ТҮҘЕМЛЕ
Сабырлыҡ, сыҙамлылыҡ һаҡлау; түҙеү.
□ Быть терпеливым. ■ Ихсанбай уҙенә самаһыҙ ауырлыҡ килтергән саҡтарында ла туҙем булды Зарифа. Т. Ғарипова. Иҫән-Һау ҙа булһаҡ, туҙем булһаҡ, баҫа алмаҫ донъя нужаһы. Халыҡ йырынан. • Турә булһаң, туҙем бул, телгә татлы йөҙөм бул. Мәҡәл.
ТҮҘЕМЛЕ I (Р.: терпеливый; И.: patient; T.: dayanıklı) с.
1. Түҙеүгә һәләтле; сабырлы. □ Терпеливый, стойкий, выносливый. Туҙемле up. ■ Был юлы инде тимер һымаҡ сыҙамлы һәм туҙемле Фәтиховтың да тәҡәте бөттө. И. Абдуллин. Ир-ат бәғере бигерәк туҙемле, ҡаты шул. Н. Ҡотдосов. Ысын һунарсы бөтә ҡалған яҡшы сифаттары өҫтөнә утә һалҡын ҡанлы ла, туҙемле лә булырға тейеш. Д. Исламов. • Туҙемле кеше төплө эшләр. Әйтем.
2. Тышҡы тәьҫиргә бирешмәй торған, үҙенсәлеген оҙаҡ һаҡлай алған; сыҙамлы.
□ Устойчивый. Дымға туҙемле матдә.
ТҮҘЕМЛЕ II (Р.: терпеливо; И.: patiently; T: dayanıklı) р.
Ауырлыҡтарҙы сабыр кисереп, ҡыйынлыҡтарға түҙеп. □ Терпеливо, выносливо, стойко. ■ Вазифа инәй ҙә, Илшат менән бергә ҡапҡа янындағы эскәмйәгә ултырып, автобустың ҡайһы өй янына туҡтағанын, кемдәрҙең тейәлгәнен туҙемле генә куҙәт-те. М. Иҙелбаев, һәр кем аяҡтарында ныҡ баҫып торорға, яҙмыш туҡмаҡтарын туҙемле кисерергә тейеш. Р. Камалов. Ҡараһаҡал тауыш баҫылыуын туҙемле генә көттө. Б. Рафиҡов.
ТҮҘЕМЛЕК (түҙемлеге) (Р: терпеливость; И.: endurance; T: dayanıklılık) и.
Түҙеү һәләтлеге; сабырлыҡ, сыҙамлыҡ, түҙем. □ Терпеливость; терпение, выдержка; выносливость. Туҙемлекте бөтөрөу. Туҙем-лекте юғалтыу. Н Һуғыш бит атышыу, атакаға барыу ғына тугел, һуғыш кешенән батырлыҡ, тапҡырлыҡ, туҙемлек һәм ҡөҙрәт кенә тугел, арымаҫ-талмаҫ аяҡтар, көслө ҡулдар ҙа талап итә. И. Абдуллин. Нисек кенә тырышмаһын, әллә һәләт, әллә туҙемлек етмәне, Камалетдин уҙенә буләк итеп бирелгән гармунда уйнарға өйрәнә ал
маны. Р. Байымов. Бер генә минут сабыр итерлек тә туҙемлеге ҡалмаған Мирғәле эстәге ишектең кескәй тәҙрәһен ике ҡуллап дыңғырлатты. М. Садиҡова.
ТҮҘЕМЛЕЛЕК (түҙемлелеге) и. ҡар. түҙемлек. М Бисәһенең шулай итеп бик куп һуҙҙәр менән уҙен әрләп туҡтағанын Ҡаҙанкап ҙур туҙемлелек менән көттө. һ. Дәүләтшина. Ҡайһы ерҙәрҙә генә һәм ниндәй яуҙарҙа ғына булмаған ул беҙҙең эҫене лә, һыуыҡты ла берҙәй туҙемлелек менән кисергән башҡорт аты! Ә. Вәли. Ҡешеләрҙәге тырышлыҡ, туҙемлелек кеуек һәйбәт сифаттар эште ваҡытында һәм уңышлы тамамлауға ярҙам итһә, ялҡаулыҡ, вайымһыҙлыҡ шикелле кире һыҙаттар быға ҡамасаулай. Ф. Нәҙершина.
ТҮҘЕМҺЕҘ (Р: нетерпеливый; И.: impatient; T: dayanıksız) с.
Түҙеүгә һәләтһеҙ; сабырһыҙ, сыҙамһыҙ. □ Нетерпеливый. Туҙемһеҙ бала. ■ Хатта туҙемһеҙерәк малайҙар, офоҡта ылау куренеу менән: «Ана килә әсәйҙәр!» — тип ҡаршы йугереп китте. Р. Байбулатов. «Ай әттәгенәһе, харап туҙемһеҙ кеше икәнһең дә баһа, малай», — тине Ғилман. 3. Биишева. Иң туҙемһеҙ кешеләр ҙә, кутәрә алмаҫлыҡ ҡайғы баштарына төшкәндә, тыштан тыныс ҡына ҡала беләләр,.. ҡайғы-хәсрәттәрен йәшереп ҡала алалар. И. Абдуллин.
ТҮҘЕМҺЕҘЛЕК (түҙемһеҙлеге) (Р: нетерпеливость; И.: impatience; T: dayanıksızlık) и.
Түҙеүгә һәләтһеҙлек; сабырһыҙлыҡ. □ Нетерпеливость. Туҙемһеҙлек курһәтеу. Ту-ҙемһеҙлек менән көтөу. ■ Туҙемһеҙлек — тотанаҡһыҙлыҡтың бер туған ҡәрҙәше, ә һуғышта утә туҙемле булырға, нервыларыңды онотоп, тимергә әйләнергә кәрәк. И. Абдуллин. Бер йоманан артыҡ ваҡыт уткәс, бер көн таң менән Сәғиҙә йугереп килеп Гөлйөҙөмдөң тәҙрәһен туҙемһеҙлек менән шаҡылдатты. Һ. Дәүләтшина. Бер көндө Юламан ҡарт, ғәҙәтенсә, таңдан тороп диңгеҙ ярына килгән, .. элеккесә, балыҡ сирткәнен туҙемһеҙлек менән көтөп, ҡалҡыуысҡа төбәлмәгән был көндө. 3. Биишева.
632