ТҮГЕҮ
куҙ асҡан тәуге япраҡ кеуек саф нур көлтәһе түгелә ине. А. Абдуллин. Тәҙрәләрҙән өйгә ай нуры түгелә. И. Абдуллин. Гүйә, мөлдөрәмә тулы хистәр йөрәкте яндырып тугелде. Р. Ниғмәти.
4. Ниндәйҙер бер ерҙән ваҡ-ваҡ булып һибелеү. □ Рассыпаться, посыпаться, обсыпаться (о множестве мелких предметов или о чём-л. сыпучем). // Рассыпание, осыпание. Тоҡтоң тишегенән ашлыҡ тугелде. Арба һикерткән ыңғайға тоҡтағы орлоҡтар түгелеп китте.
5. Сарыф ителеү. □ Тратиться, затрачиваться, расходоваться. Көс түгелә. Куп аҡса тугелеу.
6. кусм. Бер ыңғай менән тулҡынып сығып тороу (телмәр, шиғырға ҡарата). □ Литься, струиться (о речи, стихах). ■ Йырҙар булып түгелеп барҙы йылдарым. 3. Биишева. Ер тауышы — ошо ҡош моңонда, ер моңдары тора түгелеп. М. Өмөтбаев. Йылдың иң-иң гүзәл бер айы, татлы тупраҡ еҫе аңҡый ерҙә, түгелеп һайрай һабан турғайы. Р. Ғабдрахманов.
7. кусм. Хәл ҡылымдың -п формаһында эш-хәрәкәттең мул, иркенләп, күп булып башҡарылыуын белдерә. □ В форме деепричастия на -п обозначает обилие, множественность действия. ■ Арыҫландай ирҙең түгелеп илауына бөтә өй эсе хайран ҡала. X. Ғиләжев. Һыҙланыуҙан кипте куҙ йәштәрем, илап булмай хатта түгелеп. Г. Ситдикова. Буранбайҙың яҙған хатын уҡып, түгелеп илай ауыл ҡарттары. Халыҡ йырынан.
8. Мул булып үҫеү. □ Уродиться, созреть, вырасти обильно. Иген түгелеп үҫкән. ■ Былтыр муйыл түгелеп үҫкәйне лә, быйыл — ҡытлыҡ. Экспедиция материалдарынан.
ТҮГЕЛЛЕК (түгеллеге) (Р: то, что не...; И.: absense of; T.: yokluk) и.
Нимәнеңдер юҡлығы, булмауы. □ То, что не..., отсутствие (определённого качества, принадлежности и т. п.). Яҡшы түгеллек. ■ Үҙеңдең хаҡ түгеллегеңде аңлап та бирелмәһәң, был инде тиҫкәрелек тип атала. И. Абдуллин. Кемдер ишекте асып башын
тыҡҡайны, директор буш түгеллеген аңлатып ҡулын һелтәне. М. Ғиләжев. Шураның яралары ауыр булһа ла, ҡурҡыныс түгеллеген, тик күп ҡан аҡҡанлыҡтан хәлһеҙләнгән-леген хәбәр иттеләр. Б. Дим.
ТҮГЕЛСЕК (түгелсеге) (Р: дикий лён; И.: wild flax; T.: bir çeşit bitki) и. диал.
Сүсле үҫемлек. □ Дикий лён (лат. Linum catharticum). Түгелсекте эшкәртеү.
ТҮГЕП СӘСЕҮ (түгеп сәс-) (Р: рассыпать, разлить (полностью); И.: squander; spill over; T: saçmak) ҡ.
1. һибеп, түгеп әрәм итеү. □ Рассыпать, разлить (полностью). ■ Аҙыҡ-түлекте тү-геп-сәсеп исрафламайҙар, шулай уҡ үҙ өйҙәрендә йәшереп тә тотмайҙар — бөтәһе уртаҡ ине. Й. Солтанов.
2. күсм. Тулыһынса асып һалыу (күңел кисерештәрен). □ Изливать (душевные переживания). ■ Йөрәгеңде мүк баҫмаған, аңла, дуҫым, ваҡыт барҙа: хистәреңде түгеп-сәсеп йөрөмә һин яман ярҙа. Р. Назаров.
ТҮГЕҮ (түк-) (Р: лить; И.: pour; T: dökmek) ҡ.
1. Бер ерҙән икенсе ергә ағыҙыу (шыйыҡ нәмәне). □ Лить, вливать, заливать, наливать, разливать. // Вливание, наливание, разливание. ■ Тәпәшәк өйҙә торған Павловна әбейҙең Марфа исемле ҡыҙы тас менән һыу түгергә сыҡты. С. Агиш. Закира Хановна стакан һәм кружкалағы бая ҡойолған һалҡын сәйҙе түкте, боҫо сығып торған сәйнүктән ҡайнар сәй яһарға тотондо. Ш. Бикҡол. Әүхәди айранды бер-ике тапҡыр ғына йотто ла асыҡ тәҙрә аша тышҡа түкте. Д. Исламов.
2. һибеү, сәсеү. □ Высыпать, рассыпать. Һауыттағы шәкәрҙе түгеп ебәреү. ■ Тоҙҙо түгергә ярамай, ыҙғыш сығыр. Һынамыш. [Хәтимә] ошо тауҙан төшөп килгәндә, абынып йығылып, көн буйы йыйған еләген түгеп ебәргәйне. Ш. Янбаев.
3. Тейәп йәки берәй төрлө итеп, берәй урынға алып барып ауҙарыу. П Вывозить; удалять (мусор, отходы и т. д.). Сүп түгеү. ■ Малды үҙеңдән алда ашатырға, эсерергә, тиреҫен түгергә кәрәк. Н. Ҡотдосов. Миң-неғәле Ғөбәйҙуллин ат менән эшләне — арба
629