ТҮЛЛӘҮ
неүе (ауырға ҡалыуы, гөманлы булыуы) тип белгән. Ә. Сөләймәнов.
ТҮЛЛӘҮ (түллә-) (Р.: приносить приплод; И.: have increase; T.: döllemek) ҡ.
1. Түлле булыу. □ Приносить приплод. Я Ҡуян һымаҡ бары ла йылға ике-өс түлләһә, .. шул саҡта беҙ нишләрбеҙ? «Урал батыр».
2. Түлле (2) булыу; үрсеү. □ Размножаться. ■ Яҡшы хужаға юлығып, йылҡы ла түлләп киткән, ти. «Урал батыр».
ТҮЛ ТЕЛӘҮ (Р: заговор плода; И.: fertility һехе; T: bir tür büyü) и. этн.
Тоҡом теләп арбау йолаһы. □ Заговор плода. Я Киленде сананан аҡ кейеҙгә баҫтырып, түл теләү йолаһы үткәрәләр. Уға ошо һамаҡты әйтәләр: «Бүлле, бүлле бул, бүҙәнәләй түлле бул!» «Башҡорт мифоло-гияһы»нан.
ТҮЛ ТӨЙӨНӨ (Р: талисман плодовитости; И.: kind of fertility talisman; T: bir tür muska) и. этн.
Түл теләп таҡҡан бетеү. □ Талисман плодовитости (изготовленный из высушенных половых органов забитого скота, стимулирующий плодовитость скота и людей). Түл төйөнө тағыу. Тул төйөнө эшләу.
ТҮЛҺЕҘ (Р: бесплодный; И.: sterile; T: dölsüz) с.
Тоҡом, үрсем килтереүгә һәләтһеҙ. □ Бесплодный. Я Башҡорт иле буйлап Хызыр Ильяс йөрөп ята, ҡатындарға ғына күренеп, түлһеҙҙәрҙе түлле итә, сырхау балаларҙы һауыҡтыра, илдәге һәр сәңгелдәкте өшкөрөп, ен-шайтанды ҡыуып ебәрә, ти. Б. Рафиҡов. Түлһеҙ ҡатынға берәй баланың киптереп һаҡлауға ҡуйылған кендеген йәки бала ятҡылығын сайҡап эсергә ҡушҡандар. «Башҡорттарҙың им-том китабы»нан. Бар-сынбикә ара-тирә түлһеҙ ҡатындарҙы им-ләштерҙе, сыҡҡан быуындарҙы ултыртты, йөрәк тә һыланы, ҡот та ҡойҙо. Т. Ғарипова.
ТҮЛҺЕҘЛЕК (түлһеҙлеге) (Р: бесплодие; И.: infertility; T: dölsüzlük) и.
Тоҡом, үрсем килтереүгә һәләтһеҙлек. □ Бесплодие, бесплодность. Я Кәләшһеҙ өй генә -- борсоу, унда һәр мәл кирегә, көйһөҙлөккә, түлһеҙлеккә ҡоролған кеүек, шиңә.
М. һибәт. Күп осраҡта шундай оҙаҡ бергә йәшәүсе балаһыҙ ғаиләләр түлһеҙлек буйынса тикшеренеүгә икәүләшеп киләләр. «Киске Өфө»,№ 15,^2014.
ТҮЛӘБАЙ (Р: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T: bir Başkurt boyunun adı) и. этн.
Ҡыпсаҡ ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени кыпчак. Түләбайҙар шәжәрәһе. Түләбай егете. Түләбайҙар йыйыны.
ТҮЛӘК (түләге) и. иҫк. ҡар. түләү II, 2. Түләк һалыу. Түләктең хаҡын күтәреү.
ТҮЛӘКҺЕҮ (түләкһе-) (Р: рваться; И.: be dying for; T: heveslenmek) ҡ. диал. ҡар. тулҡынланыу 2.
Хискә тулышып ярһыу; ашҡыныу. □ Рваться, порываться, стремиться куда, к чему. Түләкһеп тороу. Түләкһеп китеу.
ТҮЛӘМ и. иҫк. ҡар. түләү II, 2. Я Түлә-мең бар тип ҡағыҙ ебәрәләр ҙә торалар. Экспедиция материалдарынан.
ТҮЛӘМӘ (Р: сибирская язва; И.: anthrax; T: antraks) и.
1. вет., мед. Малда, кешелә була торған бик йоғошло яман сир. □ Сибирская язва (болезнь животных и человека). Түләмә менән сирләү. Түләмә йоҡтороу. Түләмәне дауалау. Я Орск комбинатына мал ҡыуыу юлы тап бына ошо түләмә эпидемияһы ҡубыу усағы аша үтә. «Ағиҙел», № 8, 2011.
2. миф. Йоғошло яман шеш эйәһе. □ Сибирская язва, дух сибирской язвы. Түләмәне ҡыуыу йолаһы.
ТҮЛӘНЕҮ (түлән-) ҡ. төш. ҡар. түләү I. страд, от түләү I. Түләнгән аҡса. Я Өҙлөкһөҙ түләнеүҙән халыҡтың теңкәһе ҡороп бөткән. Н. Мусин.
ТҮЛӘТЕҮ (түләт-) ҡ. йөкм. ҡар. түләү I. понуд. от түләү I. Аҡса түләтеү. Я Ер һатылғас, бурысты түләтәләр, тамам шулай бөлдөрәләр, йөҙәтәләр. Бәйеттән. Илселәр, дейеүгә барып: «Беҙҙән ниндәй яһаҡ алһаң да, ни хәтле түләү түләтһәң дә, ризабыҙ, тик беҙҙе тыныс ҡалдыр», — тигәндәр. Әкиәттән. [Айбулат] ниндәй генә бурыс тураһында уйлаһа ла, әсәһен ерләгәндә Хоҙай өсөн кит
636