Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 640 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮНДЕРЕҮ
һыу буйҙарында, дымлы ерҙә үҫеүсе, оҙон һабаҡлы, ҡара-ҡаршы япраҡлы, ваҡ суҡ алһыу миләүшә төҫлө сәскәле күп йыллыҡ дарыу үләне. □ Валериана (лат. Valeriana). Тумәрәк улән йыйыу. Тумәрәк улән ҡайнатыу. Тумәрәк улән төнәтмәһе.
ТҮНДЕРЕҮ (түндер-) (Р.: уговаривать кого; И.: persuade, talk into; T.: ikna etmek) ҡ. диал. ҡар. күндереү.
Нимәгәлер өндәп ыңғайлатыу; ризалатыу. □ Уговаривать кого, склонить кого к чему, убеждать. ■ Уны [Сөләймәновты] әсәһе ер аяғы — ер башындағы Белоретҡа ебәрмәҫкә теләгәйне, ләкин .. кире тундерә алманы. Н. Мусин. Улын кәләш алыуҙан тундереп, ҡалаға ебәргән. Экспедиция материалдарынан.
ТҮНЕҮ (түн-) (Р: отказываться; И.: refuse; disobey; T.: dönmek) ҡ. диал. ҡар. баш тартыу.
Ҡабул итергә теләмәү, үтәргә ризаһыҙлыҡ белдереү. □ Отказываться от кого-л. или чего-л.; не повиноваться. // Отказ, неповиновение. Уйҙан тунеу. Кәрим, ҡарт, ҡыҙын биреуҙән тунеп, килгән ҡоҙаларҙы кире ҡайтарҙы.
ТҮНТӘЙЕҮ (түнтәй-) (Р: наклоняться; И.: stoop; bend; T.: eğilmek) ҡ. диал. ҡар. иңкәйеү.
Алға табан бөгөлөү, эйелеү. □ Наклоняться, склоняться. Тунтәйеп баҫып тороу. Тунтәйеп суп утау.
ТҮНТӘРЕЛЕҮ (түнтәрел-) (Р.: валиться; И.: collapse; T.: düşmek) ҡ. диал. ҡар. түңкәрелеү.
Торған ерҙән ҡолау; ауыу. □ Валиться, сваливаться, падать. Тунтәрелеп китеу. Тунтәрелеп барып төшөу.
ТҮНТӘРЕҮ (түнтәр-) (Р: наклонять; И.: warp; T.: eğmek) ҡ. диал. ҡар. ауыштырыу.
Ауыш хәлгә килтереү, ауыш итеү. □ Наклонять, перекашивать. Бағананы тунтә-реу. Тунтәреп ҡуйыу.
ТҮНӘҘЕҮ (түнәҙе-) (Р: отдышаться; И.: recover one’s breath; T: soluklanmak) ҡ. иҫк.
Хәл алыу, тын алыу. □ Отдышаться, передохнуть. Эштән тунәҙеп ҡалыу.
ТҮНӘЛЕҮ (түнәл-) (Р: поправляться; И.: get better; T.: düzelmek) ҡ. диал. ҡар. йүнәлеү II, 2.
Ауырыуҙан, боҙоҡлоҡтан һ.б. сығыу, төҙәлеү; һауығыу. □ Поправляться, выздоравливать. Бала тунәлеп килә.
ТҮҢ и. диал.
1. ҡар. түмәләс. Туңгә менеу. ■ Көнө бөткән әҙәм улеп китә тигеҙ генә ерҙә туң итеп. Халыҡ йырынан.
2. ҡар. түңгәк 1. Туңдәргә баҫып сығыу.
ТҮҢГӘК (түңгәге) (Р: кочка; И.: tussock; T.: tümsek) и.
1. Һаҙлыҡта, түбән урында сурайып торған өҫтө үләнле бәләкәй генә урын, ер. □ Кочка. ■ Ваҡ ҡына туцгәктәр менән сыбарланған бик киң һаҙлыҡ аша сыҡҡанда ул [Рәиф] бигерәк тә интекте. Р. Ғабдрахманов.
2. Ағастың ҡырҡылған төбө. □ Пень, пенёк. ■ Рустик шәберәк сабырға керешһә, салғыһы йә ергә, йә туңгәккә ҡаҙала ла тора. Р. Байбулатов. Урман ҡырҡылған, зыяраттағы ҡәбер бағаналары шикелле, иҫәпһеҙ куп туңгәктәр генә һерәйешеп тора. Н. Мусин. Аҙым һайын туңгәккә йә ауған ағасҡа абынып, саҡ атлаған ат өҫтөндә яйһыҙ талпынып барыусы Федотовка куҙ һалыуы була, егеттең куңелен борсоу тырнарға тотона. Ә. Хәкимов. • Кылысың ут-мәһә, туңгәккә сап. Әйтем.
3. Йыуан ағастың ҡыҫҡа ҡырҡындыһы. □ Чурбан. М [Мотаһар] ишек алдына сыҡты, атаһы мәрхумдән ҡалған ороло утын туңгәгенә ултырып, өй башына ҡараны — мөрйәнән төтөн эркелеуен куҙәтеп хозурланды. Й. Солтанов.
4. миф. Кире семантикаға эйә булған мифлаштырылған әйбер. □ Кочка (мифологизированный предмет с отрицательной семантикой). Төшөңдә туңгәк курһәң, ауырыйһың. ■ Беҙҙең алда — ҡурҡыныс, өҫтөн сәсле туңгәк ҡаплаған һаҙлыҡ. «Башҡорт мифологияһы »нан.
♦ Күҙле түңгәк эшләмәй, ҡыбырламай тик ултырған кешегә ҡарата әйтелә. □ Болван, истукан. Куҙле туңгәк булып торма.
ТҮҢГӘКЛЕ I (Р: кочковатый; И.: tussocky; T.: tümsekli) с.
640