Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII. 643 бит


Һүҙлектәр буйынса эҙләү

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том VIII

ТҮҢӘРӘКЛӘНЕҮ
ТҮҢӘРӘК II (Р.: круглый; И.: round; Т.: yuvarlak) с.
1. Дүңгәләк формаһындағы йәки дүңгәләк менән сикләнгән майҙан рәүешендәге. □ Круглый, округлый. ■ Туңәрәк өҫтәл кеуек аҡланда турғай башындай ҡып-ҡыҙыл еләктәр уҡмашып ята. Р. Байбулатов. Оҙон буйлы, киң кукрәкле, туңәрәк ҡара һаҡаллы был кеше бер ҡарамаҡҡа осоп китергә торған ҡошто хәтерләтә. Б. Бикбай. Кәбир менән Ҡыҙрас туңәрәк кулгә ҡарай ыңғайланылар. Яр. Вәлиев. Рая стеналағы туңәрәк көҙгөгә ҡараны. Р. Солтангәрәев. Шәл бәйләнем, шәл бәйләнем, шәлем туңәрәк тугел. Халыҡ йырынан. • Ҡамсат бурек — тур курке, туңәрәк һаҡал — ир курке. Әйтем. Ҡайҙа барһаң да, туңәрәк ай артыңдан ҡалмаҫ. Әйтем.
2. Киң, тулы, йомро (бит, кәуҙәгә ҡарата). □ Полный, круглый. М Фёдор Ивано-вичтың ауыҙы йырылды — былай ҙа туңәрәк йөҙө тулған айға оҡшаны. И. Абдуллин. Туңәрәк ҡыҙыл сырайлы йәш егетте Ғариф ҡайҙалыр кургән дә кеуек ине. Ә. Байрамов. [Имайҙың] ҙур туңәрәк куҙҙәре өҫтөндәге куҙ ҡабаҡтары тағы ла һалына биреп, уларҙың ҡарашын ҡырҡыулатты. Һ. Дәүләтшина.
3. кусм. Һәр яҡлап теүәл; бөтөн, етеш. □ Нормальный, хорошо устроенный; в достатке. ■ Донъялары рәтләнеп китте. Туңәрәк кенә донъя көтә башланылар. Б. Ишемғол.
ТҮҢӘРӘК АУЫҘЛЫЛАР (Р: кругло ротые; И.: Cyclostomata; T.: yuvarlak ağızlılar) и. зоол.
Теш ҡаҙналары булмаған, балыҡ һымаҡ умыртҡалы хайуандар класы. □ Круглоротые (лат. Cyclostomata). Туңәрәк ауыҙлыларҙы өйрәнеу.
ТҮҢӘРӘК БҮРЕК (бүрке) (Р: шапка с меховой оторочкой; И.: fur cap with a trimming; T: kürklü şapka) и. диал.
Сит-ситенә тире йәки бәрхәт тирәсләп тегелгән баш кейеме; ҡырпыулы бүрек. □ Шапка с меховой оторочкой. Туңәрәк бурек кейеу. Туңәрәк бурек тегеу. Туңәрәк буркен сисеу.
ТҮҢӘРӘК БЫСҠЫ (Р: круглая (дисковая) пила; И.: saw with circular action; T: testere) и.
Диск формаһындағы, тышҡы яҡтан осло үткер тешле ҡырҡа торған ҡорал. □ Круглая (дисковая) пила. Туңәрәк бысҡы һатып алыу. Туңәрәк бысҡыны уткерләу. Туңәрәк бысҡы менән бысыу.
ТҮҢӘРӘК ДАТА (Р: круглая дата; И.: round anniversary; T: yıldönümü) и.
Берәй ваҡиғаның йәки кеше ғүмеренең, эшмәкәрлегенең, шулай уҡ ойошма, ауыл, ҡалаларға нигеҙ һалыныу йыллығы (тиҫтә йылдар менән иҫәпләнә). □ Круглая дата. Туңәрәк датаны билдәләу. Туңәрәк дата айҡанлы ҡотлау һуҙҙәре. Туңәрәк дата уңайынан байрам саралары әҙерләу.
ТҮҢӘРӘКЛӘНДЕРЕҮ (түңәрәкләндер-) (Р: округлять; И.: make round; T: yuvarlamak) ҡ.
Түңәрәк (II, 1) итеү, түңәрәк хәлгә килтереү. □ Округлять; делать круглым. ■ Ҡыҙыҡай, сөм ҡара куҙҙәрен туңәрәкләнде-реп, әсәһенә текләне. Р. Байбулатов. Ерән атҡа атланған Әхтәри ҡапҡанан атылып килеп сыҡты ла, ярһыған халыҡты кургәс, куҙҙәрен шарҙай туңәрәкләндереп, ҡапҡанан кире инеп китте. Ғ. Лоҡманов. Нәфисә, ҙур зәңгәр куҙҙәрен туңәрәкләндереп, .. Ғилмандың куҙҙәренә ҡараны. Д. Бүләков.
ТҮҢӘРӘКЛӘНЕҮ (түңәрәклән-) (Р: закругляться; И.: round; T: yuvarlaklaşmak) ҡ.
1. Түңәрәк (II, 1-3) булыу, түңәрәккә әйләнеү. □ Закругляться, круглиться. // Закругление. Туңәрәкләнгән ай. ■ Әле генә аҡ сәскә төҫлө балҡып ултырған малайҙың йөҙөнә ҡыҙғылт таптар һибелде, ҡыҙҙарҙыҡы һымаҡ нәҙек аҡһыл ҡаштары туңәрәк-ләнде. Р. Байбулатов. Мәҙинәнең аптырап ҡалыуҙан куҙҙәре туңәрәкләнде. Д. Бүләков. Бесән өҫтө яҡынлашыуға Мөхиттең йөҙө туңәрәкләнә төштө, төпкә батҡан һорғолт куҙҙәре тирәһенә лә бер аҙ ит ҡунды. Д. Исламов.
2. Түңәрәк (I, 3) яһау. □ Образовывать круг. ■ Уйындан туйғас, тау башында ту-
21*
643