Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 633 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮКМӘЙ-СӘСМӘЙ
ТҮҘЕМҺЕҘЛӘНЕҮ (түҙемһеҙлән ) (Р.: проявлять нетерпение; И.: display, show impatience; T.: dayanıksızlaşmak) ҡ.
Түҙемһеҙлек белдереү, түҙә алмаҫ булыу □ Проявлять нетерпение, нетерпеливость. Түҙемһеҙләнеп барып инеү. Түҙемһеҙләнеп ҡысҡырып ебәреү. Я Сара апай, түҙемһеҙләнеп, улының йөҙөнә баҡты. Р. Байбулатов. Миңһылыу, станоктан станокҡа күсеп, бушаған түреләрҙе алмаштырҙы, өҙөлгән буйлыҡ ептәрен ялғаны һәм түҙемһеҙләнеп стена сәғәтенә күҙ һалды. Ә. Байрамов. Ғәб-делхәкимов, райбашҡарма комитеты пред-седателенең түҙемһеҙләнеүен һиҙмәгәнгә һалышып, блокнотын яй ғына аҡтарыуын белде. Яр. Вәлиев.
ТҮҘЕРЛЕК (Р: терпимый; И.: bearable; tolerable; T.: çekilir) с.
Түҙеп торорлоҡ. □ Терпимый, сносный. Түҙерлек хәл.
ТҮҘЕҮ (түҙ-) (Р: терпеть; И.: endure; Т: dayanmak) ҡ.
1. Ниндәйҙер хәл, тәьҫир, ҡыйынлыҡ кеүек нәмәгә бирешмәй, ныҡлыҡ, сабырлыҡ һаҡлау; сыҙау. □ Терпеть, переносить, выносить. // Терпение. Ауыртыуға түҙеү. ■ Йөрәк әрнеүенә түҙә алмайынса, Тариф үҙ алдына һөйләнде. Ә. Байрамов. Түҙҙе Камалетдин, һыҙланыуҙарҙы еңеп, шығыр-шығыр килеп, күҙҙәренә уттар күренгәнсе йөрөнө, буш ваҡыттарында трактор тирәһенән китә белмәне. Р. Байымов. Ҡылтамак ауырыуы менән ауырыуыңды кешегә белдерһәң, ауырыу көсәйә, өндәшмәй түҙһәң, үтеп китә икән, тигән ышаныу йәшәй. 3. Биишева. • Сәскәһен яратһаң, сәнскеһенә түҙ. Әйтем. Яҡшы көндө өмөт иткән яман көнгә түҙер. Әйтем.
2. Тыныслыҡ, сабырлыҡ һаҡлап, күпмелер ваҡыт көтөү. □ Выдерживать, терпеть, сдерживаться. Бер аҙ түҙеп тороу. Түҙеп тормай ҡаршы әйтеү. ■ Башта был күңелһеҙ тамашанан тыныслыҡ менән ҡотолорға теләгән Сара ла түҙмәне. С. Агиш. Бер аҙ арыуланған Нина урынында ятып түҙә алманы, уның йөрәге яман ярһыны. Ғ. Аллаяров. Мәүсилә түҙмәй, ныҡлап ҡарайып та өлгөрмәгән муйыл бөртөгөн өҙөп алып
ауыҙына ҡаба. Д. Бүләков. Түҙеп тора алманы Шәһәрбаныу, һыҙлаған аяҡтары менән туйтан-һайтан итеп, тороп китте. Т. Ғарипова. • Ауыҙы онға тейгән эт тирмән яламай түҙә алмай. Әйтем.
3. Тышҡы тәьҫиргә бирешмәй, тәүге хәл, рәүеште һаҡлау. □ Выдержать, сохраниться; остаться целым, невредимым. Күпер, ауырлыҡҡа түҙә алмай, килеп төштө. ■ Батыр булһа, тос булыр, .. ул баҫҡанда, таш түҙмәҫ, ул атҡанда, ян түҙмәҫ. «Алпамыша».
♦ Түҙгәнгә түш тейгән сабыр булырға әйҙәү. □ соотв. Терпеливого бог наградит. Түҙгән түш ите ашаған ҡар. түҙгәнгә түш тейгән. Түҙеп кенә тор ниндәйҙер киҫкен хәл килеп тыуғанда әйтелә. □ Попробуй выдержать что.
ТҮҘЛЕК I (түҙлеге) (Р: пень; И.: stump; T: kütük) и. диал.
1. Ағастың ерҙә ултырып ҡалған ҡыҫҡа төбө. □ Пень. Түҙлеккә һөрөнөү. ■ Зарифа, ғәҙәттә булмағанса шаян йылмайып, берәүһе артыҡ оҙон, икенсеһе имән түҙлеге шикелле томтоҡ, ныҡлы булып йәнәшэ баҫып торған дуҫтарға алмаш-тилмәш ҡарап, йәнә әҙ генә торҙо ла, йүгереп, ишек алдына инеп китте.
3. Биишева. [Булат:] Түҙлеккә һөрөндөм, әллә ҡайҙа тәгәрәп киттем. К. Кинйәбулатова.
2. ҡар. түмәр 1. Түҙлектәрҙе ярыу. Түҙлектәрҙе бер урынға өйөү. Түҙлеккә һалып ит сабыу.
ТҮҘЛЕК II (түҙлеге) (Р: берестяная посуда; И.: birch bark ware; T: huş kabuğundan kap) и. диал. ҡар. тырыз 1,1.
Туҙҙан яһалған һауыт. □ Берестяная посуда. Түҙлек тегеү. Еләкте түҙлеккә йыйыу. Түҙлеккә туҙ әҙерләү.
ТҮҘМЕР с. диал. ҡар. түҙемле I, 1. ■ «Андрей — молодец, ғәжәп түҙмер кеше ул», — тип Пётр Иванович та һүҙ ҡыҫтырҙы. В. Исхаҡов. Йылдар, йылдар... түҙмер иңбашыңа таш күтәрем булып яттылар. Ш. Бикҡол.
ТҮКМӘЙ-СӘСМӘЙ (Р: всецело; И.: wholly; T: tamamıyla) р.
1. Түккеләп, ҡойолтоп тәләф итмәй; тулыһынса. □ Всецело, целиком. ■ Баҫыуҙан
633