәтәйе (I, 1) булған. □ С тюбетейкой, имеющий тюбетейку, в тюбетейке. ■ Рәмзил йыраҡта яр башында яңғыҙы баҫып торған түбәтәйле малайға фотоаппаратын тоҫҡаны. Д. Бүләков. Резинка галошлы, бәрхәт түбәтәйле, ҡыҙыл ыштанлы, зәңгәр сатин күлдәкле малай шул көтөүҙе көтөп йөрөй. М. Кәрим.
ТҮБӘТӘЙ СЫБЫҠ (сыбығы) (Р.: название старинной молодёжной игры; И.: ancient game of the young; T: gençler oyunu) и. этн.
Йәштәр уйнай торған боронғо уйын. □ Название старинной молодёжной игры. Түбәтәй сыбыҡ уйнарға йыйылыу.
ТҮБӘ ҺӨЙӘГЕ (Р: теменная кость; И.: sinciput bone; T.: paryetal kemik) и.
Мейе ҡапҡасының өҫ һәм ҡыр өлөштәрен тәшкил иткән парлы һөйәк. □ Теменная кость. Түбә һөйәген өйрәнеү. Түбә һөйәге төҙөлөшө.
ТҮБӘ ЯБЫУСЫ (Р: кровельщик; И.: roof-maker; T: çatı ustası) и.
Йорт-ҡаралтының түбәһен ябыусы оҫта.
□ Кровельщик. Түбә ябыусы булып эшләү. Түбә ябыусы булыу. Түбә ябыусы яллау.
ТҮГЕЛ (Р: не; И.: not; T: değil) мөн.
1. Алдынан килгән һүҙҙе, фекерҙе инҡар итеү, кире ҡағыу һәм кире ҡуйыуҙы белдерә. □ Не, ни (отрицательные частицы).
■ Йырсы үҙе күҙгә салынманы, шуға әле кеше түгел, дала үҙе йырлай, үҙе моңлана һымаҡ ине. А. Абдуллин. Был малайҙан лакей түгел, көрәшсе сығасаҡ. С. Агиш. Иҙелгә яҡын барырлыҡ та түгел, ҡотора ғына. Р. Байымов. Иҙән аҫтынан әҙәм тиһәң, әҙәм түгел, ҡотһоҙ бер ғифрит килеп сыға. Әкиәттән.
2. һорау киҫәксәһе менән килеп, фараз рәүешендәге һорауҙы белдерә. □ Не ... ли, разве не. ■ «һаумыһығыҙ, Рәшиҙә Хәми-товна, бик иртәләгәнһең түгелме?» — тине ул [Ҡорбанов], баш агрономдың яҙыуына күҙ төшөрөп. Ғ. Аллаяров. [Әсәһе — Саръян-ға:] Ауылды бик һағынғас, ҡалала тороуы ҡыйын түгелме һуң, улым? Ә. Байрамов. Һай, эйелмәй, бөгөлмәй, матур баҫа түгелме? Халыҡ йырынан.
ТҮГЕЛЕП СӘСЕЛЕҮ (түгелеп сәсел-) (Р: рассыпаться (полностью); И.: be squandered; dissipate; T: saçılmak) ҡ.
Һибелеү, ҡойолоу (әрәм булыу). □ Рассыпаться (полностью); высыпаться, разлиться (и пропадать зря). ■ Сабылған бесәндең яртыһы болонда уҡ түгелеп-сәселеп әрәм була, йыйылғанын да әштер-өштөр өйәләр йәки баҫыу ситенә ышырып ут төртәләр. Ш. Янбаев. Буяу түгелеп-сәселеп ятып ҡалды. Ғ. Хисамов, һыҙланһа-үрһәләнһә лә, Рауил Фәйзуллин хис-тойғолары менән түгелеп-сәселеп бармай, кисерештәрен тыя белә, ҡулда тота ала. Р. Бикбаев.
ТҮГЕЛЕҮ (түгел-) ҡ.
1. төш. ҡар. түгеү 1-5. страд, от түгеү 1-5. ■ Бейе әйҙә, бейе әйҙә, тулы туҫтаҡ түгелһен. Халыҡ йырынан. Әй, ағасҡай, йәшең күпме, түгелгән емешең күпме? Халыҡ ижадынан.
2. Ҡайҙандыр бер ерҙән туҡтауһыҙ ағыу (шыйыҡ нәмәгә ҡарата). □ Литься, течь, проливаться. Һөт түгелә. Күҙ йәше түгелә. Ҡан түгелә. ■ [Байғужа:] Беҙҙең бында күп тир түгелде инде. Д. Юлтый. Ғаләмгә сатҡы сәсрәтеп, тирҙәре түгелеп ҡалыр. Р. Назаров. Был һуғыштар ауыр булды, бик күп ҡандар түгелде. Халыҡ ижадынан.
3. күсм. Һирпелеү, бөркөлөү (яҡтылыҡ, нур һ. б. ҡарата). □ Литься, проливаться (о свете, луче и т. д.). ■ Тәҙрәләрҙән көнгә
628