ТҮМӘРӘК ҮЛӘН
ТҮМҺӘЛӘК (түмһәләге) (Р.: бугор; И.: knoll; T.: tümbek) и. диал.
1. Бәләкәй генә ҡалҡыулыҡ. □ Бугор, бугорок. ■ Бер нисә минуттан ҡәбер өҫтөндә бәләкәй генә тумһәләк уҫеп сыҡты. X. Мохтар. [Гәрәев:] Мин ҡул пулемётным менән бер тумһәләк артына урынлаштым.
3. Арсланов.
2. ҡар. түңгәк 1. Тумһәләккә абынып йығылыу.
3. Тәндә, һөйәктә була торған бәләкәй ҡалҡыулыҡ. □ Бугорок. Быуын тумһәләге. Өҫкө ирен тумһәләге.
ТҮМҺӘЛӘС и. диал. ҡар. түмһәләк 1, 2. Тумһәләс барлыҡҡа килгән.
ТҮМӘЛӘС (Р.: возвышенность; И.: deration, hillock; T.: tümsek) и.
Ҡалҡыуыраҡ ер, һөҙәк кенә тау. □ Возвышенность, холм. ■ Сөнәғәт түмәләскә үрләгәндә, ҡояш ут сәсрәтеп тороусы ҡып-ҡыҙыл быяла шарына оҡшай ине. Ж. Кейекбаев. Кук үләнгә кумелә тумәләстәр, сыҡты микән әллә әтмәкәй? X. Назаров. Уйпат ерҙә урынлашҡан Обручевканы уратып алған тумәләстәр әкренләп үҙҙәренең ҡышҡы япмаһын алмаштырҙы. Р. Өмөтбаев.
ТҮМӘР (Р: чурбан; И.: block, log; T.: kısa tomruk) и.
1. Йыуан ағастың ҡыҫҡа ҡырҡындыһы.
□ Чурбан. Ерек тумәр. Имән тумәр. ■ Ҡапыл ғына хәрәкәт башланып китте: экипаж ағзалары танкыларҙы нығытылған сымдан бушаттылар, гусеница аҫтындағы йыуан тумәрҙәрҙе бәреп сығарҙылар. Ғ. Аллаяров. Заһит, ябырылған хәтирәләрҙән арынырға теләгәндәй, битен ҡулдары менән ҡаплап, яр башындағы бер тумәргә ултырҙы. Яр. Вәлиев. Кәбир тумәрҙәрҙе тауҙай итеп ярҙы ла лапаҫ стенаһы буйына тигеҙләп, тәпейләп өйөп ҡуйҙы. Н. Мусин. • Балта сапҡансы, тумәр ял иткән. Әйтем. Һәнәр — һәнәрле ҡулында ғына һәнәр, һәнәрһеҙ ҡулында — тумәр. Әйтем.
2. әрл. Аңра, туң (кешегә ҡарата әйтелә).
□ Чёрствый человек. ■ һеҙҙец арала, — ти Гумәр, — Сания кеуек ахмаҡтар булмағандыр шул, әсәй. Гумәр кеуек тумәрҙәр ҙә булмаған, — ти. С. Агиш.
3. диал. ҡар. түңгәк 1. һаҙлыҡты тумәр-ҙәрҙән таҙартыу.
4. диал. Йыуан ағас. □ Толстое дерево. Тумәр ҡырҡыу. Түмәрҙең иң яҡшыһын һайлап киҫеү. Тумәргә тамға ҡуйыу.
5. миф. Насар көстәрҙе ҡыуыу ролен үтәгән мифлаштырылған әйбер. □ Чурбан (мифологизированный предмет. Как часть огня, активно участвует в обережной и отгонной магии). ■ Муйын ауыртһа, бағанаға йә тумәргә өс тапҡыр сәләм бирәләр. Халыҡ ижадынан.
ТҮМӘР БАЛТАҺЫ (Р.: колун; И.: (wood-) chopper; T: balta) и. диал. ҡар. һәрпәк.
Утын яра торған ҡалын балта. □ Колун. Тумәр балтаһына һап эшләу.
ТҮМӘРКӘ и. диал. ҡар. түмәр 1. Ҡайын тумәркә. Тумәркәгә ултырыу. Түмәркәйе утынлыҡҡа тәгәрәтеү.
ТҮМӘРЛЕК (түмәрлеге) и. диал. ҡар. түңгәклек. Тумәрлекте таҙартыу.
ТҮМӘРСӘ и. диал. ҡар. түмәр 1. Я Ма-наф һыу уртаһында өйөлөп ятҡан утындар араһына төштө лә йыуан түмәрсәләрҙе бер теге яҡҡа, бер был яҡҡа ауҙара башланы. М. Тажи. Мәҡәл әйтә: «Өс ҡат маҡтаниһәң, түмәрсә лә хатта һикерә». Ҡ. Даян. Асия ут эргәһендәге түмәрсәгә ултырҙы. Н. Иҙелбай.
ТҮМӘРТӘ и. диал. ҡар. түмәр 1. Тумәр-тә ярыу. Тумәртә ташыу. Тумәртә өйөү.
ТҮМӘР УМАРТА (Р: колода; И.: log beehive; T: kovan) и.
Йыуан ағас түмәренең эсен соҡоп яһалған умарта. □ Колода, колодочный улей. ■ Атайым, тумәр умарталарҙы асып, кәрәҙле бал алырға бик ашыҡмай: «Ҡорттар бал ташыйҙар әле, уларҙы эштән туҡтатырға ярамай», — ти. Ш. Янбаев. Күс айырыр алдынан ҡайным яңы тумәр умарта ултыртып, эсенә балауыҙ ҡуйыр ине, шуға күс ситкә китеп юғалманы. «Ейәнсура таңдары», 12 май 2012.
ТҮМӘРӘК с. диал. ҡар. түңәрәк II.
Тумәрәк ялан.
ТҮМӘРӘК ҮЛӘН (Р: валериана; И.: valerian; T: kedi otu) и. диал. ҡар. бесәй үләне.
639