ТҮЛӘҮҺЕҘ
ТҮЛӘҮҺЕҘ II (Р.: бесплатно; И.: free of charge; T.: bedava) p.
Бер ниндәй хаҡһыҙ, буш көйө. □ Бесплатно, безвозмездно, даром. Туләуһеҙ файҙаланыу. Автобуста туләуһеҙ йөрөу. ■ [Зирәк — Ҡыуандыҡ тураһында:] Язаһы шул булһын: утыҙ йәшкә еткәнсе Юлышҡа, Юлыштың ғумере өҙөлһә, Сырымға туләуһеҙ хеҙмәт итер. Ә. Хәкимов.
ТҮЛӘШЕҮ (түләш-) ҡ. урт. ҡар. түләү I, 2. взаимн. от түләү I, 2. Яһаҡ туләшеу. һалым туләшеу. Юл хаҡын туләшеу.
ТҮМГӘК (түмгәге) и. диал.
1. ҡар. түңгәк 1. ■ Ниндәйҙер тумгәктәр-гә абына-һөрөнә һәм соҡорҙарға төшә-төшә Рида урам буйлап китте. Ә. Вәли. Тумгәк араһына иҫке муктән оя ҡороп, ҡыр өйрәге йомортҡа һала башланы. Р. Ғабдрахманов. Хәсән ҡаласыҡ ситенә һырынтыланған ҡомдарҙы утте лә ҡаты улән уҫкән ниндәйҙер тумгәккә ултырҙы. М. Ғиләжев.
2. Ағастың ҡырҡылған төбө. □ Пень, пенёк. ■ Сергейҙың әшнәһе мылтығын ағасҡа һөйәп ҡуйҙы ла яҡындағы тумгәккә барып ултырҙы. Р. Байымов. Алтынсәс, битен ҡаплап, тумгәк өҫтөнә ултырҙы. Ә. Хәкимов.
3. Бүрәнәнән бысып алып ултыртылған ҡыҫҡа түмәр. □ Чурбан, колода, обрубок бревна. ■ [Исхаҡ] малды себен-серәкәй йонсотҡан йәйге эҫелә урмандан сөрөк тумгәк-тәр алып ҡайта, утлауҙа бер нисә урында төтөнлөк быҫҡытып ебәрә ине. Ш. Янбаев.
ТҮМГӘКЛЕК (түмгәклеге) и. диал. ҡар. түңгәклек. Тумгәклектә бесән сабыуы ауыр. Тумгәклеккә барып сығыу. Тумгәклекте таҙартыу.
ТҮМГӘЛӘК I (түмгәләге) и. диал. ҡар. түш II. Тумгәләккә һалып сукеу.
ТҮМГӘЛӘК II (түмгәләге) и. диал. ҡар. түңгәк 1. һаҙлыҡ тумгәләктәр менән сыбарланған.
ТҮМЕРӘҢЛӘҮ (түмерәңлә-) ҡ. диал. ҡар. туңҡанлау 2. ■ Урыҡ-Һурыҡ һуҙҙән бер ни ҙә аңламаған ҡарт ут сыҡҡандағы кеуек ҡарауыл өйөнә табан тумерәңләне, уның артынан уҡына-уҡына әбейе лә килеп сыҡҡан булды. 3. Ураҡсин.
ТҮМ-ТҮҢӘРӘК с. диал. ҡар. түп-түңәрәк. ■ Ҡарбуз кеуек тум-туңәрәк Тар-таев килеп сыға. И. Абдуллин. Был ерҙә тум-туңәрәк ҡарбуз уҫкән тәгәрәп. Ғ. Ғүмәр.
ТҮМҺӘ I (Р: кочка; И.: tussock; T.: tümsek) и.
1. Сурайып ҡалҡып торған бәләкәй генә урын; түңгәк. □ Кочка. ■ Тиҙ генә кукрәк менән ҡаты тумһәгә ятып, ҡаты ергә баҫтым. Д. Юлтый.
2. ҡар. түмгәк 2. ■ Тиндәлифте, таштарға оролоп, тумһәләргә һыҙырылып сей ҡанға туҙғас, бына ошо аҡланға ташлап киткәндәр. Т. Килмөхәмәтов. Икенсе көндө Фәһимдәр тумһәләрҙең төптәрен кәрәк менән ҡаҙып, тамырҙарын киҫкәс, лом менән шаҡарып, куҫәк менән кутәреп сығара башланы. И. Ғиззәтуллин.
ТҮМҺӘ II и. диал. ҡар. түмһәкәй. Тум-һәне ауырттырыу.
ТҮМҺӘЙЕҮ (түмһәй ) (Р: выступать; И.: protrude; T.: çıkmak, kabarmak) ҡ.
Түмһә (I, 1) рәүешендә булыу. □ Выступать, выдаваться вперёд, вверх. Ҡая тум-һәйеп тора. ■ Ырғыҙға китә торған һыу юлының ике яғындағы тумһәйеп ятҡан бейек кундек өҫтөндәге ала сәукәләр генә ҡарҡылдаш[а]. Һ. Дәүләтшина.
ТҮМҺӘК (түмһәге) и. диал. ҡар. түмһәкәй. Тумһәкте ауырттырыу.
ТҮМҺӘКӘЙ (Р.: лобок; И.: mons Veneris; T: kasık kemiği) и.
Ике янбаш һөйәгенең килеп тоташҡан алғы ҡалҡыу өлөшө. □ Лобок, лобковый бугорок. / Лобковый. Тумһәкәй һөйәктәре сығып тора.
ТҮМҺӘКӘЙ БЕТЕ (Р: лобковая вошь; И.: crab louse; T.: pubis biti) и.
Кеше тәнендә ҡан һурып йәшәгән бәләкәй генә бөжәк. □ Лобковая вошь, площица (лат. Pthirus pubis). Тумһәкәй бетенә ҡаршы көрәш. Тумһәкәй бетен бөтөрөу.
ТҮМҺӘЛ и. диал. ҡар. түмһәләк 1. ■ Ҡөнө буйы ҡалҡыу тумһәлдә ятҡан буреләр кискә табан Һайыҫҡан шырлығының тауына килеп туҡтанылар. С. Ильясов.
638