Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 642 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮҢКӘРМӘ
һыуҙы башынан аша туңкәрҙе. Т. Ғарипова.
2. һөйл. Бөтөргәнсе эсеү. □ Выпить до дна. ■ [Оморҙаҡ — Илмырҙаға:] Ҡара һин, эй: бер самауыр сәйҙе туңкәргәнбеҙ бит, э! Ш. Бикҡол. Аҙаҡ, бер-ике сынаяҡты туң-кәреп, ауыҙ йылынғас, кукрәк кирелеп, тын юлдары киңәйҙе, курәһең, тауыш көсәйҙе. И. Ғиззәтуллин. Сабир стаканын туңкәрә эсте лә, табындағыларға әһәмиәт итмәйенсә, тураҡланған ҡаҙы киҫәктәрен ауыҙына тыҡсыны. Я. Хамматов.
3. кусм. Аҫтын-өҫкә килтереү, нигеҙҙән үҙгәртеү. □ Переворачивать, изменить. Иҫке донъяны туңкәреу.
4. диал. ҡар. таратыу.
ТҮҢКӘРМӘ (Р.: вьюшка; И.: damper; T.: baca kapağı) и. диал. ҡар. йүшкә.
Мейестең мөрйәһен ҡаплай торған ябыу. □ Вьюшка. Мейес туңкәрмәһе. Туңкәрмәне ябыу.
ТҮҢКӘРТЕҮ (түңкәрт-) ҡ. йөкм. ҡар. түңкәреү, понуд. от түңкәреү.
ТҮҢӘР и. диал. ҡар. түмәр умарта. Туңәрҙән бал алыу. Туңәр яһау. Урманға туңәрҙәр ултыртыу.
ТҮҢӘРЛӘҮ (түңәрлә-) (Р.: валяться; И.: roll (about); T.: tekerlenmek) ҡ. диал. ҡар. аунаҡлау 1.
Ятҡан килеш тегеләй-былай тәгәрәү. □ Валяться. Балалар ерҙә туңәрләп уйнай.
ТҮҢӘРӘК I (түңәрәге) (Р: круг; И.: circle; T.: çember) и.
1. мат. Бөтә нөктәләре үҙәктән бер тигеҙ алыҫлыҡта булған һыҙыҡ менән сикләнгән яҫылыҡ өлөшө. □ Круг, окружность. Туңәрәк эшләу. ■ Автомобиль, урынынан ҡуҙғалып, ҙур туңәрәк яһап боролдо ла юлға йунәлде. М. Ғиләжев. Шулай өс тапҡыр берсә тегеләй, берсә былай боролғас, йыуан ҡарағайҙы урап утергә тигәндә, сәсән ҙур ғына ярым туңәрәк яһап әйләнде лә, өй ҙурлыҡ ҡая алдында туҡталып, уның һул яҡ итәгендәге таштар өҫтөнә баҫты. Д. Исламов.
2. Бейеү, йүгереү һ.б. өсөн булған шундай формалағы майҙан. □ Круг. Туңәрәккә сығыу. ■ Класс етәксеһе бөтәһенә лә туңәрәк яһап ултырырға ҡушты. Р. Ғабдрах
манов. Мәҙинә туңәрәк эсендә, малайҙар, ҡыҙҙар уны уратып алғандар ҙа туп ырғыталар. Т. Ғарипова. Буйсан ирҙәр уратаһындасы туңәрәктә биш-алты ҡурайсы, рәткә баҫып, бейеу көйө һыҙҙырта. Р. Байымов.
3. Шундай формалағы ерҙе уратып торған кешеләр төркөмө. □ Круг. Туңәрәккә теҙе-леу. ■ Сәхи гармунын Саҙрыйға тотторҙо ла туңәрәк уртаһына уҙе сығып баҫты. М. Ғафури. Туңәрәк эсендә ҡалған ат ҡарағы, ситлеккә эләккән юлбарыҫ кеуек, һыртын ҡабартты. И. Ғиззәтуллин.
4. Бөтә нөктәләре үҙәктән бер тигеҙ алыҫлыҡта булған һыҙыҡ. □ Круг (площадь, ограниченная окружностью). Туңәрәк һыҙыу.
5. Әйләнә һыҙыҡ йәки түңгәләк формаһындағы нәмә. □ Круг, кружок. ■ Ишек ту-ңэрәктәр төшөрөлгән көрән клеёнка менән кәпләнгәйне. Ш. Бикҡол.
6. Нимәнеңдер әйләнәһе, уратаһы. □ Окрестность. ■ Тирмәнең туңәрәгенә кәртә тоторға кәрәк. Т. Хәйбуллин.
7. Эш, шөғөл өсөн берләшкән кешеләр ойошмаһы. □ Кружок. / Кружковый. Әҙәби туңәрәк. Н Бикмәт уҙенең роле булмаған пәрҙәлә хор туңәрәге өсөн тип билдәләнгән булмәгә инде. С. Агиш. Володя боксёрҙар туңәрәгенә йөрөй, буш ваҡытын шунда уҙғара. Ә. Бикчәнтәев. Район культура йорто ҡаршыһындағы уҙешмәкәр туңәрәктәрҙә ҡатнашыусылар һәйбәт кенә йырланылар, бейенеләр. Ә. Вәли.
8. Ҡулға-ҡул тотоношоп, тирәләй әйләнеп бейей торған уйын. □ Круг (плясовая игра молодёжи). ■ Уның да [Емештең] Байрас менән, ошо туңәрәктәге бөтә йәштәр менән ҡулға-ҡул тотоноп, йырлап әйләнгеһе килде. 3. Биишева. Туңәрәк эсендә парлашып әйләнеу уйыны башланды. Ф. Чанышева.
9. миф. Мифологияла ҡояш, торлаҡ-тир-мә, бөтөнлөк символы. □ Кольцо (в мифологии — символ солнца, границы охраняемого пространства, символ жилища — юрты, целостности). ■ Ҡырҙа йоҡларға тура килһә, ен-шайтан килмәһен тип, туңәрәк һыҙалар. «Башҡорт мифологияһы»нан.
642