ТҮҘЕМ БУЛЫУ
ТҮГӘРЛӘНЕҮ (түгәрлән-) (Р.: сворачиваться; И.: curl up; T.: dürülmek) ҡ.
Осо, сите эскә ҡайтарылып төрөлөү. □ Сворачиваться. Эттең ҡойроғо тугәрләнеп тора.
ТҮГӘРЛӘТЕҮ (түгәрләт-) ҡ. диал. ҡар. тәгәрәтеү. Тәгәрмәсте тугәрләтеу. Тупты тугәрләтеу. Мискәне тугәрләтеу.
ТҮГӘРМӘ (Р.: крыльцо; И.: porch; T: eşik) и. диал. ҡар. күтәрмә II.
Өйгә инә торған таҡта баҫҡыс. □ Крыльцо. Тугәрмә яһау. Тугәрмә бейек булған. Тугәрмә өсөн таҡта әҙерләу.
ТҮГӘРМӘ Л ӘҮ (түгәрмәлә-) ҡ. диал. ҡар. тәгәрләү. Тугәрмәләп китеу.
ТҮГӘРӘК I и. диал. ҡар. түңәрәк I. Тугәрәк яһау. Тугәрәк буйлап йөрөу.
ТҮГӘРӘК II с. диал. ҡар. түңәрәк II. Тугәрәк балаҫ.
ТҮГӘРӘҮ (түгәрә-) ҡ. диал. ҡар. түңәрәкләү 2. ■ Өй эсендә ике урындыҡ араһына ултыртылған өҫтәл өҫтөнә торбалы шәмгә ҡағыҙ тишеп ҡаплағандар ҙа, тугә-рәп Ялал хажи, Сәйәх мулла, уның рәтенән Әкбәр ултырған. Т. Хәйбуллин.
ТҮГӘСӘЙм. диал. ҡар. түбәсәй. Самауыр ҡайнап сыҡҡас, тугәсәйен ҡапларға кәрәк.
ТҮҘ и. диал.
1. ҡар. түҙлек I, 1. Туҙгә ултырып ял итеу. Туҙҙе бәшмәктәр ҡаплап алған.
2. ҡар. төйтә. Миндек туҙе. Һепертке туҙе.
3. Сабылғандан ҡалған үлән төбө. □ Стерня. Яланда туҙҙәр генә ултырып ҡалған. Туҙгә аяҡты һыҙырҙым.
ТҮҘГЕҺЕҘ I (Р: непереносимый; И.: unbearable; T.: çekilmez) с.
Түҙеп торғоһоҙ. □ Непереносимый, невыносимый; тяжкий. Туҙгеһеҙ ғазаптар. Туҙ-геһеҙ эҫе ваҡыт. Туҙгеһеҙ ауыр көн.
ТҮҘГЕҺЕҘ II (Р: невыносимо; И.: unbearably; T.: dayanılmaz) р.
Бик, үтә ныҡ. □ Невыносимо; тяжко, невмоготу. Ҡояш туҙгеһеҙ ҡыҙҙыра. ■ Ағас куләгәһендә лә туҙгеһеҙ эҫе бөгөн. 3. Биишева. Тәне берсә янған, берсә өшөгән, башы туҙгеһеҙ итеп ауыртҡан бала ҡоймаға те
рәлеп ял иткәндән һуң эшен дауам итте. Й. Солтанов.
ТҮҘГӘН и. диал. ҡар. түҙлек I, 1. Туҙ-гәнде бәшмәк уратып алған.
ТҮҘҘЕРЕҮ (түҙҙер-) ҡ.
1. йөкм. ҡар. түҙеү 1, 2. понуд. от түҙеү 1,2. Туҙҙерә алманым, сығып китте.
2. Юҡлыҡ формаһында мөмкинселек һәм ваҡыт бирмәү тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ Не давать возможности и времени (в отрицат. ф.). Мин туҙер инем дә, эш туҙҙермәй. ■ Рәхмәт алдына алған эште һис туҙҙермәй. Ж. Кейекбаев. [Азамат — Әхмә-ҙиәгә:] План тигән нәмә бар, ваҡытында өлгөртөргә кәрәк, .. юғарынан туҙҙермәйҙәр. Р. Солтангәрәев. Егет бик шәп уҫә, атаһы менән көрәшә башлай, атаһын туҙҙермәй. Әкиәттән.
ТҮҘЕМ I (Р: терпение; И.: endurance; T.: dayanma) и.
Түҙеү, сыҙау һәләте; сабыр, сыҙам. □ Терпение; выдержка, выносливость. ■ [Емеш:] Ауыр, бик ауыр саҡтарҙа шул ышаныс миңә көс, туҙем бирә, һис юғы теге донъяла рәхәтлек куреу өмөтө йәшәтә ине. 3. Биишева. Туҙемен юғалтҡан йәш Зарифа ултырған ерендә борһаланды, бер Ишмөхәмәткә, бер ҡарсыҡҡа сабырһыҙ ҡараштарын ташланы. Т. Ғарипова. Иҫ киткес ауыр шарттарҙа тәулеккә ун өсәр-ун дуртәр сәғәт эшләп тә тамаҡ яллыҡ аҡса төшөрә алмаған алтын табыусыларҙың туҙеме шартланы. Д. Исламов. • Уңыш башы — туҙемдә. Әйтем. Курмәгәнгә курһәтмәһен, кургәнгә туҙем бирһен. Әйтем.
ТҮҘЕМ II с. ҡар. түҙемле I. ■ Талдар һаман ҡармаҡ һала. Туҙем балыҡсы һымаҡ. С. Әлибаев.
ТҮҘЕМ III р. ҡар. түҙемле II. Туҙем генә көтөп тороу. ■ Ҡапҡан һайын ҡалъя эләкмәй тигәндәй, ысын һунарсы бындай хәлде лә туҙем кисерә белергә тейеш. Д. Исламов. һынатма! Тимәк, аслыҡты ла, һалҡынды ла, айырылышыуҙы ла ирҙәрсә туҙем уткәр тигән һуҙ. М. Бураҡаева.
ТҮҘЕМ БУЛЫУ (түҙем бул-) (Р: быть терпеливым; И.: be patient; T: dayanmak) ҡ.
631