Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 641 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮҢКӘРЕҮ
Түңгәктәр (1) ҡаплаған. □ Кочковатый. Туңгэкле һаҙлыҡ. ■ Ваҡ ҡыуаҡлыҡтар, ҡамышлы, туңгэкле һаҙлыҡтарға дошман танкылары инә алмаясаҡ. Д. Исламов.
ТҮҢГӘКЛЕ II (Р.: родовое подразделение башкир; И.: Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt boyunun adı) и. этн.
Ирәкте ырыуына ҡараған бер аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени ирәкте. Туңгэкле егете. Туңгэкле шәжәрәһе. Туңгәклеләр йыйыны.
ТҮҢГӘКЛЕК (түңгәклеге) (Р.: кочкарник; И.: tussocky spot; T.: tümseklik) и.
Түңгәк ҡаплаған урын. □ Кочкарник, кочковатое место. ■ Ракета яҡтыһында туш менән алға шыуған һалдаттар, һоро туңгәклек кеуек, куҙгә бәреләләр. Д. Юлтый.
ТҮҢГӘК УМАРТА и. диал. ҡар. түмәр умарта. Туңгәк умартанан бал алыу.
ТҮҢГӘЛӘК (түңгәләге) и. диал.
1. ҡар. түңәрәк I, 1. Я Ҡояш эргәһендә туңгәләк булһа, кон һалҡынайта, һынамыш.
2. диал. Ҡулса алҡа. □ Круглые серьги, серьги-кольца. Туңгәләк тағыу. Туңгәләк һатып алыу. Көмөш туңгәләк.
ТҮҢГӘҮЕР (Р: тангаур; И.: name of a Bashkir clan; T.: bir Başkurt boyunun adı) и. этн.
Бер башҡорт ырыуының исеме. □ Тангаур (название одного из башкирских родов). ■ «Иҙеукәй менән Мораҙым» эпосындағы лексик берәмектәр, телендәге образлау алымдары, һуҙ байлығы, нигеҙҙә, тамъян һәм туңгәуер башҡорттарының тел (һөйләш) уҙенсәлектәрен сағылдыра. Ә. Сөләймәнов. Алдарбай тархан туңгәуерҙәргә килеп, һөйләшеп, кәңәш ҡороуҙан бик тә ҡәнәғәт булып, иртәгеһенә ҡайтыу яғына юл тотто. Н. Мусин. Тәуҙә туңгәуерҙәр, шунан тамъяндар һәм башҡалар ҡысҡыра-ҡысҡыра һикереп торҙолар, ләкин нимә әйткәндәре уҙҙәре ук кутәргән шау-шыуға кумелеп ҡалды. Б. Рафиҡов. Балапан менән Юлдыбай — туңгәуер иленән. Ә. Хәкимов.
ТҮҢКӘРЕЛЕҮ (түңкәрел-) ҡ.
1. төш. ҡар. түңкәреү 2. страд, от түңкәреү 2. Я Табында ла сынаяҡ туңкәрелеп, йыйындылар өйгә инергә. Ғ. Амантай.
2. Өҫтө аҫҡа әйләнеү; ауыу. □ Переворачиваться, падать. ■ [Таңһылыу:] Тамсы ла кәйефем юҡ, донъям туңкәрелеп бара төҫлө. Р. Камал. Инйәрҙең тауға килеп бәрелгән ерендә, бөгөлдә, һал саҡ-саҡ туңкәрелеп китмәне. Ж. Кейекбаев. Купме ваҡыт шулай барғанын да онотто Рауза, сана туңҡәрелә яҙып кәйлеккән саҡтарҙа улем һалҡыны бәрлеккәнен тойҙо. Ш. Янбаев.
ТҮҢКӘРЕЛЕШ (Р: переворот; И.: coup; overturn; T: devrim) и.
Йәшәп килгән ижтимағи-сәйәси системаның нигеҙҙән үҙгәреше. □ Переворот. Тарихи туңкәрелеш. Туңкәрелеш яһау. Я Үҙәк Татар-Башҡорт комиссариаты Мәскәу ярҙамында уҙҙәре файҙаһына сәйәси туңкә-релештәр ойоштора. Р. Байымов. Октябрь туңкәрелешенән һуң ике көн утер-утмәҫтән, йәғни 1917 йылдың 27 октябрендә, «Ырымбур йәмәғәт ойошмаларының берләштерелгән кәңәшмәһе» йыйыла һалып, көнуҙәк саралар тураһында уҙ-ара килешә. Й. Солтанов. Коммунистар партияһын тыйыу көнөнән башлап бөгөнгәсә илдә, республикала, районда купме ваҡиғалар, боролош-туңкәрелештәр булды, байтаҡ турә-ҡара алмашынды. Ә. Әминев.
ТҮҢКӘРЕЛЕШЕҮ (түңкәрелеш-) ҡ. урт. ҡар. түңкәрелеү, взаимн. от түңкәрелеү. Туңкәрелешеп ятыу.
ТҮҢКӘРЕҮ (түңкәр-) (Р: опрокидывать; И.: overturn; T: devirmek) ҡ.
1. Аҫтын-өҫкә әйләндереү. □ Опрокидывать, перевёртывать. // Переворачивание, перевёртывание, һауыт-һабаны туңкәреп ҡуйыу. Я Байназар сейәлтеп бәйләнгән сус бауҙы сисеп хитланманы, бәке менән ҡырҡып, тоҡсайҙы өҫтәлгә туңкәрҙе, һәм унан тоноҡ сылтырап алтын аҡсалар ҡойолдо. Б. Бикбай. Әхмәди, сәйен эсеп бөтөп, сынаяғын туңкәрҙе лә стена буйындағы эскәмйәгә барып ултырҙы. Ж. Кейекбаев. Әйуп кире мунса эсенә инде, бер биҙрә һалҡын
21 - 1.0037.16
641