Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 634 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮКМӘРСӘ
бөтәһе лә тукмәй-сәсмәй йыйып алынған. Р. Ғабдрахманов. [Сөләймән — Фатимаға:] Бар, һин өйгә ин, ә мин, баҫыуға уҙем генә барып, бер йөктө тейәп алып ҡайтырмын да [ашлыҡтың] бер бөртөгөн дә тукмәй-сәсмәй Ғиндулла муллаға илтеп тапшырырмын. Ғ. Хәйри. [Йыйылышта] райондағы быйылғы иген уңышы, уны тукмәй-сәсмәй йыйып алып, һуңғы бөртөгөнәсә фронт ҡаҙнаһына килтереп тапшырыу тураһында һөйләнеләр. Й. Солтанов.
2. кусм. Бер нәмәһен ҡалдырмай; тотош. □ Весь, целиком. ■ Зөфәр, танауын һипкел баҫҡан теремек егет, ауылда куп йөрөй, халыҡтың хәбәрен йыйып, тукмәй-сәсмәй хужаһына еткерә белә торған егет. Д. Бүләков. Гәуһәр уҙе кургән-ишеткәндәрҙе тукмәй-сәсмәй һөйләп бирҙе. В. Исхаҡов.
ТҮКМӘРСӘ и. диал. ҡар. түмәр 1. Тук-мәрсәләрҙе утынлыҡҡа ташыу. Тукмәрсә-ләрҙе тәгәрәтеу. Тукмәрсәләрҙе ярыу.
ТҮКМӘҪЕҮ (түкмәҫ-) ҡ. диал. ҡар. тәкмәсеү. ■ Ул [Емеш] уҙенә хас булмаған сабырһыҙлыҡ менән урынынан һикереп торҙо, тағы өҫкө ҡаттан аҫҡа хәтле тукмәсә яҙып йугереп төштө. 3. Биишева.
♦ Ҡыркка {йәки бишкә) түкмәсеү күп төрлөгә үҙгәреү. □ Меняться, перевоплощаться. ■ «Әҙәм балаһы уҙенең йәшәу дәуе-рендә бишкә генә тугел, ҡыркка тукмәсә», — тип башланы Генрих Вернер уҙенең әңгәмәһен, башҡорт һуҙҙәрен вата-емерә. И. Ғиззәтуллин.
ТҮКМӘСЛӘҮ (түкмәслә-) ҡ. диал. ҡар. тәкмәсләү. Тукмәсләп барып төшөу. Ике мәртәбә тукмәсләу. Бала тукмәсләп китте.
ТҮКМӘСТЕРЕҮ (түкмәҫтер-) ҡ. ҡар. тәкмәстереү. ■ Яуыз батшалыҡты тәхетенән тукмәстерә һуҡҡан көн бөгөн. Б. Вә-лид. Тау-тау боҙҙар уны [Иштуғанды] сәнскеле боҙло ҡосаҡтарына ҡыҫып алдылар ҙа, шарҡылдап көлә-көлә, өйрөлтөп, тукмәс-тереп йылға уртаһына табан ағыҙып алып киттеләр. 3. Биишева.
♦ Ҡыркка {йәки бишкә) түкмәстереү ишеткән, күргәнде арттырып, төрләндереп һөйләү. □ Преувеличивать, соотв. Делать из мухи слона. Ҡыркка тукмәстереп һөйләу.
■ [Ирек:] Бер көн шулай район уҙәгенә йомош менән барғайным. Автобуста мәктәп йылдарында бергә уҡыған ҡыҙ менән һөйләшеп ҡайттыҡ. Ошо ваҡиғаны һөйгән йәрем Гө-лиәгә бишкә тукмәстереп килтереп еткергәндәр. «Башҡортостан», 19 март 2014.
ТҮКМӘСӘ (Р.: чурбан; И.: block; Т.: kütük) и. диал. ҡар. бүкән 1,1.
Бүрәнәнән бысып алып ултыртылған ҡыҫҡа түмәр. □ Чурбан, колода, обрубок бревна. Тукмәсәгә һалып ит сабыу. Тукмә-сәлә утын ярыу.
ТҮКТЕРЕҮ (түктер-) ҡ. йөкм. ҡар. түгеү. понуд. от түгеү. Йәш туктереу. Тир туктереу. ■ Бәхет менән бәхетһеҙлек икеһе бергә йөрөй икән, икеһе лә куҙҙән йәш тук-терә, йөрәкте әрнетә. Ғ. Ибраһимов. Әсе, тоҙло куҙ йәштәрен куп туктергән, тәнгә ауырлыҡ килтергән, биттәге һөйәктәрҙе сурайттырған хәҡиҡәт ине был. Т. Килмөхәмәтов. Мәсетте уратып ҡомташ тук-тергәндәр. К. Кинйәбулатова.
ТҮКӘЛЕҮ (түкәл-) ҡ. ҡар. төкәнеү. Һуҡмаҡ тукәлде.
ТҮКӘН (Р: коренастый; И.: shortish; T.: bodur) с. диал. ҡар. тәпәш 1.
Йыуантыҡ, тәбәнәк буйлы. □ Коренастый, низкорослый, приземистый. Тукән up.
ТҮЛ I (Р: плод; И.: embryo (in birds, fowl); T.: döl) и.
1. Инә ҡош-ҡорттоң, бигерәк тә тауыҡтарҙың йомортҡалығында бәләкәй генә йомортҡа яралғылары; орлоҡтар. □ Зародыш, зачаточное яйцо, зачаток (у птиц). ■ [Берәу:] Тауыҡ та бит йомортҡа һалыр алдынан тул йыя. Н. Нәжми.
2. Кешелә һәм һөтимәр хайуандарҙа үрсем бирә торған енси күҙәнәк. □ Женская половая клетка, яйцеклетка. ■ Ер өҫтәре тарайған саҡ була, һулый яҙа тамыр, тул-генәм, тик барыбер тылсым шишмәләрҙән ҡот ала бит нәҫел-тоҡомом. Т. Ғәниева.
3. Нәҫелде дауам иткән үрсем, тоҡом. □ Приплод (скота). ■ [Бабай:] Ун йыл көтөу көтөгөҙ, шуның туле уҙегеҙгә булыр. Әкиәттән.
4. кусм. Киләсәктә ҡулланыу өсөн тупланған нәмә; һаҡлыҡ. □ Припасы, запасы;
634