ТҮЛӘҮҺЕҘ
кән был сығымды унан түләтерҙәр тип башына ла килтермәгәйне. Һ. Дәүләтшина.
ТҮЛӘҮ I (түлә-) (Р.: платить; И.: рау; T.: ödemek) ҡ.
1. Хеҙмәт йәки берәй нәмә хаҡын ҡаплау өсөн аҡса һ. б. нәмә биреү. □ Платить, уплачивать, выплачивать, оплачивать что. // Оплата, выплата. Аҡса туләү. Эш хаҡы туләу. Юл хаҡын туләу. ■ Бергә торған Булатов көлә бынан [Йәғәфәрҙән]: «Ахмаҡ икәнһең, — ти. — Һиңә, аҡса ту ләп, ял итергә ҡушалар, шуның ҡәҙерен белмәйһең». Р. Солтангәрәев. [Мария — Малышеваға:] Өс йылдан бирле бушҡа эшләтеуҙең хаҡын тулә. А. Таһиров. Сафин аҡсаһын туләне лә кире вокзалға сыҡты. С. Агиш.
2. Бер төрлө йөкләмәне үтәү өсөн аҡса һ.б. нәмә биреү. □ Платить, облагать налогом. һалым туләу. Ҡалым туләу. ■ Өфөләге йыйында һалым мәсьәләһе ҡараласағын белгәс, был юлы һөйләшеу шау-шыулыраҡ утте, сөнки йыл әйләнәһенә тиерлек яһаҡ туләуҙән, мал биреуҙән теңкәләре ҡороп бөткәйне. Н. Мусин. Атҡа менмәй илебеҙ, ҡанға батмай еребеҙ, ханға яһаҡ туләуҙән арный алмаҫ көнөбөҙ. «Иҙеүкәй менән Мораҙым».
3. Бурысты ҡайтарыу, биреү. □ Возвращать, погашать долг. Бурыс туләу. Кредит туләу. Туләп бөтөу. • Бай бирәсәген мал менән, ярлы бирәсәген тир менән туләр. Әйтем.
4. кусм. Ниндәйҙер насар ҡылыҡ өсөн яуап биреү. □ Расплачиваться (за содеянное). ■ Беҙҙең ҡәҙерле иптәштәребеҙҙең ҡаны өсөн бик ҡыйбат туләнеләр фашистар.
3. Биишева. • Кешенең йүкәһен өҙһәң, ҡайыш туләрһең. Әйтем. Берәуҙең себешен ултер-һәң, тауыҡ туләрһең. Әйтем. Тәртә урлаһаң, сана туләрһең. Әйтем.
ТҮЛӘҮ II (Р: плата; И.: pay, payment; T: ödeme) и.
1. Хеҙмәт йәки берәй нәмә өсөн бирелә торған хаҡ. □ Плата, оплата, платёж. S Йәшелсәнең һәр төрө буйынса пландан тыш алған уңыш өсөн аҡсалата һәм натуралата өҫтәмә туләу бирелә. Ш. Бикҡол.
2. Дәүләт файҙаһына бирелә торған мәжбүри йыйым, һалым. □ Налог, обложение,
поборы. Туләу туләтеу. ■ Кала халҡына бик ҙур туләу-контрибуция һалғандар, ул билдәләнгән ваҡытта һәм куләмдә түләнмәһә, барса өйҙәр һәм ҡоролмалар тупҡа тотоласаҡ. Б. Рафиҡов. Туләуен туләй алмаған ярлы-япандың, куп балалы тол ҡатындарҙың аҙаҡҡы һыйырын тартып ала яһаҡсылар. Ә. Хәкимов.
3. Яза рәүешендә билдәләнгән мәжбүри хаҡ; штраф. □ Возмещение убытка, штраф. Туләу һалыу. V Шулай ҙа ул [Ваһап ҡарт], судья уҙемде орошоп, юҡ өсөн кеше менән судлашып йөрөйһөң, тип туләу һалмаһа ярар ине, тип ҡурҡыңҡырап барҙы. Ж. Кейекбаев.
ТҮЛӘҮЛЕ (Р: платный; И.: paid; paying; T: ödemeli) с.
1. Хаҡ түләүгә ҡороулы. □ Платный. Туләуле дауахана. Туләуле уҡыу. ■ [Миңлебай Нәжипыч] уҙе эшләгән институттан тыш, төрлө курстарҙан да, ситтән тороп уҡыу институттарынан да сәғәттәр ала, түләүле лекциялар һөйләуҙә актив ҡатнаша.
3. Биишева.
2. Аҡсаға, хеҙмәт хаҡына эшләй торған. □ Оплачиваемый. Туләуле эш. Я [Хәсән Низамиевич:] Бәлки, полковник иптәштең туләуле урында эшләгеһе киләлер? Б. Рафиҡов.
ТҮЛӘҮСЕ (Р: плательщик; И.: payer; T: ödeyici) и.
һәр төрлө һалым, яһаҡ түләгән кеше. □ Плательщик. Һалым туләусе. М Шаҡман куптән инде уҙен яһаҡ туләуселәр рәтендә тугел, бәлки хандың уҙе һымаҡ яһаҡты йыйыусылар, алыусылар рәтендә куреп килә. К. Мәргән.
ТҮЛӘҮҺЕҘ I (Р: бесплатный; И.: free (of charge); T: bedava) c.
Хаҡ түләүгә ҡоролмаған. □ Бесплатный, безвозмездный, даровой. Туләуһеҙ билет. Туләуһеҙ дауа. Туләуһеҙ концерт. Туләуһеҙ хоҡуҡи ярҙам. Абитуриенттар өсөн туләуһеҙ әҙерлек курстары ойоштороу. ■ Кала халҡы, туләуһеҙ тамаша курергә ымһынып, ҡапҡа тирә-яғын, таш ҡойма өҫтәрен һырып алды. Б. Рафиҡов. [Салих:] Мине икенсе, туләуһеҙ фатирға кусермәк булғандар ҙа, мин риза булманым. X. Мохтар.
637